Мәсетле эшҡыуарҙарына мөрәжәғәт итеп, Илшат Ғабдулла улы, был эшмәкәрлек өлкәһендә байрамдар һәм ял көндәре һирәк була, айырыуса бизнес үҫешкән осорҙа, тип билдәләне. Шуға күрә Эшҡыуарҙар көнөн байрам итеү эшлекле сараларға ҡайтып ҡала.
– Республика етәкселеге бизнесҡа ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә муниципаль “Инвестиция сәғәте”н индерҙе. Беҙҙең районда “Инвестиция сәғәте” “Эшҡыуар сәғәте” тип атала һәм кесаҙна һайын иртәнге сәғәт 10-да үтә. Унда муниципалитет территорияһында бизнес алып барыу менән ҡыҙыҡһынған бөтә эшҡыуарҙар һәм район граждандары ҡатнаша ала, – тине ул.
Район хакимиәте “Эшҡыуар сәғәте” форматында 18 кәңәшмә үткәрҙе. Уларҙа дөйөм суммаһы 36,1 миллион һумлыҡ 25 проект ҡаралған. Шәхси ҡатнашыуҙан тыш, эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡарауға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы аша йәки 8 (34770) 2-00-65, 2-03-06, 8-917-459-14-83 телефондары буйынса бирергә мөмкин.
Республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын Мәсетле районында инициативалы һәм маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр үҙ бизнесын аса, эш урындары булдыра, үҫешә. Илшат Хәсәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, районда иҡтисади әүҙем халыҡтың өстән бер өлөшө ауыл хужалығында, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙа, төҙөлөштә, ҡунаҡхана бизнесында, йәмәғәт туҡланыуы һәм башҡа өлкәләрҙә эшҡыуарҙар ойошмаларында эшкә урынлаштырылған.
– Һеҙ ысын мәғәнәһендә мөһим һәм яуаплы эш менән шөғөлләнәһегеҙ, районда социаль тотороҡлоҡто тәьмин итеүгә тос өлөш индерәһегеҙ. Һеҙ Рәсәйҙәге эшҡыуарлыҡтың иң яҡшы традицияларын дауам итеп, ҙур хәйриә эшмәкәрлеге алып бараһығыҙ. Хеҙмәтегеҙ артабан да районыбыҙҙың сәскә атыуына йүнәлтелер, тип ышанам, – тип билдәләне Илшат Ғабдулла улы.
Эшҡыуарҙарға Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, шулай уҡ үҙмәшғүлдәргә дәүләт ярҙамы саралары, хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләнеләр, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге проблемалы мәсьәләләрҙе аңлаттылар. Сығыштар барышында эшҡыуарҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, уларға тулы яуап алды.
Сара барышында район үҫешенә булышлыҡ иткән һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан иң әүҙем эшҡыуарҙар наградланды. Уларға грамоталар тапшырылды һәм рәхмәт белдерелде. Мәсетле районы хакимиәте исеменән шәхси эшҡыуар Ира Ғафарова Почет грамотаһы менән бүләкләнде, Альберт Ғафаровҡа, Ирина Скрябинаға, Наталья Зыряноваға, Елена Русинаға Рәхмәт белдерелде.
Светлана СЕРГЕЕВа
әҙерләне.