Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
30 Июнь 2025, 12:15

“Башнефть” ауылдарҙа ярҙам итә

Республика буйынса “Башнефть” ярҙамында социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Һуңғы биш йыл эсендә генә нефтселәр Башҡортостандың 17 районында 30 ауылды һыу менән тәьмин итте. Бының барыһы ла республика менән “Роснефть” компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү ярҙамында мөмкин булды.

“Башнефть” ауылдарҙа ярҙам итә
“Башнефть” ауылдарҙа ярҙам итә

Быға тиклем республиканың 30 ауылында йәшәүселәр эсәр һыу менән тәьмин ителеүҙә проблемалар кисерҙе – алыҫтағы шишмәләрҙән, ҡоҙоҡтарҙан һәм иҫкергән һыу үткәргестәрҙән файҙаланды. Күп кенә ауылдарҙа һыу менән тәьмин итеү системаһы тиҫтәләгән йылдар дауамында ремонтланмаған, шуға күрә башҡорт нефтселәренең ярҙамы эсәр һыу алыу мөмкинлеген яҡшыртырға булышлыҡ итте, шул иҫәптән Мәсетле районында ла.
Көньяҡ микрорайонына 847 шәхси һәм блоклы йорттар инә, унда яҡынса 2,5 мең кеше йәшәй. 550 урынлыҡ мәктәп, 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 50 урынлыҡ Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто филиалы, 5 аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙары магазиндары бар.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көньяҡ микрорайонында халыҡты һәм социаль-мәҙәни көнкүреш объекттарын һыу менән тәьмин итеүҙәге ҡытлыҡты бөтөрөү һәм һыу селтәрҙәренең ышаныслылығын арттырыу маҡсатында һыу менән тәьмин итеү системаһына капиталь ремонт үткәрелде.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көньяҡ микрорайонын һыу менән тәьмин итеү "Урал" һәм "Көньяҡ" һыу сығанағынан башҡарыла.
"Урал" һыу сығанағында һыу күтәрелеү кимәле етәрлек булмау сәбәпле, унан һыу менән тәьмин итеү 10 урамдағы 328 йорт менән сикләнгән. Микрорайондың ҡалған 519 йорто "Көньяҡ" һыу сығанағынан һыу ала, әммә уның ҡеүәте етәрлек түгел.
Микрорайон рельефы үҙенсәлектәре арҡаһында "Көньяҡ" һыу алғысына беркетелгән өйҙәрҙә һыу етмәү күҙәтелә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн “Урал” һыу алғысында һыу күләмен арттырыу һәм уны “Көньяҡ” һыу алғысына беркетелгән ҡулланыусыларға йүнәлтеү ҡаралған. Шулай уҡ һыу алғыстарындағы таҙа һыу резервуарҙарын норматив хәлгә килтереү планлаштырылған.
Район хакимиәте “Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көньяҡ микрорайонында һыу менән тәьмин итеү системаларын насос станцияһын һатып алыу һәм урынлаштырыу юлы менән капиталь ремонт” буйынса смета документацияһын әҙерләне. Унда етештереү насостары ҡуйыу ысулы менән “Урал” һыу алғысы скважиналарын ремонтлау, “Урал” һыу алғысындағы таҙа һыу резервуарҙары буйынса эштәр (иҫке һыу башняһын алмаштырыу), “Көньяҡ” микрорайонында 1000 метр оҙонлоғондағы иҫке һыу селтәрҙәрен алмаштырыу һәм микрорайондың өҫкө өлөшөндә урынлашҡан ҡулланыусыларға һыу биреү өсөн насос станцияһын ҡуйыу ҡаралған.
“Башнефть” акционерҙар йәмғиәте 2024 йылда Башҡортостан Республикаһының Социаль маҡсатлы программалар фондына юғарыла күр-һәтелгән сараларҙы үткәреү өсөн 20 миллион һум аҡса йүнәлтте.
Мәсетле районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов:
– 2024 йылдың октябрендә конкурс процедуралары үткәрелде һәм "Тепловик" ЯСЙ-һы подрядсы итеп билдәләнде. 2024 йылдың октябренән эштәр башланды. Ике өҫтәмә скважина бырауланды. "Урал" һәм "Көньяҡ" һыу алғыстарын тоташтырыусы һыу үткәргес һалынды. Йыйыусы һауыт, эш ҡеүәтен күтәреүсе насос станцияһы ҡуйылды. Шулай уҡ скважиналарға насостар ҡуйыу, һыу алғыста һаҡлау станцияһы менән идара итеү узелын ҡороу буйынса эштәр алып барыла. “Урал“ һәм “Көньяҡ” һыу менән тәьмин итеү системаларын тоташтырыу өсәүҙән икеһендә үткәрелде, Ватолин урамында тоташтырырға ҡала. Эштәр әүҙем алып барыла. Яңыртылған системаны план буйынса 1 июлгә тиклем тапшырыу һәм ебәреү ҡаралған.
Шулай уҡ "Башнефть" акционерҙар йәмғиәте Әләгәҙ һәм Мәләкәҫ ауылдарын һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтте.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.

Автор: