Һауа аша электр тапшырыу линияһының дөйөм оҙонлоғо 31 км тәшкил итә, административ сиктең ике яғында ла шуның 12,9 километры “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте балансында тора.
Был электр тапшырыу линияһы 1963 йылда көсөргәнеш аҫтына ҡуйылған, тиҫтә йылдар эсендә ағас бағаналар һәм сым туҙған. 2022 йылдың июнендә йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре ағас таяуҙарҙы (улар йөҙҙән ашыу) тимер-бетонға, шулай уҡ сымдарҙы яңыларына алмаштыра башланы.
Эштәрҙе октябрь аҙағына тамамлау планлаштырыла. Реконструкция һөҙөмтәһендә 12,5 мең самаһы кеше йәшәгән туғыҙ ауылда – Оло Ыҡтамаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Айып, Оло Аҡа, Урта Аҡа, Степной, Ключевой, Абдулла һәм Әжекәйҙә электр менән тәьмин итеү һиҙелерлек ышаныслы һәм сифатлы буласаҡ.
Электр тапшырыу линияларын реконструкциялау шулай уҡ “Сосновка” һәм “Аҡтау” хужалыҡтарын электр менән тәьмин итеүҙең сифатын яҡшыртасаҡ. Компанияның реконструкцияға сығымдары 18 миллион һум самаһы тәшкил итә.