Яңы юл ваҡытты күпкә ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Әгәр элек Рус Юрмашы ауылына барып етеү өсөн 40 минут самаһы ваҡыт кәрәк булһа, хәҙер уны 10 минут эсендә уҙырға була. Был тығындарҙы булдырмаҫҡа һәм автомобилселәргә ваҡытты, яғыулыҡты экономияларға мөмкинлек бирә.
– Көнсығыш сығыу юлының асылыуы беҙгә “Урал” М-5 трассаһына еңел һәм тиҙ сығырға мөмкинлек бирә, сөнки ҡалала һәм унан сыҡҡанда тығындар юҡ, аэропорт яғынан да хәрәкәт ирекле, – тип һөйләй Оло Ыҡтамаҡ ауылынан автоһәүәҫкәр Илдар Садиҡов. – Эшем буйынса Өфөгә мин йыш барам, элек, айырыуса “пик” сәғәттәрендә, ҡала ситенән үҙәккә тиклем юл ваҡытты күп ала ине. Шуға күрә теүәл барып етеү өсөн иртәрәк сығырға тура килде. Хәҙер мин кәрәкле ҡала урамына тиҙ барып етәм. Көнсығыш сығыу юлының ниһайәт төҙөлөп бөтөүенә шатмын. Был һуңғы йылдарҙағы иң мөһим һәм кәрәкле объекттарҙың береһе тип иҫәпләйем.
Тоннель 1992 йылда төҙөлә башлай. Әммә 2004 йылда эштәр туҡтатыла, һәм объект оҙаҡ ваҡыт тамамланмағандар исемлегендә ҡала килде.
Башҡортостан Республикаһы менән “Башҡортостан концессия компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында концессия килешеүенә 2017 йылда ҡул ҡуйыла. Концессия ваҡыты 25 йыл тәшкил итә. “Башҡортостан концессия компанияһы”ның төп партнерҙары – ВТБ төркөмөнә ингән “ВТБ инфраструктура холдингы” һәм Төркиәнең Limak Group төҙөлөш-инвестиция холдингы.
Көнсығыш сығыу юлында күләмле эштәр 2020 йылда башлана. 2021 йылдың мартында автомобиль тоннеленең көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлештәрен тоташтырыу тамамлана. 2022 йылдың февралендә 470 метр оҙонлоҡтағы күперҙең аркаларҙы тоташтырыу ҡоролмаһын һалыу башланды, уны 2023 йылдың яҙында тамамланылар.
2024 йылдың 21 мартында тәүге автомобилдәр тоннель, күпер һәм Көнсығыш сығыу юлының Өфөнән “Урал” М-5 федераль трассаһына илткән йүнәлеше буйлап үтә алды.
Көнсығыш сығыу юлы – заманса автомобиль юлы инфраструктураһы, ул үҙ эсенә 1,2 километр оҙонлоғондағы тоннелде, Ҡариҙел йылғаһы аша 2,7 километрлыҡ эстакадалы күперҙе һәм юғары тиҙлектәге 10 километр юлды ала. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 13,9 километрҙы тәшкил итә. Көнсығыш сығыу юлындағы автотранспорт хәрәкәтенең иҫәпләнгән тиҙлеге сәғәтенә 110 километр тип планлаштырылған. Шуға ярашлы, автоһәүәҫкәрҙәр Башҡортостандың баш ҡалаһынан көнсығыш йүнәлештә тиҙерәк сығып китеү мөмкинлегенә эйә.
Көнсығыш сығыу юлының төҙөлөш-монтаж эштәре хаҡы 40,3 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 4,5 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән, 26,7 миллиард һумын федераль бюджет биргән, ә 9,1 миллиард һумын концессионер аҡсаһы тәшкил итә.
Көнсығыш сығыу юлы – заманса автомобиль юлы инфраструктураһы, ул үҙ эсенә 1,2 километр оҙонлоғондағы тоннелде, Ҡариҙел йылғаһы аша 2,7 километрлыҡ эстакадалы күперҙе һәм юғары тиҙлектәге 10 километр юлды ала. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 13,9 километрҙы тәшкил итә.
Бынан тыш, Көнсығыш сығыу юлы Өфө иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Яңы автомобиль юлы “Урал” М-5 федераль трассаһына уңайлы сығыу мөмкинлеген тәьмин итә, был предприятиеларға, сауҙа үҙәктәренә үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен ҡулланыусыларға тиҙерәк еткерергә мөмкинлек бирә.
Көнсығыш сығыу юлына иң ҙур хәрәкәт тиҙлеге сәғәтенә 120 километр булған 1Б категорияһы бирелгән. Ул – беҙҙең республикала хәрәкәт тиҙлеге шулай юғары кимәлдә сикләнгән берҙән-бер юл. Ә бына тоннель эсендә тиҙлек сәғәтенә 80 километр менән сикләнгән. Юл һәр яҡҡа ла икешәр хәрәкәт һыҙатына эйә һәм сәғәтенә 6500-ҙән алып 6800-гә саҡлы автомобилде үткәрә ала. 2047 йыл-ға прогноз шундай: тәүлегенә был юлдан 33 меңдән алып 38 меңгә саҡлы машина үтәсәк. Был осраҡта трафиктың 80 проценты самаһын еңел автомобилдәр тәшкил итер, тип күҙаллана.
Быйылғы 1 апрелгә саҡлы яңы трасса буйлап үтеү түләүһеҙ ине, хәҙер унан йөрөү хаҡы көндөҙ еңел автомобилдәр өсөн 100 һум һәм йөк автомашиналары өсөн 250-шәр һум тәшкил итә. Төнгө мәлдә (00:30 сәғәттән алып 6:00 сәғәткә саҡлы) еңел автомобилдәр – 20, ә йөк ташыусылар 100 һум түләй. Түләү бер тапҡыр ғына башҡарыла һәм участкаларға бүленмәй. Бының өсөн трассала “Федоровка – Шакша” юлындағы транспорт сиселешендә һәм Ҡариҙел аша сыҡҡан күпер араһында түләү пункты урынлаштырылған. Бында ҡулаҡса менән дә, банк картаһы менән дә иҫәпләшергә мөмкин. Яҡын киләсәктә шулай уҡ түләүҙе автоматик рәүештә башҡарыу өсөн транспондерҙың автомобилде таныу системаһын индереү ҙә күҙаллана.
Көнсығыш сығыу юлынан пассажир автобустары, махсус техника һәм газ менән эшләгән автомобилдәр бушлай йөрөй ала. Бынан тыш, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына түләүһеҙ йөрөү мөмкинлеге ҡарала.
– Көнсығыш сығыу юлы – Башҡортостандағы тиҫтәләрсә йылдарҙағы иң ҙур инфраструктура объекты. Ул бик ҡатмарлы инженерлыҡ объекты ла булып тора. Әлбиттә, ул Өфө ҡалаһы һәм республикабыҙ халҡы өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ тыуҙыра. Көнсығыш сығыу юлы кешеләргә тиҙерәк һәм уңайлыраҡ хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә, – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың 21 мартында Көнсығыш сығыу юлын асыу тантанаһында.
Көнсығыш сығыу юлы әлегә республика баш ҡалаһынан “Урал” М-5 федераль трассаһына тура сығыуҙы тәьмин итте, ә яҡын киләсәктә ул тағы ла оҙонайтыласаҡ – артабан Салауат Юлаев проспектынан Комсомол урамына тиклем юл һалыу, һуңыраҡ Затон күперенә һәм “Волга” М-7 федераль трассаһына барып сығыу планлаштырыла.
“Башҡортостан” гәзитенән.