Йәштәр матур тәбиғәт ҡосағында ултырған саф һауалы ауыл тормошо тураһында хыяллана. Әммә ауылға күсеп килеүҙән уларҙы берҙән-бер мәсьәлә тотҡарлай – ул эш. Интернет киңлеге үҫеше һәм кеҫә телефондарының киң ҡулланылыуына ҡарамаҫтан, мәсетлеләр почта бүлексәһе хеҙмәте менән файҙаланыуын дауам итә һәм беҙҙең ауылдың яңы кешеләре үҙҙәрен яңы һөнәрҙә таба.
Александр сығышы менән Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһынан. Мәктәпте тамамлағандан һуң, монтаж колледжында “Электр монтажсыһы” һөнәре ала. Оло Ыҡтамаҡҡа күсеп килгәнсе үҙ һөнәре буйынса эшләй.
Анастасия Байкал аръяғы крайының Ясногорск ҡала тибындағы ҡасабаһында тыуған. “Ашнаҡсы-икмәк бешереүсе” һөнәрен алып, ярымфабрикаттар цехында эшләй. 2003 йылда уның ғаиләһе Копейск ҡалаһына күсеп килә һәм буласаҡ тормош юлдашы менән ул шунда таныша.
Тыныс тормошҡа өйрәнгән ҡыҙ ҡаланың ығы-зығыһынан арый, 2021 йылдың йәйендә әсәһенең тыуған яғына – Оло Ыҡтамаҡ ауылына ғаиләһе менән күсеп килә. Бөгөн улар әсәһен дә үҙ янына алып, бергә йәшәй.
Мәсетле районы почта элемтәһе бүлексәһенә Александр уҙған йылдың октябрь айында урынлаша, ә Анастасия – быйыл февралдә. Уларҙың участкалары район үҙәгенең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Почтаны сорттарға айырып, сумкаға йыйғандан һуң, улар үҙҙәренең велосипедтарына ултырып, гәзит-журналдарҙы адресаттарға еткерә.
– Беҙ ваҡытты саф һауала үткәрергә яратабыҙ, – ти Анастасия. – Элегерәк, әсәйемә ҡунаҡҡа килгәндә, һәр ваҡыт велосипедта йөрөнөк.
Уларҙың төп бурысы – ваҡытлы матбуғат һәм хаттар таратыу. Ләкин бынан тыш, улар клиенттар өсөн өйҙә өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтә: гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштора. Ауылда почта эшмәкәрлеге аҙ килемле, уға ғына иҫәп тотһаң, почта хеҙмәте юҡҡа сығасаҡ. Шуға ла почтальондарға, профилле хеҙмәт күрһәтеү менән бер рәттән, ваҡлап сауҙа итергә лә тура килә.
– Сумкабыҙға гәзиттән тыш, иң кәрәкле тауарҙар ғына һалабыҙ, – ти Александр. – Сөнки теләһә ниндәй ваҡытта, почта бүлексәһенә инеп, кәрәкле әйберҙәрҙе алырға була.
Эш физик яҡтан да, эмоциональ да арыта, әммә, ҡәнәғәт халыҡтың ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәс, бөтә ауырлыҡтар онотола. Шуға күрә йәш ғаилә эште ярата, почта тармағына килеүҙәренә үкенмәй. Коллектив та оҡшай. Бүлексә начальнигы Алина Хановаға айырым ихтирам менән ҡарайҙар, ул һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.
Буш ваҡытта Брух ғаиләһе урманда йөрөргә ярата, йәйгеһен еләк-емеш һәм бәшмәк йыя. Анастасия гитарала уйнау менән мауыға.
Лариса РИЗВАНОВА.