“Инвестиция сәғәте” форматындағы кәңәшмәләр төбәктә власть менән бизнес араһында ышанысты нығытыу, шулай уҡ тиҙ һәм һөҙөмтәле идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн төп башлан-ғыстарҙың береһе булып тора. Был формат 2018 йылда индерелгән һәм шул ваҡыттан алып тотороҡло ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә.
Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы инвестиция комитеты ултырыштары сиктәрендә биш йыл эсендә (2019 – 2023) “Инвестиция сәғәте” форматында 553 инвестиция проекты ҡаралды, инвестицияларҙың дөйөм күләме 11 триллион һум тәшкил итте һәм 81323 яңы эш урыны булдырылды.
– Мәсетле районында 2023 йылда иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса эре һәм урта ойошмаларҙың әйләнеше 2 миллиард 485 миллион һумға етте, был 2022 йыл-ға ҡарата 108,8 процент тәшкил итә. 2023 йылдың ғинуар – ноябрь айҙарында эре һәм урта предприятиелар буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы 37684,9 һумға етте (2022 йыл кимәленә ҡарата 111,6 процент). 2023 йылдың 1 ғинуарына үҙмәш-ғүлдәр һаны 831 кеше булды, йыл дауамында 342 кеше теркәлде. Уларҙың һаны 1,4 тап-ҡырға артты, – тип һөйләй хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов. – Былтыр район хакимиәте эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаларын берлектә финанслауға конкурс уҙғарҙы, һөҙөмтәлә республика бюджетынан – 2,096 миллион һум, муниципаль бюджеттан 1 миллион һум бүленде. Конкурс йомғаҡтары буйынса биш бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына һәм ике физик шәхескә финанс ярҙамы күрһәтелде.
Райондың дүрт эшҡыуары Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы аша 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙарға субсидиялар формаһында дөйөм суммаһы 1892,8 мең һумлыҡ грант алды. Уларҙың береһе –Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Динә Вәлитова, ул ит ярымфабрикаттары етештерә.
– Эшемде асырға ҡарар иткәс, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килдем. Бизнес-шериф Илшат Хәсәнов Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы биргән йәш эшҡыуарҙар өсөн дәүләт ярҙамы менән файҙаланырға кәңәш итте, – тип һөйләй Динә.
Динә Данил ҡыҙы уҡып, имтихан тапшырғандан һуң сертификат ала. Һуңынан финанс ярҙамы күрһәтеү конкурсында ҡатнашып, грант яулай. Алынған аҡсаға ул туңдырғыс, ит үткәргес, ҡамыр, фарш болғауыс һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып ала. Хәҙер йәш эшҡыуар ауылдаштары араһында ҙур һорау менән файҙаланған билмән әҙерләү менән шөғөлләнә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: продукция сифатлы сеймалдан эшләнә.
Ата-әсәһе Динәнең баш-ланғысын хуплай һәм ярҙам күрһәтә. Атаһы – Данил Рәмил улы сауҙа вәкиле тәжрибәһенә эйә, әсәһе – Зилә Ғәфурйән ҡыҙы элек билмән әҙерләү цехында эшләгән.
– Атайым һәм әсәйем – минең остаздарым, улар мине өйрәтә, йүнәлтә һәм кәңәш бирә. Мин уларға ихлас ярҙамдары өсөн рәхмәтлемен, – тип билдәләй Динә.
Хәҙер ҡыҙ үҙенең бизнесын әүҙем үҫтерә. Киләсәктә ул продукция ассортиментын киңәйтергә ниәтләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бизнесҡа ярҙам итеү маҡсатында аҙна һайын кесаҙна көндө Мәсетле районы хакимиәте башлығы янында “Эшҡыуар сәғәте” форматында кәңәшмә уҙа. Былтыр 45 кәңәшмә уҙғарылды, улар барышында физик шәхестәрҙең һәм урта һәм бәләкәй бизнес эшҡыуарҙарының 71 мөрәжәғәте ҡаралды.
Һәр эшҡыуарҙың йәиһә үҙ эшен асырға теләгән кешенең аҙналыҡ “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн бизнес-шериф Илшат Хәсәновҡа 8 (34770) 2-00-65 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә йәиһә https://investrb.ru/ru сайтында ғариза яҙырға мөмкин.
Ләйсән АБЗАНОВА.
Һүрәттә: Вәлитовтарҙың татыу ғаиләһе