Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
15 Август 2025, 09:40

Республикала тораҡ пункттар газлаштырыла

Башҡортостанды газ менән тәьмин итеү һәм газлаштырыу программаһына 27 миллиард һум аҡса бүленде.

Республикала тораҡ  пункттар газлаштырыла
Республикала тораҡ пункттар газлаштырыла

Төбәктә Президент Владимир Путин башланғысы менән социаль газлаштырыу программаһы ла дауам итә. Уның буйынса газ үткәргестәр 71,5 мең участка сигенә еткерелде, 62,7 мең йорт газға тоташтырылды. Йорттарға газ үткәреүгә республиканан 10832 ғаилә субсидия алды.
Дүрт йыл эсендә республикала дөйөм алғанда 367 километрлыҡ 35 ауыл-ара газ үткәргес төҙөлгән. 38 тораҡ пунктта 1300-гә яҡын йорт һәм фатир зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителгән.
Мәсетле районының Ғүмәр ауылына ла тәбиғи газ килде. Хәҙер халыҡҡа һыуыҡтар ҡурҡыныс түгел, тиҙ һәм еңел генә сәй ҡайнатырға, мейестә яратҡан бәлештәрҙе әҙерләргә мөмкин.
2023 йылдың көҙөнә тиклем, подряд ойошмаһы йорт эсендә газ ҡорамалдарын монтажлап, ҡаҙандар һәм плиталар ҡуя башлағанға тиклем, ғүмәрҙәр: “Беҙҙә ҡасан газ буласаҡ?” – тип хыяллана ғына ине.
Ғүмәр ауылында йәшәүсе Земфира Сәйфуллина һөйләй:
– Беҙҙең йортта ике мейес бар, уларҙы һалҡын ваҡытта яғырға, утын ташырға, мейесте ҡарарға, һуңынан утындан ҡалған бысраҡты йыйып алырға тура килде. Газ үтер, тип уйламаныҡ та. Беҙҙең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ 2023 йылдың декабрендә килде. Беҙ быға бик шатбыҙ һәм район, республика, ил етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ.

Автор: