Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов дөйөм белем биреү өлкәһенең эше менән таныштырҙы.
2022-2023 уҡыу йылында район мәктәптәрендә уҡыусыларҙың дөйөм һаны 2740 кеше тәшкил иткән (2021 йылда – 2686). Уҡыусылар контингенты 2 процентҡа артҡан.
Уҡыусыларҙың белем сифаты педагогтың, мәктәп коллективының төп хеҙмәт һөҙөмтәлелеге күрһәткестәренең береһе булып тора. 2021-2022 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса анализ күрһәтеүенсә, аттестацияланған 2391 уҡыусы араһында 321-е – “5”-легә (13%), 925-е “4” һәм “5”-кә өлгәшә (39%), өлгәшмәүселәр һаны – 25 (1%). Белем сифаты 2022 йылда уҙған уҡыу йылы менән сағыштырғанда 1,6 процентҡа кәмегән һәм 52,1% тәшкил иткән (2021 йылда – 53,7%). Өлгәшеү – 98,6% (2021 йылда – 98,9%).
Был уҡыу йылында Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының мәктәп этабында 4 – 11 класс уҡыусы-ларынан 1131 бала ҡатнашҡан, шулар-ҙан 519-ы – еңеүсе һәм призер, муниципаль этапта 325 уҡыусы ҡатнашҡан, шуларҙың 61-е – еңеүселәр, призерҙар. Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабына һигеҙ уҡыусы саҡырылған, дүртәүһе – башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаға һәм бер уҡыусы – татар теле буйынса төбәк-ара олимпиадаға.
2021-2022 уҡыу йылында районда 21 педагог профессиональ конкурста ҡатнашҡан: 13 педагог – “Йыл уҡытыусыһы”, 5 педагог – “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” һәм 3 педагог “Йөрәгемде балаларға бирәм” конкурстарында.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2022” төбәк конкурсының муниципаль этабы лауреаттары: лицей-ҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы Элина Мәтиғуллина – “Йәш уҡытыусы”, Яңы Мөслим урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Байрамғәлина – “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, Оло Аҡа урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ираида Закирова – “Һөнәргә тоғролоҡ өсөн”, Түбәнге Бобин урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Екатерина Ковина – “Оҫталыҡ һәм педагогик талант”, ошо уҡ мәктәптән информатика уҡытыусыһы Резеда Хәбетдинова – “Профессиональ һәм ижади үҫеш” номинацияларында.
2022 йылда муниципаль районда ял иткән, сәләмәтлектәрен нығытҡан балаларҙың дөйөм һаны 1011 тәшкил итә. Балаларҙың ялын ойоштороуға, шул иҫәптән һауыҡтырыу ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыуға муниципаль бюджеттан – 550 мең һум, республика бюджетынан 3,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Көндөҙгө һауыҡтырыу лагерҙарында, шулай уҡ хеҙмәт һәм ял лагерҙарында дөйөм алғанда 600-ҙән ашыу бала ял иткән. Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында 68 балиғ булмаған, 45 етем һәм опекаға алынған бала сәләмәтләндерелгән. “Ҡарлуғас” лагерында 136 бала ял иткән.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 3 февралдә 5-се һанында уҡығыҙ.