Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов ҡатнашлығындағы кәңәшмә диалог форматында үтте. Әнис Ҡасим улы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ҡатмарлы осорҙағы намыҫлы һәм коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетовтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәҙерге хәл тураһында докладын тыңланы. Шулай уҡ ағымдағы йылға эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек варианттарын тикшерҙеләр.
Үҙәк район дауаханаһы – ул 79 койка-урынлыҡ тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар, 27 койка-урынлыҡ көндөҙгө стационар, сменаһына 490 кеше ҡабул итерлек поликлиника, 3 табип амбулаторияһы (сменаға 120 кеше ҡабул итерлек), 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм 8 йорт хужалығы.
Әлеге ваҡытта район дауаханаһында 34 табип эшләй, уларҙан 36 йәшкәсә – 10 табип, 153 урта медицина хеҙмәткәре (пенсионерҙар – 11; декрет ялында – 16), шул иҫәптән 36 йәшкә тиклем – 52 урта медицина хеҙмәткәре. Урта медицина персоналының дөйөм һанынан фельдшер-акушерлыҡ пункттарында 28 белгес эшләй (фельдшерҙар – 22, уларҙан пенсионерҙар – 12, акушер – 1, шәфҡәт туташы – 6), шул иҫәптән 36 йәшкә тиклемгеләр – 7 фельдшер. 2022 йылда “Ауыл фельдшеры” төбәк программаһы буйынса Теләш һәм Ишәле фельдшер-акушерлыҡ пункттарына – ике, “Ауыл фельдшеры” федераль программаһы буйынса Йонос фельдшер-акушерлыҡ пунктына бер фельдшер эшкә алынған.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 февралдә 5-се һанында уҡығыҙ.