Ауыл, ҡасаба һәм башҡа торама пункттар 4G (LTE) мобиль бәйләнешкә тоташтырылһын өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында тауыш бирергә кәрәк. 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән торама пункттар һайлана. Республикалағы барлыҡ ҡалаларҙа йәшәүселәр республикабыҙҙың теләһә ниндәй ҡасабаһы йәиһә ауылы өсөн тауыш бирә ала. Мәҫәлән, әгәр һеҙҙең билдәле бер ауылда туғандарығыҙ йәшәй икән, йә унда ял итергә бараһығыҙ, ти. Торама пунктты һайлағыҙ һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” аша уның өсөн тауыш ҡалдырығыҙ.
Тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк һәм тауыш биргән ҡулланыусының төбәктә даими теркәлеүе мөһим.
Тауыш биреү өсөн https://www.gosuslugi.ru/inet һылтанмаһы буйынса үтегеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр шундай уҡ тауыш биреүҙә Ләмәҙтамаҡ һәм Теләш ауылдары айырыуса күп тауыш йыйҙы. Торама пункттарҙа кәрәҙле элемтәнең база станцияларын ҡуйыу 2023 йылдың 1 апрелендә тамамлана.
Тауыш биреү өсөн телефондан кодты үткәрегеҙ.