Бөтә яңылыҡтар

Түбәнге Бобин фельдшер-акушер пунктында – яңы белгес

2020 йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу эштәре башланды һәм ул 2030 йылға тиклем алып барыла. Проект медицина учреждениеларының техник инфраструктураһын яңыртыуҙы үҙ эсенә ала.

Түбәнге Бобин фельдшер-акушер пунктында – яңы белгес
Түбәнге Бобин фельдшер-акушер пунктында – яңы белгес

Төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләү өсөн йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Республика Башлығы Радий Хәбиров беренсел медицинаны һәм һаулыҡ һаҡлауҙы, шул иҫәптән ауыл ерен үҫтереүҙе төп өҫтөнлөк тип иғлан итте.
Мәсетле районында ла белгестәр йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Түбәнге Бобин ауылы фельдшеры Азат Ханов – ауыл еренә ҡайтҡан ошондай медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе.
Азат Роберт улы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Урындағы мәктәптә, 153-сө һөнәрселек училищеһында уҡый, һуңынан армияла хеҙмәт итә.
2024 йылда Свердловск өлкә медицина колледжының Красноуфимск филиалында “Дауалау эше” һөнәре буйынса уҡып сыға һәм тыуған районына ҡайта. Йәш белгес “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса түләү ала.
– Атайым Роберт Ханов 50 йылдан ашыу медицина өлкәһендә эшләне, – ти белгес. – Мин дә уның юлын һайларға булдым.
Ауыл халҡы яңы фельдшерҙы йылы ҡаршы ала. Уның күҙәтеүе аҫтында – 642 кеше. Азат Роберт улы көнөнә унлаған кеше ҡабул итә. Стандарт эш алып бара: ҡан баҫымын үлсәй, ЭКГ эшләй, дауалау тәғәйенләй һәм башҡа кәрәкле процедуралар үткәрә. Оло йәштәге пациенттарын фельдшер сабыр ғына тыңлай.
Азат Роберт улы ял ваҡытын ғаиләһе һәм яҡындары янында үткәрергә ярата, улар менән яҡындағы иҫтәлекле урындарға тиклем автомобиль турына сыға йәиһә туғандары менән осраша. Шулай уҡ ул программалау, фотоға төшөрөү менән мауыға.
– Һөнәр һайларға йыйынған һәм медицина тураһында уйлаған кешеләргә икеләнмәҫкә кәңәш итәм. Технологиялар үҫешә, беҙгә етди ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға, пациенттарҙың йәшәү сифатын яҡшыртырға, дауалау өсөн тейешле саралар күрергә мөмкинлек биргән заманса юғары технологиялы тикшеренеү ысулдары арта. Медицина – үҙеңде ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡыҙыҡлы йүнәлеш. Унда тиҫтәләгән махсуслашыуҙар бар, – тип тамамлай ул һүҙен.

Рауил Хәлфин,
РФ Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе:
– Иң тәүҙә иғтибар ауыл ерендәге һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына, атап әйткәндә, поликлиникаларға, фельдшер-акушер пункттарына һәм райондарҙағы ауыл табип амбулаторияларына йүнәлтелде. Был, республиканың киң территорияһын һәм ауыл халҡының байтаҡ өлөштө тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, үҙен аҡлай. Медицина ярҙамы алыу – иң мөһим аспект.

Илнур Вәлиев,
Мәсетле районы хакимиәте
башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
– “Ауыл фельдшеры” программаһы йәш белгестәрҙе ауылға ҡайтарыуға булышлыҡ итә. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең ауыл кешеһенең эшен дәртләндереүе һәм уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың тыуған районына эшкә ҡайтыуы ҡыуаныслы.


Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: