Бөгөн ауыл хакимиәтендә Рөстәм Әхмәтйәнов етәкселек итә. Урындағы үҙидарала 15 йыл хеҙмәт стажына эйә булған эштәр менән идара итеүсе Фәниә Камалова, ер мәсьәләләре буйынса үҙен яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәткән йәш белгес Гөлнара Күсәбир-ҙина, өс йыл хәрби-иҫәп өҫтәле хеҙмәткәре вазифаһын башҡарған Лилиә Нәбиуллина эшләй. Рәлиә Саҙиҡова хакимиәт бинаһы бүлмәләрен 10 йылдан ашыу таҙартып, тәртиптә тота.
– Беҙҙең ауыл биләмәһенә Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр ауылдары инә, – тип һөйләй Рөстәм Ғәлиулла улы. – Бында 880 кеше, шул иҫәптән 160 пенсионер, 18 йәшкә тиклемге 224 бала, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының бер тол ҡатыны, ике тыл ветераны йәшәй.
Биләмәлә балалар баҡсаһы, мәктәп, ике клуб, ике китапхана, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, биш магазин бар.
Ауыл биләмәһе хакимиәте эше һөҙөмтәһен, һис шикһеҙ, иң тәүҙә, уға тапшырылған биләмәнең тышҡы күренеше буйынса баһалайҙар. Һәм бында төҙөкләндереү мөһим роль уйнай. Был – бер көнлөк кенә түгел, йыл дауамында барған эш.
Яҙ етеү менән, йола буйынса, Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр ауылдары халҡы ҡыш буйына йыйылған сүп- сарҙы йыйыштырыуға тотона, япраҡтарҙан таҙарта.
Йәй көнө сүп үләндәре даими сабыла, кәрәкмәгән ағас үҫентеләре ҡырҡыла. Барлыҡ был эштәрҙә ауыл биләмәһе хакимиәте коллективы ла ҡатнаша. Улар ауыл халҡына йорт, ихата, йәмәғәт урындарында тәртип урынлаштырырға кәрәклеген шәхсән үҙ өлгөләрендә күрһәтә.
Урындағы үҙидараның уңышлы эшләүенең икенсе шарты – халыҡтың ышаныс кимәле. Яңы Яуыш ауыл биләмәһе белгестәренә халыҡ белешмә алыу, документтар әҙерләү, ер менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү өсөн килә.
Рөстәм Әхмәтйәнов 12 йыл дауамында ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй. Ошо йылдар эсендә ҙур мәсьәләләр хәл ителде: Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәрҙә интернет тотороҡло түгел ине, шуға күрә 2019 йылда сүс-оптика кабеле һалынды. Хәҙер халыҡҡа бөтә донъя селтәренең бар уңайлыҡтары ла тәҡдим ителә.
Ауылдарға 2000 йылда уҡ газ үткән. Әммә ул ваҡытта бер нисә яңы төҙөлгән урам проектҡа инмәй ҡала. Күп йылдар дауамында ошо урамдарҙа йәшәүселәр йорттарын газ менән йылытыу өҫтөнлөктәренән мәхрүм ине. Әммә бер нисә йыл элек был мәсьәлә лә хәл ителде – уларҙың да йорттарына зәңгәр яғыулыҡ килде.
Шулай уҡ ауыл биләмәһе эсендә юлдар төҙөкләндерелгән. 16 контейнер майҙансығының унауһы эшләп ҡуйылған. Шулай уҡ башҡаларына кәрәкле материалдар һатып алынған. Ике сүплек юҡ ителгән.
Хәҙер урындағы халыҡты борсоған төп мәсьәлә – Әй йылғаһы ярының һыу менән йыуылыуы. Һуңғы йылдарҙа ул айырыуса киҫкен тора. Яр буйы урамдарында йәшәүселәр яҙғы ташҡын башланыуын хәүефләнеп көтә. Ярҙы нығытыу эштәрен проектлау тамамланған. Әле финанслауҙы көтәләр.
Ауыл биләмәһе эсендәге эштәргә аҡса, нигеҙҙә, ауыл бюджетынан бүленә. Шуға күрә уны милеккә һәм ергә һалым менән тулыландырыу мөһим. Һалым йыйыу буйынса план тулы күләмдә үтәлә.
Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр ауылдары “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашты һәм Яңы Яуыш ауылы икенсе урынға сыҡты.
Үҙ эшендә Яңы Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәте йәмәғәт берекмәләренә таяна. Ике ауылдың да ҡатын-ҡыҙҙар советтары саралар уҙғарғанда әүҙем ярҙамлаша, ветерандар советы һәм “Ағинәйҙәр” ҡоро эшләй. Рәйестәре Елена Ғилметдинова менән Әҙибә Вәлиәхмәтованың ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ.
Һабантуй һәм башҡа байрамдарҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, эшҡыуарҙар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Динат Абдрахманов түңәрәк, секциялар ойоштороп, мини-футбол, волейбол буйынса күнекмәләр үткәреп, балаларҙы һәм йәштәрҙе спортҡа ылыҡтыра.
Яңы Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәте тарихына килгәндә, күп йылдар ауылдаштары мәнфәғәтендә эшләгән белгестәр тураһында һөйләп үтеү мөһим. Динат Абдрахманов хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарҙы. Ер төҙөлөшө буйынса эштәрҙе Әминә Абдрахманова алып барҙы, Гөлшат Низамова – бухгалтер, Мәүлиҙә Хәлилова эштәр менән идара итеүсе була.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.