Беҙҙең райондан Оло Аҡа мәктәбе һәм Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбе 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән программаға индерелде. Был мәктәптәр 16 апрелдә ремонтлана башланы ла инде.
Уҡыу кабинеттарын, ашхананы, нигеҙҙе, түшәмде, иҙәнде бүлмә ишектәрен, бинаға инеү ишектәрен, баҫҡыстарҙы, йылытыу системаһын ремонтлау, электр селтәрен монтажлау, штукатурлау, йөҙләү, буяу эштәре һәм фасадты йылытыу, йөҙләү кеүек эштәр ҡаралған. Бынан тыш, мәктәп мебелен, ҡорамалдарҙы, уҡытыу сараларын яңыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ дөйөм белем биреү учреждениеһы биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Подрядсы ойошмалар сауҙалашыу һөҙөмтәләре буйынса билдәләнгән.
Өфө ҡалаһының “Филком” йәмғиәте Оло Аҡа мәктәбенә ремонт үткәрә (беренсе фото). Мәктәп етәксеһе Радис Әхмәтхановтың әйтеүенсә, барлыҡ йыһаз һәм ҡорамалдар ярҙамсы биналарға, урындағы клубҡа күсерелгән. Әле алты кешенән торған бер бригада эшләй. Эшселәр иҙәнде һүткән, стеналарҙы беренсе ҡат штукатурлай. Шулай уҡ сигнал һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары алынған. Электр менән тәьмин итеү, йылытыу системаһын, иҙәндәрҙе алмаштырыу, фасадты тышҡы яҡтан йылытыу, ҡыйыҡта ҡарҙы тотоп тороу ҡулайламаһы булдырыу, стеналарҙы һылау һәм буяу бурысы тора.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә подрядсы – Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Бында йылытыу системаһы, икенсе ҡаттағы иҙән демонтажланған, стенанан иҫке штукатурка алынған. Электр үткәргесен монтажлау эштәре бара. Артабан эшләү өсөн бөтә кәрәкле материалдар мәктәп биләмәһенә килтерелгән.
Эштәрҙе 2022 йылдың 25 авгусына тамамлау күҙаллана.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.