Яңы Мишәр ауыл советында граждандар йыйылышы халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында уҙҙы. 2023 йылда ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге тураһында отчет менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров сығыш яһаны.
Былтыр яңымишәрҙәр “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашҡан һәм Яңы Мишәр мәҙәниәт йорто өсөн 650 мең һумлыҡ музыка аппаратураһы һатып алған. 2023 йылда Көршәле ауылы халҡы “Айыҡ ауыл-2023” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, өсөнсө урынға сыҡҡан. Ауыл мәҙәниәт йортонда “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса сәхнә ремонтланған. Ясин ауылы халҡы инициативаһы буйынса арт-объект булдырылған.
Баймөхәмәт Ғүмәров яйға һалынған берҙәм эш менән генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин булыуын билдәләне һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн халыҡҡа рәхмәт белдерҙе.
Йонос ауыл биләмәһендә лә көндәлек проблемалар буйынса ҡыҙыу фекер алыштылар. Етәксе Рәүеф Ниғмәтуллин хакимиәттең 2023 йылдағы эше тураһында һөйләне һәм 2024 йылға пландар билдәләне.
Уҙған йылда Йонос ауыл биләмәһендә күп эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Айып ауылында зыярат ҡоймаһы капиталь ремонтланған, урамдарҙы яҡтыртыу системаһы реконструкцияланған; федераль программа буйынса Әбдрәхим ауылының Ҡыҙыл Байраҡ һәм Йәштәр урамдарында газ үткәрелгән, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы ярҙамында балалар майҙансығы ҡуйылған; “Реаль эштәр” программаһы нигеҙендә Йонос ауыл клубында бер нисә тәҙрә алмаштырылған.
Йоностар автомобиль юлдарын ремонтлау, иҫке йорттарҙы һүтеү тураһында һорауҙар бирҙе, мәктәп автобусының ҡасан барлыҡҡа киләсәге менән ҡыҙыҡһынды.
Йыйылышҡа йомғаҡ яһап, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Вадим Саҙиҡов халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе һәм мөһим проблемаларҙы контролгә алды.
Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә үткән граждандар йыйылышында уҙған йылда башҡарылған эш һәм 2024 йылға пландар тураһында доклад менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Степан Гуштюк сығыш яһаны. Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе территорияһында “Ленинский” һәм “Исток” ауыл хужалығы кооперативтары уңышлы эшләй. Төҙөкләндереү мәсьәләһе иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе булды һәм булып ҡала. Йыл һайын 20 – 30 кеше ҡатнашлығында өмәләр үткәрелә: ҡороған һәм йығылған ағастар киҫелә, сүп-сар йыйып алына. Өмәләрҙә “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, мәктәп, мәҙәниәт йорто, почта һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша.
“Таҙа яр” акцияһы үткәрелгән. Уның барышында йылға һәм күл ярҙары сүп-сарҙан таҙартылған. Аҙна һайын йома санитар көндәр уҙған. Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе халҡы “Йәшел Баш-ҡортостан” акцияһына ҙур теләк менән ҡушылып, Дуҫлыҡ аллеяһы булдырған.
Былтыр Кесе Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамында 350 метр оҙонлоҡтағы юл участкаһына өлөшләтә асфальт түшәлгән, соҡорҙар ремонтланған. 13 ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансығы булдырылған.
2023 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында “Ауыл биләмәһе территорияһында һыу селтәренең ҡоҙоҡтарын ремонтлау” проекты менән ҡатнашҡандар.
2024 йылда ауыл биләмәһендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре өҫтөндә эште дауам итеү планлаштырыла: Кесе Ыҡтамаҡ ауылының Тракт урамында тротуар төҙөү, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, сүп-сар майҙансыҡтарын кәртәләү, юлдарҙы ремонтлау, Кесе Ыҡтамаҡ ауылында һыу һурҙырғыс башняһын алмаштырыу ҡаралған.
Уҙған йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе халҡы МХО яугирҙарына матди ярҙам күрһәтте. Маскировка селтәрҙәре үреү һәм блиндаж шәмдәре эшләү ойошторҙо, гуманитар ярҙам йыйыу әүҙем алып барылды.
Халыҡ Түбәнге Бобин ФАП-ында ҡасан фельдшер буласағы, Кесе Ыҡтамаҡ – Ҡорғат юлына асфальт түшәү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡ-һынды, Оло Ыҡтамаҡ ауылы менән автобус бәйләнеше проблемаһын хәл итеүҙе һораны.
Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Фазылов хәбәр итеүенсә, ауыл биләмәһендә яуап-лылығы сикләнгән йәмғиәттәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшләй. Ауыл биләмәһе бюджетын тулыландырыу һалым йыйыу кимәленә бәйле. 2023 йылда план 73,3 процентҡа үтәлгән – был район буйынса 11-се һөҙөмтә.
Былтыр биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эштәр әүҙем алып барылған. Республика һәм район бюджеттарынан бүленгән аҡса яҡтыртыу системаларын ремонтлауға, лампаларҙы алмаштырыуға, электр энергияһына түләүгә, юлдарҙы ремонтлауға һәм ҡарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән.
