Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
11 Февраль 2022, 15:10

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тармаҡ кәңәшмәһе

Иң һуңғы тармаҡ кәңәшмәһе төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл эшмәкәрлеге, газ һәм электр менән тәьмин итеү, элемтә һәм мәсетлеләрҙең йәшәйеш мәсьәләләренә арналды. Башҡа саралар кеүек, ул да онлайн уҙҙы.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә  тармаҡ кәңәшмәһе
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тармаҡ кәңәшмәһе

Кәңәшмә эшендә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, ресурстар менән тәьмин итеүсе һәм коммуналь ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
Әнис Ҡасим улы был структураның граждандар тормошонда мөһим булыуын билдәләне.
– Бөгөнгө көн нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, коммуналь һәм ресурс менән тәьмин итеү хеҙмәттәре һәр ваҡыт кәрәкле булды һәм булып ҡала, – тине ул.
Азамат Мөхәмәтхаяз улы был өлкәләге төп мәсьәлә һәм проблемаларҙы билдәләне.

Төҙөлөш
2021 йылда Мәсетле районында 8381 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, 2020 йылда был күр-һәткес 1573 квадрат метр тәшкил иткән. 2024 йылға уны 11500 квадрат метрға еткереү бурысы тора. Төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыу шарттарында был ярайһы уҡ ҡатмарлы мәсьәлә булып ҡала. Беренсенән, Көньяҡ-2 һәм Көнсығыш биҫтәләрен үҫтереүҙе дауам итергә кәрәк. Көнсығыш биҫтәһендә торлаҡ төҙөлөшөн тотҡарлаусы төп фактор – һыу тәьминәтенең булмауы. Уны проектлау тамамланған, дәүләт экспертизаһын алыу көтөлә.
Яңы һыу алыу ҡоролмаһының ҡеүәте тәүлегенә 1000 кубометр тәшкил итергә тейеш. Хәҙер төҙөлөш-монтаж эштәрен финанслау мәсьәләһе өйрәнелә, уның яҡынса суммаһы 230 миллион һум тәшкил итә.
Көньяҡ биҫтәһен Оло Ыҡтамаҡ ауылы эсенә индереү буйынса генераль план әҙерләнгән һәм раҫланған. Уның биләмәһендә 350 участка урынлашасаҡ, межалау мотлаҡ.
Электр селтәрен һуҙыу эштәре менән “ГИП-Электро” йәмғиәте шөғөлләнәсәк, торама пункттарҙы газ селтәренә тоташтырыу программаһын ҡулланыу мәсьәләһе өйрәнелә. “Таҙа һыу” программаһы иҫәбенә һыу үткәргес һуҙыу планлаштырылған, уны 2023-2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Яңы биҫтәләр өсөн 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ-Яңы Мөслим юлына сығыу урыны менән ике биҫтәне берләштереүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Был мәсьәләләрҙе хәл итмәйенсә тороп, торлаҡ төҙөлөшөн арттырыу мөмкин түгел.
Яңы Мөслим һәм Дыуан-Мәсетле ауылдарында мәҙәниәт йорттарын проектлау эштәре алып барыла. Ағымдағы йылдың апрель айында дәүләт экспертизаһы һығымтаһын алырға, төҙөлөштө башларға һәм 2023 йылда объекттарҙы тапшырырға ниәтләйбеҙ.
Районда яңы социаль объекттар: Башҡорт гимназияһы һәм лицей өсөн спорт залдары, Әләгәҙ ауылында яңы мәктәп, район үҙәгендә сәнғәт мәктәбе төҙөргә кәрәк. Был йүнәлештә эштәр башланған.

Төҙөкләндереү
Азамат Мөхәмәтхаяз улы билдәләүенсә, төҙөкләндереү өлкәһендә эште әүҙемләштерергә: иҫке һәм хужаһыҙ объекттарҙы һүтергә, йәмәғәт, күп фатирлы йорт, предприятие һәм ойошма биләмәләрен, шәхси йорттарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк.
Мәҫәлән, Энергетиктар һәм Балашов урамдарынан алып, дауахана территорияһын урап, ауыл үҙәгенә тиклем тротуар һалырға кәрәк. Шулай уҡ Тракт урамындағы авария хәлендәге йортто һүтеү мәсьәләһен дә хәл итеү бурысы тора.
Ағымдағы йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә “Комета-спорт” ял һәм мәҙәниәт паркы биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Быйыл ошо программа буйынса яңыртыласаҡ объекттарҙы ла билдәләү урынлы. Былтырғы кеүек үк, бында халыҡтың ҡатнашыуы мөһим – 15 процент тауышты халыҡ бирергә тейеш.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Районда һыу менән тәьмин итеү проблемаһы бар. 23 ауылда һыу менән тәьмин итеү – үҙәкләштерелгән. Дүрт ауыл биләмәһендә хеҙмәтләндереүсе ойошмалар бар, башҡаларында был мәсьәлә хәл ителмәгән. Уларҙа староста, ауыл хужалығы предприятиеһы башлыҡтары һәм башҡалар яуаплы итеп тәғәйенләнгән.
“Үҙәкләштерелгән һыу тәьминәте системаһын яҡшыртыу” республика программаһы ярҙамында Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин, Еңеү, Интернационал, И. Крючков, Пролетар урамдарындағы ҡайһы бер проблемалар хәл ителде, “Шиҙәле” һыу алыу ҡоролмаһындағы һыу баҫымы башняһы алмаштырылды. Мәләкәҫ ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһы тулыһынса яңыртылды. Октябрьск һәм Әләгәҙ ауылдарында һыу менән тәьмин итеү селтәре өлөшләтә ремонтланды һәм иҫке һыу тарттырыу ҡоролмаһы алмаштырылды.
Быйыл Кесе Ыҡтамаҡ ауылында һыу менән тәьмин итеү селтәрен ремонтлау һәм Һөләймән ауылында һыу тарттырыу ҡоролмаһын алмаштырыу күҙаллана.

Күп фатирлы йорттарҙы
хеҙмәтләндереү
Районда йәмғеһе 54 күп фатирлы йорт бар, шуларҙың 30-ы менән хеҙмәтләндереү килешеүе төҙөлгән.
2021 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тракт урамында 13-сө күп фатирлы йорттоң ҡыйығына капиталь ремонт эшләнгән, унда ике миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Ағымдағы йылда капиталь ремонт план буйынса Ленин урамындағы 9-сы (сарлаҡ япмаһын 1 миллион 260 мең һумға йылытыу), Тракт урамындағы 4-се (3 миллион 236 мең һумға ҡыйыҡты йүнәтеү), Тыныслыҡ урамындағы 19-сы (4 миллион 790 мең һумға ҡыйыҡты йүнәтеү) күп фатирлы йорттарҙа уҙғарыла. Киләһе йылда Тракт урамындағы 9-сы күп фатирлы йорттоң ҡыйығын ремонтлау (6 миллион 306 мең һум) планлаштырылған.
Шул уҡ ваҡытта 2014 йылдың октябренән 2022 йылдың 12 ғинуарына тиклем капиталь ремонт өсөн йыйым 16 492 653 һум тәшкил иткән, был – 86,9%. Бурыс – 2 миллион 104 мең һум.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу
Контейнер майҙансыҡтарын булдырыу, кәрәкле күләмдә контейнерҙар һатып алыу, контейнер майҙансыҡтарын хеҙмәтләндереү проблемаһын хәл итеү буйынса эштәр дауам итәсәк.
Азамат Ҡәләмов билдәләүенсә, Мәсетле районы территорияһында 43 сүплектең 15-е генә бөтөрөлгән. Шуға күрә был йүнәлештә тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтөлә.

Юл һәм юл хәрәкәте
хәүефһеҙлеге
2021 йыл йомғаҡтары буйынса, район территорияһында юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы теркәлгән, алты кешенең ғүмере өҙөлгән, 22-һе йәрәхәтләнгән.
Хәрәкәт юлынан сығып китеү һәм йәйәүлеләрҙе төрттөрөү – юл-транспорт ваҡиғаларының иң йыш теркәлгән осраҡтары. Алда әйтеп үтелгән хәл-ваҡиғаларҙың бишәүһе тейешле шарттарҙың булмауы сәбәпле килеп сыҡҡан (торама пункт һәм тротуарҙа урам-юл селтәрендә яһалма яҡтыртыу, юл билдәләренең булмауы йәиһә юл билдәләренең насар булыуы һ.б.). Дүрт юл-транспорт ваҡиғаһында иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән водителдәр ғәйепле тип танылды.

Пассажирҙар ташыу
Районда 15 автобус маршрутының етәүһе генә эшләй. Ҡалған һигеҙ йүнәлеш буйынса килеме түбән булғанлыҡтан автобус маршруты туҡтатылған. Пассажирҙар ташыуҙы көйләүсе тарифҡа күсерергә кәрәк. Бының өсөн 12 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Был проблеманы хәл итеү буйынса эш дауам итә.

Газ менән тәьмин итеү
Мәсетле районы ауыл биләмәләренә газ үткәреү кимәле 67% тәшкил итә, йәғни 2300 йортҡа газ инмәгән.
Ҡорғат, Юлай, Тимербай, Ғүмәр, Жвакино, Үрге Бобин, Айып, Әбдрәхим, Тимерәк ауылдарына газ үтмәгән.
Президенттың “Социаль газ үткәреү” проекты нигеҙендә ауыл эсендә газ үткәреү буйынса эштәр алып барыла. Бөгөн 160 ғариза теркәлгән.
Шулай уҡ кәңәшмәлә ауылдарҙы кәрәҙле элемтә, интернет менән тәьмин итеү, янғын хәүеф-һеҙлеге һәм башҡа мәсьәләләр ҡуҙғатылды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор:Лариса Михалькова