Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
20 Февраль 2023, 14:20

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тармаҡ кәңәшмәһе

Был юлы тармаҡ кәңәшмәһе торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, юл эшмәкәрлегенә арналды. Кәңәшмә эшендә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, йәшәйеште тәьмин итеү хеҙмәттәре етәкселәре ҡатнашты.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тармаҡ кәңәшмәһе
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тармаҡ кәңәшмәһе

– Йәшәйеште тәьмин итеү граждандарыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған иң мөһим мәсьәлә булып тора, – тип башланы үҙенең докладын Азамат Мөхәмәтхаяз улы.

Төҙөлөш
Хаҡтарҙың артыуы, шул иҫәптән төҙөлөш материалдары ҡиммәтләнеү сәбәпле, торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күрһәткесе кәмегән: план буйынса 9600 кв. м булһа, 2022 йыл йом-ғаҡтары буйынса 6354 кв. м сафҡа индерелгән, был планға ҡарата 66% тәшкил итә.
“Заманса ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса былтыр Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Комета-спорт” мәҙәниәт һәм ял паркын (скейт-парк) төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған.
Ағымдағы йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанын, “Көньяҡ” мәҙәниәт һәм ял паркын, Яңы Мөслим ауылының мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү буйынса эштәр планлаштырылған.
Мәғариф системаһын яңыртыу программаһы нигеҙендә 2022 йылда Оло Аҡа һәм Ләмәҙтамаҡ мәктәптәрендә капиталь ремонт һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу эштәре башҡарылған. Шулай уҡ республика иҫәбенә ошо учреждениеларҙы төҙөкләндереү башҡарылған (территорияға асфальт түшәлгән, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, заманса спорт майҙансыҡтары булдырылған). Муниципаль бюджет средстволары иҫәбенә мәктәптәргә инеү юлдарына асфальт түшәлгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 90 млн һумдан ашыу тәшкил иткән.
Йәшәйеште тәьмин итеү системаһында иң мөһим проблемалар – ул “Светлячок”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары һәм Балалар сәнғәт мәктәбе эске инженер (эске йылылыҡ менән тәьмин итеү) системаларының ныҡ туҙыуы.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу һәм сығарыу
Уҙған йылда райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә контейнерҙар майҙансыҡтарын урынлаштырыу буйынса эштәр алып барылған. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә Яңы Мөслим, Әжекәй һәм Салйоғот ауылдарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡ контейнерҙары өсөн 20 майҙансыҡ ҡуйылған. Быйыл ошо уҡ программа буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылының төньяҡ өлөшөндә – 20 һәм Әләгәҙ ауыл биләмәһендә 20 майҙансыҡ төҙөләсәк.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 17 февралдә 7е һанында уҡығыҙ.

Автор: