Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
4 Август 2025, 10:40

Мәсетле районында дәүләт ярҙамы инструменттарын уңышлы ҡулланалар

Быйыл Мәсетле районының халыҡ мәшғүллеге үҙәге Башҡортостан Республикаһында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандар- ға социаль контракт ниге-ҙендә адреслы социаль ярҙам (АСПК) күрһәтеү өсөн ун проектты ҡараны. Шуларҙың һигеҙе хупланды.

Мәсетле районында дәүләт ярҙамы  инструменттарын уңышлы ҡулланалар
Мәсетле районында дәүләт ярҙамы инструменттарын уңышлы ҡулланалар

Дүрт ғариза биреүсе үҙ бизнес-проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 350 мең һум күләмендә финанс ярҙам алды ла инде. Улар араһында – “Ҡорос конструкциялар монтажы” проектын тормошҡа ашырыу өсөн субсидияға ғариза биргән Йонос ауылы уҙаманы Илшат Ғиниәтуллин.
– Өс тиҫтә йылдан ашыу мин водитель булдым. Әммә инфаркт кисергәндән һуң был һөнәрҙе ҡалдырырға тура килде. Ике йыл шәхси эшҡыуарҙа эшләнем, төрлө әйберҙәр әҙерләү менән шөғөлләндем. Эште юғалтҡас, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Унда үҙ эшемде асырға тәҡдим иттеләр һәм АСПК программаһы тураһында һөйләнеләр, – ти Илшат Тимерхан улы.
Артабан ул үҙенең идеяһы менән Мәсетле районы хакимиәтенә килә. Бында уның мәсьәләһен “Эшҡыуар сәғәте” форумында ҡарайҙар. Структура подразделениелары етәкселәре ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген ентекләп аңлата һәм үҙ эшен асыу өсөн тәҡдимдәр бирә.
– Беҙҙең районда эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереү өсөн төрлө саралар күрелә. Маҡсатлы программалар эшләй, финанс һәм башҡа ярҙам төр-ҙәре күрһәтелә. Эшҡыуарҙар өсөн консультациялар, аңлатмалар үткәрелә. Уларға кредит алыуҙа ярҙам итәбеҙ, – тип һөйләне Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Саҙиҡов.
Социаль ярҙам һөҙөмтәһендә Илшат Тимерхан улы евроштакетник етештереү өсөн заманса ҡорамалдар һатып ала: тимер бөгөү станогы, автомобиль өсөн тағылма, болгарка, мотобур һәм башҡа инструменттар. Ул үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән. Яңы цех төҙөү планлаштыра. Хәҙер техника һәм металл – уның яңы һөнәре.
Оҫтаға ҡатыны Нурия Ғәлләм ҡыҙы ярҙам итә. Ғиниәтуллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтерә, икәүһе үҙ ғаиләләрен булдырған да инде. Кесе ҡыҙҙары Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында уҡый. Ике ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй бәхетле өләсәй менән олатай.
Башҡортостан Республикаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны, планлаштырылған 140 меңдән ашып, 142 меңгә етте. Ә 2025 йылдың аҙағына был һанды тағы ла 2 процентҡа арттырыу һәм 145 меңгә еткереү планлаштырыла.
– Бөгөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһе 600 меңгә яҡын кешене эш менән тәьмин итә. Шулай уҡ үҙмәшғүл граждандар һаны арта. Йыл йомғаҡтары буйынса үҙмәшғүлдәрҙең дөйөм килеме 33 миллиард һумдан ашып китә, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 74 процентҡа тиерлек артҡан. Эшҡыуарҙарҙан һәм үҙмәшғүлдәрҙән республика бюджетына дөйөм килемгә һалым буйынса керемдәр 22 миллиард һум тәшкил итте, был уҙған йылға ҡарағанда 38 процентҡа күберәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
2024 йылда эшҡыуарлыҡ өлкәһендә федераль дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 1 миллиард һум тәшкил итә, шуларҙың 445 миллион һумдан ашыуы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленде. Быйыл яңы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә эш дауам итә.
Луиза ЗАКИРОВА
әҙерләне.

 

Мәсетле районында дәүләт ярҙамы  инструменттарын уңышлы ҡулланалар
Мәсетле районында дәүләт ярҙамы инструменттарын уңышлы ҡулланалар
Автор: