Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күп функциялы үҙәктә ниндәй хеҙмәттәр алырға мөмкин

Ошо хаҡта Оло Ыҡтамаҡ ауылы Күп функциялы үҙәк бүлексәһе мөдире Светлана Заһитова һөйләй.

Күп функциялы үҙәктә ниндәй хеҙмәттәр алырға мөмкин
Күп функциялы үҙәктә ниндәй хеҙмәттәр алырға мөмкин

– Светлана Данис ҡыҙы, Күп функциялы үҙәк хеҙмәттәре менән бөгөн барыһы ла файҙалана. Эшегеҙҙә ниндәйҙер яңылыҡтар бармы?
– Эйе, хәҙер “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктәренең бөтә офистарында ла эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарына төбәктә тормошҡа ашырылған көрсөккә ҡаршы дәүләт ярҙамы саралары хаҡында мәғлүмәт биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү ойошторолдо.
– Консультация алыу өсөн Күп функциялы үҙәккә шәхсән үҙеңә килергә кәрәкме?
– Консультацияны “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офисына шәхсән мөрәжәғәт итеп тә, бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса ла, учреждениеның рәсми сайтында ла алырға мөмкин.
Хеҙмәт күрһәтеү сиктәрендә үҙ-ара эш итеү республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Төбәк менән идара итеү үҙәге, профилле ведомство һәм бизнес-берләшмәләр менән берлектә ойошторолған.
– Консультация түләүлеме?
– Консультация түләүһеҙ тормошҡа ашырыла. Теләгән һәр эшҡыуар “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итә ала. Республика кимәлендә артабан анализлау һәм һөҙөмтәле дәүләт ярҙамы сараларын әҙерләү маҡсатында бөтә һорауҙар ҙа теркәлә. Әгәр һорауға яуап биреү өсөн уны башҡа власть органдары менән эшкәртеү талап ителһә – мәсьәлә төбәк менән идара итеү үҙәгенә йүнәлтелә. Ғариза биреүсегә яуап мөрәжәғәт иткәндән һуң өс көн эсендә уның күрһәткән телефон номеры йәиһә электрон почтаһына килә.
– Тағы ла ниндәйҙер яңылыҡ бармы?
– Эйе, Башҡортостан Республикаһының бөтә Күп функциялы үҙәк офистарында һәр йорт ихатаһына тиклем газ үткәреү проекты нигеҙендә халыҡтан капиталь төҙөлөш объектын газ бүлеү селтәренә тоташтырыу тураһында килешеү төҙөүгә алдан ғариза һәм документ ҡабул итеү мөмкинлеге тормошҡа ашырыла.
– Һеҙҙең аша ғариза биреү өсөн нимә кәрәк?
– Күп функциялы үҙәк офисы аша хеҙмәт алыу өсөн кәрәкле документтар: килешеү төҙөргә теләү тураһында ғариза (Күп функциялы үҙәктә тултырыла), ғариза биреүсенең (уның вәкиленең) шәхесен раҫлаусы документ; ИНН; СНИЛС; ғариза биреүсенең шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекты урынлашҡан ер участкаһына милек хоҡуғын (ҡуртым һ.б.) раҫлаған документ йәиһә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә; ситуация планы; шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектына милек хоҡуғын раҫлаған документ (Берҙәм дәүләт күсем-һеҙ милек реестрынан күсермә).
Әгәр ғариза биреүсенең вәкиле йорт ихатаһына тиклем газ үткәреүгә ғариза яҙһа, уға Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, ғариза биреүсе вәкиленең вәкәләттәрен раҫлаусы ышаныс ҡағыҙы йәиһә башҡа документтар тапшырырға кәрәк.
Шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектын газ селтәренә тоташтырыу тураһында ғариза “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡарауға ҡабул ителә.
Ғаризаны алғандан һуң, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән үҙ аллы бәйләнешкә инә.
Әйткәндәй, 2022 йылдың башынан Күп функциялы үҙәк офистарында халыҡтан капиталь төҙөлөш объектын газ бүлеү селтәренә тоташтырыу тураһында килешеү төҙөү өсөн 340 ғариза һәм документ ҡабул ителгән.
Белешмә
Йорт ихатаһына тиклем газ үткәреүгә ғариза биреү процедураһы буйынса консультацияны “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте телефоны аша (8-800-347-88-00), шулай уҡ компанияның bashgaz.ru сайты, йәиһә Берҙәм газ үткәреү операторы порталы (connectgas.ru) сайтына инеп алырға мөмкин. Шулай уҡ Берҙәм газ үткәреү операторы үҙәгенең 8-800-101-00-04 бушлай ҡыҙыу линияһы эшләй.
Эльвира РАМАЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова