Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
5 Апрель 2022, 09:10

Төп һорауҙарға яуаптар

Ауыл биләмәләрендә граждандар йыйылыштары башланды

Төп һорауҙарға яуаптар
Төп һорауҙарға яуаптар

Йыл башында, ғәҙәттәгесә, Мәсетле районы ауыл биләмәләрендә граждандарҙың дөйөм йыйылыштары уҙа. Бындай сара халыҡҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе йәшәйеште тәьмин итеү өлкәһе белгестәренә туранан-тура еткерергә мөмкинлек бирә. Ә етәкселек ауылдарҙа ниндәй проблемалар булыуы, халыҡты ниндәй һорауҙар борсоуы менән шәхсән таныша.
Тәүге йыйылыш Яңы Яуыш, Әләгәҙ, Яңы Мишәр һәм Йонос ауыл биләмәләрендә уҙҙы.

Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә, ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов һүҙҙәренсә, уҙған 2021 йылда биш бала тыуған, һигеҙ кеше вафат булған. 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, ауыл биләмәһе хужалыҡтарында 656 һыйыр малы иҫәпләнә (уҙған йылдан 86 башҡа күберәк). Шул уҡ ваҡытта һарыҡ-кәзәләр һаны 147 башҡа кәмегән һәм 203 баш тәшкил иткән. Һигеҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы, өс һөт йыйыусы эшләй.
Үткәрелгән өмәләрҙә клуб, мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ әүҙем ҡатнаша.
Үткән йылда һуғыш балалары йәшәгән 12 йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылған. Бөгөн ауыл биләмәһендәге йорттарҙың 50 проценты был кәрәкле ҡулайлама менән йыһазландырылған. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу өсөн 10 контейнер һәм өс бункер майҙансығы ҡулайлаштырылған. Ике сүплек бөтөрөлгән.
Иҫке Мишәр ауылында – Әй урамы, Яңы Яуышта Әй, Тыныслыҡ, Мәктәп, Күл, Баҡса урамдарында бөтәһе 3000 метрға яҡын юл ремонтланған. Тыныслыҡ урамында 50 ағас ултыртылған.
Рөстәм Әхмәтйәнов 2022 йылға эш пландары менән уртаҡлашты: контейнер май-ҙансыҡтарын урынлаштырыуҙы дауам итеү, Иҫке Мишәр ауылының яңы урамында яҡтыртҡыстар ҡуйыу, балалар баҡсаһы территорияһы тирәләй ҡойманы алмаштырыу.
Ауыл халҡы яр нығытыу мәсьәләһенең хәл ителеше менән ҡыҙыҡһынды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов әйтеүенсә, был юҫыҡта эштәр алып барыла, алты торама пунктта Әй йылғаһы ярын нығытыуҙы күҙ уңында тотҡан проект төҙөлгән. Финанслау көтөлә.
Шулай уҡ Яңы Яуыш халҡын ауыл клубы бинаһында һауа температураһының түбән булыуы борсой. Азамат Мөхәмәтхаяз улы Мәсетле районы ауыл клубтарында планға ярашлы яңыртыу эштәре алып барыла, тип билдәләне. Ремонт Оло Аҡа, Әләгәҙ, Теләш ауылдарында башҡарылған. Быйыл Кесе Ыҡтамаҡ ауылында эштәр планлаштырыла.
– Яңы Яуыш клубы бинаһына капиталь ремонт үткәреү әлегә планлаштырылмаған, – тип аныҡлап китте ул. – 2017 йылда бында йылытыу ҡаҙандары алмаштырылды, шулай уҡ тәҙрә һәм ишектәр яңыртылды. Бәлки, бина стеналарының йылылыҡ тотоу талаптарына тап килмәүе арҡаһында һыуыҡ һаҡланалыр. Был мәсьәләне беҙ ҡарауға алабыҙ.
Шулай уҡ халыҡ йылға буйында хәүефле юл участкаһы булыуын билдәләне. Ауыл биләмәһе башлығына ошо участкала һаҡлыҡ саралары булдырыу өсөн документтар әҙерләү бурысы ҡуйылды.

Әләгәҙ ауыл биләмәһенең 2021 йылғы демографик хәле шундай: 20 кеше тыуған, 51 кеше үлгән, 48-е килгән, 53-ө күсеп киткән.
Ауыл хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов хәбәр итеүенсә, төҙөкләндереү буйынса яҙҙан ҡышҡа тиклем аҙна һайын территорияларҙы таҙартыу буйынса өмәләр үткән. Был эштә ойошмалар, ирекмәндәр, ауыл старосталары һәм депутаттар ярҙам күрһәтә. 2021 йылда “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө”, “Ауылдың таҙа урамдары”, “Таҙа парк” экология акциялары һәм “Йәшел Башҡортостан” экология проекты уҙған. Халыҡ ярҙамы менән зыяраттар тәртипкә килтерелгән.
Уҙған йылда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн тағы ла биш контейнер һатып алынған. Мәләкәҫ ауылында мәктәп автобусы туҡталышы булдырылған, ауыл советы биләмәһе ҡоймаһы яңыртылған, һыу менән тәьмин ителгән.
Халыҡ һәм бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырылған “Урындағы башлан-ғыстарға ярҙам” программаһы буйынса ауыл биләмәһе ихтыяжы өсөн 1765000 һумға трактор һатып алынған. Район бюджетынан бүленгән 120000 һум күләмендәге аҡсаға гидро-боролош көрәге һатып алынған.
Берҙәм Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” программаһы ярҙамында Әләгәҙ ауыл клубының ҡыйығына ремонт эшләнгән.
Әләгәҙ ауылында – Тракт, Социалистик урамдары, Буртаковка ауылы урамдары, Мәләкәҫ ауылында Революция һәм Совет урамдары төҙөкләндерелгән. Әләгәҙ ауылында Йылға аръяғы һәм Төҙөлөш урамдарында һыу үткәреүсе торбалар һалынған. Оло Ҡыҙылбай һәм Сосновка ауылдары араһындағы күпер ремонтланған.
Уҙған йылда Әләгәҙ, Мәләкәҫ һәм Октябрьск ауылдарында һыу тәьминәте системаһын капиталь ремонтлау, шул иҫәптән торбаларҙы алмаштырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Әләгәҙ ауылының Төҙөлөш урамында һәм Октябрьск ауылында яңы һыу алыу башняһы урынлаштырылған, Мәләкәҫ ауылында һыу башняһы кәртәләнгән. 12 миллион һумлыҡ был эштәр “Социаль маҡсатлы программалар фонды” программаһы буйынса башҡарылған.
Әләгәҙ, Буртаковка, Октябрьск, Оло Ҡыҙылбай һәм Сосновка ауылдары 2024 йыл-ға тиклем иҫәпләнгән оҙайлы сроклы “Таҙа һыу” программаһына ингән. Ул һыу үткәргес селтәрҙәрен ремонтлау, реконструкциялау һәм төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Ағымдағы йылда өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыу һәм май-ҙансыҡтар булдырыу, Буртаковка ауылы Йылға аръяғы урамындағы күперҙе ремонтлау, Әләгәҙ ауылында һыу скважинаһын быраулау һәм башҡа эштәр планлаштырылған.
Әләгәҙҙәр биргән байтаҡ һорауҙар медицина персоналының етмәүенә, атап әйткәндә, Октябрьск ауылында фельдшерҙың булмауына ҡағылды. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов билдәләүенсә, был йүнәлештә эш алып барыла. Кадрҙар төрлө ысул менән эҙләнә, шул иҫәптән яңы белгестәр өсөн аҡсалата ярҙамды күҙ уңында тотҡан программалар ҙа ҡарала. Ләкин мәсьәлә асыҡ ҡала.
Шулай уҡ Әләгәҙ мәктәбе бинаһының иҫке булыуы көнүҙәк мәсьәлә булып тора, унда яҡын-тирәләге ауылдар-ҙан балалар белем ала. Азамат Ҡәләмов был мәсьәләнең хәл ителеү стадияһында булыуын хәбәр итте. Проектлау өсөн финанслау көтөлә.

Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә 319 йортта 1014 кеше йәшәй. Үткән йылда 3 сабый тыуған, 12 кеше үлгән. 188 кеше хәрби иҫәптә тора.
Ауылда 384 шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. Уларҙа 733 баш эре мал тотола.
2021 йылда Аҙанғол ауылында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса зыярат ҡоймаһын капиталь ремонтлау эштәре башҡарылған. Был маҡсатта республика бюджетынан 493 мең һум аҡса бүленгән, урындағы ҡаҙнанан 74 мең һум йүнәлтелгән. Халыҡ – 50 мең һум самаһы, бағыусылар 49 300 һум йыйған. Ағымдағы йылда ла ошо программала ҡатнашырға ниәтләйҙәр. “Яңы Мишәр үҙәкләштерелгән клуб системаһы өсөн музыка аппаратураһы һатып алыу” проекты буйынса документтар әҙер.
Уҙған йылда Яңы Мишәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск ремонтланды, Көршәлелә “Атайсал” проекты буйынса шишмә төҙөкләндерелгән. Ауыл биләмәһендә өҫтәмә 15 урам фонары урынлаштырылған, 33 лампа алмаштырылған. Шулай уҡ ауылдаштар ярҙамы менән “Мин Иҫәнбайҙы яратам” арт-объекты барлыҡҡа килгән.
2022 йылда Яңы Мишәр ауыл Советында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында, шулай уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашырға, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Яңы Мишәр ауылында (Иҫәнбай) балалар майҙансығы ҡуйырға, өҫтәмә фонарҙар ҡуйыу һәм юлдарҙы ремонтлау буйынса эште дауам итергә ниәтләйҙәр.
Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте, мәктәп, балалар баҡсаһы һәм мәҙәниәт учреждениеларының ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Улар аҙ булманы. Шуларҙың береһе – “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабында еңеү.
Артабан йыйылыусылар власть вәкилдәренән үҙҙәренең һорауҙарына тулы яуаптар алырға теләп, үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Шулай итеп, һыу башняһы, район үҙәгенә тиклемге юлдың торошо, Оло Ыҡтамаҡ – Яңы Мишәр маршруты буйынса автобус-тың булмауына һәм ауылдар араһындағы юлды ремонтлау-ға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡуҙғатылды. Шулай уҡ халыҡ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты буласаҡмы тип ҡыҙыҡһынды.
Йонос ауыл биләмәһендә 549 хужалыҡ урынлашҡан, уларҙа 1316 кеше теркәлгән. 2021 йылда 7 сабый донъяға килгән, 14 кеше үлгән.
Уҙған йылда төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуға республика ҡаҙнаһынан 500 мең һум алынған. Был аҡса түбәндәгесә бүленгән: 300 мең һум – Әбдрәхим ауылында сүп-лекте бөтөрөү, 180 мең һум – урамды яҡтыртыуға электр энергияһы өсөн түләү. 2022 йылда республика бюджеты аҡсаһын Айыпта сүплекте бөтөрөү һәм контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырыуға йүнәлтергә ниәтләйҙәр.
2021 йылда һыу үткәргес селтәрҙәре һәм скважиналар-ҙы иҫәпкә ҡуйыу буйынса эш башҡарылған. Быйыл был объекттарҙы теркәргә планлаштыралар. Көтөүлектәр сервитутын рәсмиләштереү буйынса эштәр тамамланған. “Реаль эштәр” проекты буйынса Айып башланғыс мәктәбе һәм Йонос ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы алмаштырылған. Айып ауылында бер км оҙонлоҡтағы юл төҙөкләндерелгән.
Әбдрәхим ауылында яугир-интернационалист Хәйерзаманов Рафаэль иҫтәлегенә йыл һайын ауыл биләмәһе командалары араһында волейбол турниры уҙа.
Тармаҡ вәкилдәре сығышынан һуң халыҡ үҙ проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡтан-асыҡ тикшерә алды. Газ үткәреү буйынса һорауҙар күп булды. Газ хеҙмәте етәксеһе Ринат Ғарипов уларға ентекле яуап бирҙе. Йыйылыусылар маршрут автобусының булмауы, бер крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығының хужалыҡ малдарын көтөү ҡағиҙәләрен үтәмәүенә зарланды. Шулай уҡ Әбдрәхим ауылының Ҡыҙыл Байраҡ урамында юлды ремонтлау һәм яр нығытыу буйынса мәсьәләләр күтәрелде.
Мөрәжәғәттәр буйынса тейешле аңлатмалар бирелде, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе йыйылыш барышында хәл итеп булды, ҡайһы берәүҙәре контролгә алынды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА һәм Айгөл ШАРАПОВА әҙерләнеләр.Йыл башында, ғәҙәттәгесә, Мәсетле районы ауыл биләмәләрендә граждандарҙың дөйөм йыйылыштары уҙа. Бындай сара халыҡҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе йәшәйеште тәьмин итеү өлкәһе белгестәренә туранан-тура еткерергә мөмкинлек бирә. Ә етәкселек ауылдарҙа ниндәй проблемалар булыуы, халыҡты ниндәй һорау-ҙар борсоуы менән шәхсән таныша.
Тәүге йыйылыш Яңы Яуыш, Әләгәҙ, Яңы Мишәр һәм Йонос ауыл биләмәләрендә уҙҙы.
Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә, ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов һүҙҙәренсә, уҙған 2021 йылда биш бала тыуған, һигеҙ кеше вафат булған. 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, ауыл биләмәһе хужалыҡтарында 656 һыйыр малы иҫәпләнә (уҙған йылдан 86 башҡа күберәк). Шул уҡ ваҡытта һарыҡ-кәзәләр һаны 147 башҡа кәмегән һәм 203 баш тәшкил иткән. Һигеҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы, өс һөт йыйыусы эшләй.
Үткәрелгән өмәләрҙә клуб, мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ әүҙем ҡатнаша.
Үткән йылда һуғыш балалары йәшәгән 12 йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйылған. Бөгөн ауыл биләмәһендәге йорттарҙың 50 проценты был кәрәкле ҡулайлама менән йыһазландырылған. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу өсөн 10 контейнер һәм өс бункер майҙансығы ҡулайлаштырылған. Ике сүплек бөтөрөлгән.
Иҫке Мишәр ауылында – Әй урамы, Яңы Яуышта Әй, Тыныслыҡ, Мәктәп, Күл, Баҡса урамдарында бөтәһе 3000 метрға яҡын юл ремонтланған. Тыныслыҡ урамында 50 ағас ултыртылған.
Рөстәм Әхмәтйәнов 2022 йылға эш пландары менән уртаҡлашты: контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыуҙы дауам итеү, Иҫке Мишәр ауылының яңы урамында яҡтыртҡыстар ҡуйыу, балалар баҡсаһы территорияһы тирәләй ҡойманы алмаштырыу.
Ауыл халҡы яр нығытыу мәсьәләһенең хәл ителеше менән ҡыҙыҡһынды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов әйтеүенсә, был юҫыҡта эштәр алып барыла, алты торама пунктта Әй йылғаһы ярын нығытыуҙы күҙ уңында тотҡан проект төҙөлгән. Финанслау көтөлә.
Шулай уҡ Яңы Яуыш хал-ҡын ауыл клубы бинаһында һауа температураһының түбән булыуы борсой. Азамат Мөхәмәтхаяз улы Мәсетле районы ауыл клубтарында планға ярашлы яңыртыу эштәре алып барыла, тип билдәләне. Ремонт Оло Аҡа, Әләгәҙ, Теләш ауылдарында башҡарылған. Быйыл Кесе Ыҡтамаҡ ауылында эштәр планлаштырыла.
– Яңы Яуыш клубы бинаһына капиталь ремонт үткәреү әлегә планлаштырылмаған, – тип аныҡлап китте ул. – 2017 йылда бында йылытыу ҡаҙандары алмаштырылды, шулай уҡ тәҙрә һәм ишектәр яңыртылды. Бәлки, бина стеналарының йылылыҡ тотоу талаптарына тап килмәүе арҡаһында һыуыҡ һаҡланалыр. Был мәсьәләне беҙ ҡарауға алабыҙ.
Шулай уҡ халыҡ йылға буйында хәүефле юл участкаһы булыуын билдәләне. Ауыл биләмәһе башлығына ошо участкала һаҡлыҡ саралары булдырыу өсөн документтар әҙерләү бурысы ҡуйылды.

Әләгәҙ ауыл биләмәһенең 2021 йылғы демографик хәле шундай: 20 кеше тыуған, 51 кеше үлгән, 48-е килгән, 53-ө күсеп киткән.
Ауыл хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов хәбәр итеүенсә, төҙөкләндереү буйынса яҙҙан ҡышҡа тиклем аҙна һайын территорияларҙы таҙартыу буйынса өмәләр үткән. Был эштә ойошмалар, ирекмәндәр, ауыл старосталары һәм депутаттар ярҙам күрһәтә. 2021 йылда “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө”, “Ауылдың таҙа урамдары”, “Таҙа парк” экология акциялары һәм “Йәшел Башҡортостан” экология проекты уҙған. Халыҡ ярҙамы менән зыяраттар тәртипкә килтерелгән.
Уҙған йылда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн тағы ла биш контейнер һатып алынған. Мәләкәҫ ауылында мәктәп автобусы туҡталышы булдырылған, ауыл советы биләмәһе ҡоймаһы яңыртылған, һыу менән тәьмин ителгән.
Халыҡ һәм бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырылған “Урындағы башлан-ғыстарға ярҙам” программаһы буйынса ауыл биләмәһе ихтыяжы өсөн 1765000 һумға трактор һатып алынған. Район бюджетынан бүленгән 120000 һум күләмендәге аҡсаға гидро-боролош көрәге һатып алынған.
Берҙәм Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” программаһы ярҙамында Әләгәҙ ауыл клубының ҡыйығына ремонт эшләнгән.
Әләгәҙ ауылында – Тракт, Социалистик урамдары, Буртаковка ауылы урамдары, Мәләкәҫ ауылында Революция һәм Совет урамдары төҙөкләндерелгән. Әләгәҙ ауылында Йылға аръяғы һәм Төҙөлөш урамдарында һыу үткәреүсе торбалар һалынған. Оло Ҡыҙылбай һәм Сосновка ауылдары араһындағы күпер ремонтланған.
Уҙған йылда Әләгәҙ, Мәләкәҫ һәм Октябрьск ауылдарында һыу тәьминәте системаһын капиталь ремонтлау, шул иҫәптән торбаларҙы алмаштырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Әләгәҙ ауылының Төҙөлөш урамында һәм Октябрьск ауылында яңы һыу алыу башняһы урынлаштырылған, Мәләкәҫ ауылында һыу башняһы кәртәләнгән. 12 миллион һумлыҡ был эштәр “Социаль маҡсатлы программалар фонды” программаһы буйынса башҡарылған.
Әләгәҙ, Буртаковка, Октябрьск, Оло Ҡыҙылбай һәм Сосновка ауылдары 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән оҙайлы сроклы “Таҙа һыу” программаһына ингән. Ул һыу үткәргес селтәрҙәрен ремонтлау, реконструкциялау һәм төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Ағымдағы йылда өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыу һәм май-ҙансыҡтар булдырыу, Буртаковка ауылы Йылға аръяғы урамындағы күперҙе ремонтлау, Әләгәҙ ауылында һыу скважинаһын быраулау һәм башҡа эштәр планлаштырылған.
Әләгәҙҙәр биргән байтаҡ һорауҙар медицина персоналының етмәүенә, атап әйткәндә, Октябрьск ауылында фельдшерҙың булмауына ҡағылды. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов билдәләүенсә, был йүнәлештә эш алып барыла. Кадрҙар төрлө ысул менән эҙләнә, шул иҫәптән яңы белгестәр өсөн аҡсалата ярҙамды күҙ уңында тотҡан программалар ҙа ҡарала. Ләкин мәсьәлә асыҡ ҡала.
Шулай уҡ Әләгәҙ мәктәбе бинаһының иҫке булыуы көнүҙәк мәсьәлә булып тора, унда яҡын-тирәләге ауылдар-ҙан балалар белем ала. Азамат Ҡәләмов был мәсьәләнең хәл ителеү стадияһында булыуын хәбәр итте. Проектлау өсөн финанслау көтөлә.
Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә 319 йортта 1014 кеше йәшәй. Үткән йылда 3 сабый тыуған, 12 кеше үлгән. 188 кеше хәрби иҫәптә тора.
Ауылда 384 шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. Уларҙа 733 баш эре мал тотола.
2021 йылда Аҙанғол ауылында “Урындағы башланғыс-тарға ярҙам” программаһы буйынса зыярат ҡоймаһын капиталь ремонтлау эштәре башҡарылған. Был маҡсатта республика бюджетынан 493 мең һум аҡса бүленгән, урындағы ҡаҙнанан 74 мең һум йүнәлтелгән. Халыҡ – 50 мең һум самаһы, бағыусылар 49 300 һум йыйған. Ағымдағы йылда ла ошо программала ҡатнашырға ниәтләйҙәр. “Яңы Мишәр үҙәкләштерелгән клуб системаһы өсөн музыка аппаратураһы һатып алыу” проекты буйынса документтар әҙер.
Уҙған йылда Яңы Мишәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск ремонтланды, Көршәлелә “Атайсал” проекты буйынса шишмә төҙөкләндерелгән. Ауыл биләмәһендә өҫтәмә 15 урам фонары урынлаштырылған, 33 лампа алмаштырылған. Шулай уҡ ауылдаштар ярҙамы менән “Мин Иҫәнбайҙы яратам” арт-объекты барлыҡҡа килгән.
2022 йылда Яңы Мишәр ауыл Советында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында, шулай уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашырға, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Яңы Мишәр ауылында (Иҫәнбай) балалар майҙансығы ҡуйырға, өҫтәмә фонарҙар ҡуйыу һәм юлдарҙы ремонтлау буйынса эште дауам итергә ниәтләйҙәр.
Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, мәктәп, балалар баҡсаһы һәм мәҙәниәт учреждениеларының ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Улар аҙ булманы. Шуларҙың береһе – “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабында еңеү.
Артабан йыйылыусылар власть вәкилдәренән үҙҙәренең һорауҙарына тулы яуаптар алырға теләп, үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Шулай итеп, һыу башняһы, район үҙәгенә тиклемге юлдың торошо, Оло Ыҡтамаҡ – Яңы Мишәр маршруты буйынса автобустың булмауына һәм ауылдар араһындағы юлды ремонтлауға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡуҙғатылды. Шулай уҡ халыҡ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты буласаҡмы тип ҡыҙыҡһынды.
Йонос ауыл биләмәһендә 549 хужалыҡ урынлашҡан, уларҙа 1316 кеше теркәлгән. 2021 йылда 7 сабый донъяға килгән, 14 кеше үлгән.
Уҙған йылда төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуға республика ҡаҙнаһынан 500 мең һум алынған. Был аҡса түбәндәгесә бүленгән: 300 мең һум – Әбдрәхим ауылында сүплекте бөтөрөү, 180 мең һум – урамды яҡтыртыуға электр энергияһы өсөн түләү. 2022 йылда республика бюджеты аҡсаһын Айыпта сүплекте бөтөрөү һәм контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырыуға йүнәлтергә ниәтләйҙәр.
2021 йылда һыу үткәргес селтәрҙәре һәм скважиналарҙы иҫәпкә ҡуйыу буйынса эш башҡарылған. Быйыл был объекттарҙы теркәргә планлаштыралар. Көтөүлектәр сервитутын рәсмиләштереү буйынса эштәр тамамланған. “Реаль эштәр” проекты буйынса Айып башланғыс мәктәбе һәм Йонос ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы алмаштырылған. Айып ауылында бер км оҙонлоҡтағы юл төҙөкләндерелгән.
Әбдрәхим ауылында яугир-интернационалист Хәйерзаманов Рафаэль иҫтәлегенә йыл һайын ауыл биләмәһе командалары араһында волейбол турниры уҙа.
Тармаҡ вәкилдәре сығышынан һуң халыҡ үҙ проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡтан-асыҡ тикшерә алды. Газ үткәреү буйынса һорауҙар күп булды. Газ хеҙмәте етәксеһе Ринат Ғарипов уларға ентекле яуап бирҙе. Йыйылыусылар маршрут автобусының булмауы, бер крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығының хужалыҡ малдарын көтөү ҡағиҙәләрен үтәмәүенә зарланды. Шулай уҡ Әбдрәхим ауылының Ҡыҙыл Байраҡ урамында юлды ремонтлау һәм яр нығытыу буйынса мәсьәләләр күтәрелде.
Мөрәжәғәттәр буйынса тейешле аңлатмалар бирелде, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе йыйылыш барышында хәл итеп булды, ҡайһы берәүҙәре контролгә алынды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА һәм Айгөл ШАРАПОВА әҙерләнеләр.

Төп һорауҙарға яуаптар
Төп һорауҙарға яуаптар
Автор:Лариса Михалькова