Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
24 Август 2022, 09:10

Республикала почта бүлексәләре яңыртыла

“Берҙәм Рәсәй”ҙең республика бүлексәһендә төбәктең почта бүлексәләрен яңыртыу темаһына кәңәшмә уҙҙы. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов, профилле ведомстволар, район хакимиәттәре һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Республикала почта бүлексәләре яңыртыла
Республикала почта бүлексәләре яңыртыла

Был проект партия башланғысы буйынса эшләй. Халыҡ программаһында “Рәсәй почтаһы”н модернизациялау һәм үҫтереү айырым билдәләнгән. Эштәр 2025 йылға тиклем дауам итә. 2022 йылда Башҡортостанда ауыл ерендә һәм төбәктең төпкөл урындарында урынлашҡан 20 почта бүлексәһен тәртипкә килтереү ҡаралған. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, улар халыҡ өсөн айырым әһәмиәткә эйә.

Мәсетле районында Яңы Мөслим, Оло Аҡа, Ләмәҙтамаҡ, Яңы Яуыш ауылдарында почта бүлексәләре яңыртыла.


“Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең БР Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры вазифаһын башҡарыусы Ленард Шафиҡовтың мәғлүмәттәренә ярашлы, Благовещен, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Өфө райондарында урынлашҡан ете объектта ремонт тулыһынса тамамланған. Бында яңы мебель йыялар ҙа инде.
Әлшәй, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Тәтешле, Федоровка, Әбйәлил райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында йәнә ете бүлексә яңыртыуҙың һуңғы стадияһында. Бынан тыш, биш объектта эштәр дауам итә.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Һәр почта бүлексәһендә пандус, махсус навигация һәм тәпәш тупһалар буласаҡ, кәрәк булған осраҡта килеүселәр тонометрҙар менән ҡуллана аласаҡ.
Шулай уҡ бөтә егерме объектта ла дарыухана пункттары һәм социаль хеҙмәт үҙәктәре асыласаҡ.
Осрашыуҙа шулай уҡ киләһе йылға заявка кампанияһы барышы ла тикшерелде. Программа буйынса ҡайһы бер почта бүлексәләре тиҙ төҙөлгән конструкциялы яңы биналарҙа урынлаштырыласаҡ (ошо көндәрҙә һайланған ер участкалары буйынса кадастр эштәре үткәрелә), икенселәре яңыртыласаҡ. Икенсе категорияға килгәндә, хәҙер яңыртыуҙы талап иткән объекттар урынлашҡан райондар хакимиәттәренә кәмселектәр исемлеген һәм сметаһын әҙерләргә кәрәк. Тәүгеләрҙән булып был бурысты Миәкә, Бүздәк, Әбйәлил, Мәсетле, Ҡариҙел һәм Илеш райондары үтәгән.
Мәсетле районында 15 почта элемтәһе бүлексәһе эшләй, юғарылағы бүлеге – Мәсәғүт почтамты. Программа буйынса Яңы Мөслим, Оло Аҡа, Ләмәҙтамаҡ, Яңы Яуыш ауылдарында почта бүлексәләре яңыртыла.
Ленард Шафиҡов аңлатыуынса, адрес базаһына ике аҙна һайын төҙәтмәләр индерелә. Әлеге ваҡытта икенсе ҡатта йәиһә ағас биналарҙа урынлашҡан почта бүлексәләре программанан төшөп ҡалған. 2024 йылда уларҙы тиҙ ҡоролоусы конструкциялар менән алмаштырыу күҙаллана.
20 авгусҡа тиклем заявка биреү кампанияһын тамамлау һәм объекттар исемлеген раҫлау бурысы йөкмәтелде.

“Берҙәм Рәсәй – Башҡортостан” гәзите материалдары буйынса.

Автор:Лариса Михалькова