Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
22 Февраль 2022, 11:15

Хәүефһеҙлек маҡсатында

Дыуан-Мәсетле ауылында күперҙә ремонт эштәре башҡарылды.

Хәүефһеҙлек маҡсатында
Хәүефһеҙлек маҡсатында

– Был күпер бер кемдең дә балансында тормай, шуға күрә уны төҙөк хәлдә тотоу өсөн финанслау ҡаралмаған, – тип һөйләй Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Фазылов. – Йыл һайын беҙ үҙебеҙҙең иҫәпкә ремонт эштәрен үткәрәбеҙ.
Күперҙе ремонтлауҙа ауыл советына шәхси эшҡыуар Алексей Байрамов ҙур ярҙам күрһәтә. Ул газ менән иретеп йәбештереү эштәрен башҡарған. Шулай уҡ, Айрат Фазылов әйтеүенсә, транспорттың хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн күперҙе ваҡытында ҡарҙан таҙартыу эштәре алып барыла.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: уҙған йылдың көҙөндә ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Бурансы ауылында ла күпер ремонтланды. Эштәр ауыл хакимиәте, ауыл халҡы, урындағы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары көсө менән һәм аҡсаһына башҡарылған.
Шуныһы ҡыуаныслы, йыл башында Дыуан-Мәсетле ауылындағы һырғалаҡ территорияһына ут үткәрелгән. Хәҙер балалар һәм өлкәндәр бында тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ла конькиҙа шыуа ала. Был сараны ғәмәлгә ашырырға Мәсетле районы мәғариф бүлеге, шулай уҡ урындағы йәш имам Айрат хәҙрәт Борханов ярҙам итте.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова