Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡтың мөрәжәғәттәре иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ

Мәсетле районында граждандар сходтары башланды Уларҙың эшендә муниципаль район хакимиәте, күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, идаралыҡ һәм бүлексә етәкселәре ҡатнаша.Тәүге осрашыуҙар 14 мартта Яңы Яуыш, Ләмәҙтамаҡ һәм Әләгәҙ ауыл биләмәләрендә уҙҙы.

Халыҡтың мөрәжәғәттәре иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ
Халыҡтың мөрәжәғәттәре иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ

Яңы Яуыш ауыл биләмәһе
Йыйылышты район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин асты. Артабан ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов сығыш яһаны. Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр ауылдарында 865 кеше йәшәй. Бер йылда ауыл биләмәһендә 6 бала донъяға килгән, 11 кеше вафат булған.
4 шәхси эшҡыуар, 10 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй, улар 117 баш һыйыр малы һәм 27 баш йылҡы аҫрай.
Артабан Рөстәм Ғәлиулла улы ауыл бюджеты үтәлешенә туҡталды. 2022 йылда ауыл биләмәһенең бюджеты 2256,35 мең һум тәшкил иткән. Юлдар-ға ремонт үткәргән өсөн 2021 йылда өҫтәмә рәүештә 3563,543 мең һум аҡса алынған.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы отчетында тағы ла бер мөһим тема – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре яңғыраны. Әйтәйек, Иҫке Мишәр ауылы урамдарын яҡтыртыу системаһы ремонтланған, балалар майҙансығына ҡорамалдар ҡуйылған. “Айгөл” балалар баҡсаһында ҡоймалар евроштакетникка алмаштырылған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Яңы Яуыш ауыл мәҙәниәт йортонда тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған, тамаша залында 100 йомшаҡ уңайлы кресло ҡуйылған. Мәктәп бинаһы нигеҙе нығытылған, резерв һыу ятҡылығы биләмәһе кәртәләнгән, ҡар таҙартыу машинаһы һатып алынған.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 мартының  11ы һанында уҡығыҙ.

Автор: