Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
1 Август 2022, 09:15

“Реаль эштәр” мәсетлеләргә ярҙам итеүен дауам итә

2022 йылда Мәсетле районында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыуға 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

“Реаль эштәр” мәсетлеләргә ярҙам итеүен дауам итә
“Реаль эштәр” мәсетлеләргә ярҙам итеүен дауам итә

Проект Мәсетле районында һигеҙенсе йыл бойомға ашырыла. Был осорҙа ауыл биләмәләрендә дөйөм алғанда 21 миллион һумдан ашыуға мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары, һәйкәлдәр һәм һыу менән тәьмин итеү системалары ремонтланды һәм төҙөкләндерелде.
Быйыл Мәсетле районында 13 проект тормошҡа ашырыласаҡ.
Шулай итеп, Абдулла ауыл клубы өсөн креслолар һатып алыу ҡаралған. Әләгәҙ һәм Ләмәҙтамаҡ клубтарында электр сымына капиталь ремонт үткәреләсәк. Яңы Яуыш һәм Йонос клубтарында тәҙрәләрҙе алмаштырыу буйынса капиталь ремонт үткәреү планлаштырылған.
Тәкә ауылы клубында тәҙрәләрҙе һәм ишек уйымдарын алмаштырыу буйынса капиталь ремонт үткәреләсәк.
Степной ауылында балаларға уйын майҙансығы булдырыу ҡаралған. Яңы Мишәр ауылында ла балалар өсөн уйын майҙансығы асыласаҡ.
Яңы Яуыш ауылының “Айгөл” балалар баҡсаһында ҡойманы алмаштырыу планлаштырылған.
Байтаҡ наказдар бойомға ашырылған да инде. Мәҫәлән, Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәҙрәләр яңыртылды, Ҡаранай ауылында балаларға ҡыуаныс килтергән балалар өсөн уйын майҙансығы булдырылды. Тәкә һәм Йонос ауыл клубтарында тәҙрәләр алмаштырылды. Ә Түбәнге Бобин урта мәктәбе ашханаһы өсөн яңы өҫтәлдәр һатып алынды (һүрәттә).
“Реаль эштәр” проекты киң резонанс алды. Халыҡтың ыңғай фекерен һәм башҡарылған эштәрҙең байтаҡ күләмен иҫәпкә алып, өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға ярамай. Унан да бигерәк, мөмкин булған ғәмәлдәрҙе һәм ҡыҙыҡлы перспективаларҙы киңәйтеү тураһында уйланырға кәрәк.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова