“Ҡарағай” шифаханаһы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты: дауалау учреждениеһы автобус маршруты аса. Унда халыҡ һәм ҡунаҡтар сәнәғәт зонаһынан үҙәккә һәм кирегә йөрөй аласаҡ.
Шифахананан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың октябрендә яңы уңайлы ПАЗ автобусы һатып алынған. Ул “Ҡарағай” шифаханаһы, Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы хеҙмәткәрҙәрен һәм ял итеүселәрен, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡын хеҙмәтләндерә.
Автобус раҫланған расписание буйынса көнөнә бер нисә тапҡыр йөрөй. Дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр көн дә тәүге рейс иртәнге сәғәт 8-ҙән “Ҡарағай” шифаханаһынан башлана. Туҡталыштар: С. Юлаев урамы, 78 (8.10) – Башҡорт гимназияһы (8.13) – “Магик” кафеһы (8.15) – сиркәү (8.20) – үҙәк (почта, 8.27) – Тракт урамы, 1 (күпер, 8.30) – балалар шифаханаһы (8.32) – “Ҡарағай” шифаханаһы (8.35).
Икенсе рейс 16.10 сәғәттә сыға, өсөнсөһө – 17.10 сәғәттә.
Шәмбе беренсе рейс эш көндәре маршруты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡуҙғала. Икенсеһе – 14.10-да: “Ҡарағай” – балалар шифаханаһы (14.13) – үҙәк (почта, 14.17) – “Вечный зов” магазины (14.20) – “Магик” кафеһы (14.23) – “Башҡорт гимназияһы” (14.27) – С. Юлаев урамы, 78 (14.31) – “Ҡарағай” (14.45).
Юл хаҡы – 30 һум, иҫәпләшеү – ҡул-аҡса менән һәм ҡул аҡсаһыҙ; шифахана кассаһында талондар һатып алырға мөмкин, уның буйынса юл хаҡы 25 һум тәшкил итә.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта “Ҡарағай” шифаханаһында автопарк ярайһы уҡ киңәйтелде. Бер нисә берәмек автотранспорт – йөк һәм еңел автомобилдәр, тракторҙар һәм башҡа техника һатып алынған.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.