Ауыл халҡы, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында өмәләр ойошторолған: сүп-сарҙы йыйыштырғандар, биләмәләрҙе тө-ҙөкләндергәндәр, сүп үләндәрен сабып алғандар, ағастар ултыртҡандар, йылға ярын таҙартҡандар, йәшәлмәгән йорттарҙың биләмәләрен тәртипкә килтергәндәр.
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Йыланыш клубында тәҙрәләр яңыртылған; “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса Бурансы ауылында зыярат ҡоймалары алмаштырылған; Ғүмәр ауылында шәхси йорттарға газ үткәрелгән; Дыуан-Мәсетле ауылының Болон, Тыныслыҡ, Йәштәр урамдарында юл түшәлгән; Дыуан-Мәсетле, Ғүмәр, Ҡаранай һәм Бурансы ауылдарында сүплектәр бөтөрөлгән; Ғүмәр ауылы янында Әй йылғаһы ярын нығытыу буйынса эштәр башланған. Ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн бункерҙар һатып алынған, уларҙы Дыуан-Мәсетлелә ҡуйыу планлаштырыла.
Айрат Фазылов ауыл биләмәһе хакимиәтенең пландары менән уртаҡлашты: 2024 йылда “Урындағы башланғыс-тарға ярҙам” программаһында ҡатнашып, халыҡ ауыл биләмәһе ихтыяждары өсөн трактор һатып алыу өсөн тауыш бирҙе, шулай уҡ Туҡбайҙа санкцияланмаған сүп-лекте бөтөрөү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары контейнер-ҙары өсөн майҙансыҡтар төҙөү планлаштырыла.
Яңы Яуыш ауыл советының 2023 йылдағы эшенә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов йомғаҡ яһаны. Халыҡ һаны 832 кеше тәшкил итә, тип билдәләне ул. Ауыл биләмәһендә 275 шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар, уларҙа 2024 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 570 баш һыйыр малы аҫрала, биш крәҫтиән (фермер хужалығы) һәм дүрт шәхси эшҡыуар теркәлгән.
Ауыл биләмәһе хакимиәте күп кенә көндәлек мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡ менән дә, район хакимиәте бүлектәре хеҙмәткәрҙәре менән дә бәйләнештә тора. Башлыса халыҡ көнкүреш мәсьәләләренә бәйле мөрәжәғәт итә: торлаҡ биреү, төҙөкләндереү, юл коммуналь хужалығы. Күсемһеҙ милек, ер участкаларын рәсмиләштереү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтелгән.
Уҙған йылда 392 белешмә, 154 күсермә, 22 характеристика бирелгән. Территорияны төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге, мал көтөү һәм малдарҙы тамғалау буйынса дүрт граждандар сходы үткәрелгән.
– Ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү мәсьәләләре айырым иғтибарға лайыҡ. Бөтәһе лә уңайлы, таҙа һәм төҙөк ауылда йәшәргә теләй. Ә, билдәле булыуынса, йыйыштырылған урын түгел, ә сүпләнмәгән урын таҙа. Үҙ-үҙебеҙҙе һәм ауылдаштарыбыҙҙы хөрмәт итә башлаһаҡ, бар ерҙә лә тәртип буласаҡ, – ти Рөстәм Ғәлиулла улы. – 2023 йылда төҙөкләндереү эштәре раҫ- ланған план буйынса башҡарылды. Йәмәғәт урындарында сүп үләндәрен сабыу, рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү, халыҡҡа төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен аңлатыу, йорт яны биләмәләрен тәртиптә тотоу буйынса эш алып барылды.
Ул шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙа тәртип һаҡларға, ауыл биләмәһендә лә, унан ситтә лә сүп үләндәре һәм ҡоро үҫемлектәр менән көрәште дауам итергә, төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймаҫҡа кәрәклеген билдәләне.
Былтыр ауыл биләмәһенең Яуыш ауылында Күл тыҡрығы, Совет, Әй урамдарында фонарҙар яңыртылған һәм ҡуйылған. Яңы Яуыш ауылының Йәштәр урамында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса балалар майҙансығы булдырылған. Мәсет территорияһы төҙөкләндерелгән һәм кәртәләнгән. Иҫке Мишәрҙә ауылдаштар көсө һәм аҡсаһы менән иҫке ФАП бинаһы мәсет итеп реконструкцияланған, паркка ер участкаһы билдәләнгән һәм әүҙем халыҡ менән берлектә ағастар ултыртылған. Староста Ғәлимхан Әхмәтйәнов янғын һүндереү машинаһын ремонтлаған: электр ҡорамалдарын, тауыш кәметкесте, тәгәрмәстәрҙе алмаштырған, һыу һауытын һәм крандарҙы ремонтлаған. Фәрүәз Ғәлләмов үҙ аҡсаһына яңы карбюратор һатып алған.
Яңы Яуыш ауылына ингән ерҙә ағастар ултыртыу өсөн территорияны кәртәләү буйынса эштәр башланған. Ауыл советы хакимиәте МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтә.
Халыҡ ярҙы нығытыуға, пай ер участкаларын билдәләүгә, халыҡты диспансерлаштырыуға, ФАП һәм клубты ремонтлауға ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
Башҡа ауыл биләмәләре халҡы менән осрашыу йомғаҡтары тураһында киләһе һанда уҡығыҙ.
Айгөл ШАРАПОВА,
Екатерина ӘМИРОВА,
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.