Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тура бәйләнеш һәм конструктив диалог

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы осрашыуҙар ойоштороу аша төбәк халҡы менән әүҙем эш алып барыуын дауам итә. Был граждандарға үҙҙәренең ҡалаларында һәм ауылдарында тормош сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтеү мөмкинлеген биреп, власть менән халыҡ араһында үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығыта. Бындай саралар төрлө категория граждандар араһында туранан-тура аралашыуға һәм конструктив диалогка булышлыҡ итеүсе мөһим традицияға әйләнде.

Тура бәйләнеш һәм конструктив диалог
Тура бәйләнеш һәм конструктив диалог

Күсмә сара Мәсетле районының Мәҙәниәт һарайында үтте. Осрашыуҙа район Советы секретары Владимир Новоселов, Мәсетле районының Йәмәғәт палатаһы ағзалары, район учреждениелары етәкселәре һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Йыйылыусылар алдында БР Йәмәғәт палатаһы вәкиле, “Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты” директоры урынбаҫары Светлана Туразянова сығыш яһап, БР Йәмәғәт палатаһының функцияларын һәм вәкәләттәрен аңлатты. Берлектәге эшмәкәрлеккә пландар хаҡында ла әйтелде.
– Муниципалитеттарҙа йәшәүселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә, юлдарҙың торошона, имен булмаған ғаиләләрҙән балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға, экологияға, туризм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, уҡытыусыларҙың етешмәүенә, белем биреү сифатына ҡағылышлы һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәреп, диалогта әүҙем ҡатнаша. Беҙ профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре менән берлектә артабан анализлау һәм ҡарарҙар эҙләү өсөн һәр мөһим мәлде теркәп барабыҙ, – тине Светлана Туразянова.
Артабан ул граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеү эшенә өлөш индергән һәм Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Мәсетле районының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Светлана Ғәлимоваға БР Йәмәғәт палатаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Артабан осрашыу диалог форматында дауам итте. Мәсетле районы халҡынан һәм Йәмәғәт палатаһы ағзаларынан һорауҙар яңғыраны.
Бер райондашыбыҙ үҙ ауылына бәйле проблемаларҙы еткерҙе: “...Беҙҙә күптән транспорт проблемаһы күҙәтелә. Ауыл кешеләренә район үҙәгенә барыу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Үҙ аллы транспорт табып йөрөйҙәр. Дарыуханаға барып ҡайтыу ҙур ғына суммаға баҫа. Эшһеҙҙәр һәм пенсионерҙар өсөн был хаҡ ярайһы уҡ ҙур”.
Артабан урманда ҡоро ағас йыйыуға, ауыл хужалығы эшсәндәренең баҫыуҙарҙа ҡулланған агрохимикаттары арҡаһында бал йыйыу осоронда бал ҡорттарының ағыуланып һәләк булыуына, бер кем дә йәшәмәгән йортта ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүгә ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә урта махсус белем алыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙәрен һоранылар.
Бөтә һорауҙар ҙа яҙма мөрәжәғәт итеп теркәлде, улар артабан хәл итеү өсөн төбәк Йәмәғәт палатаһы ағзаһына тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ БР Йәмәғәт палатаһы аппаратының коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәге эксперты Юлия Косарева сығыш яһаны. Ресурс үҙәге грант конкурстары менән эшләй, ойошмаларға теге йәки был башлан-ғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн грант аҡсаһы алыуҙа ярҙам итә. Эксперт шулай уҡ грант алыу өсөн проект төҙөү буйынса семинар үткәрҙе.
Эльвира РАМАЗАНОВА.

Автор: