Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
8 Февраль 2022, 12:20

Газ үткәреү эштәре дауам итә

2021 йылдың 18 октябренән, Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 13 сентябрендә ҡабул ителгән 1547-се ҡарарына ярашлы, капиталь төҙөлөш объекттарына газ үткәреү һәм торлаҡты газға тоташтырыуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде.

Газ үткәреү эштәре дауам итә
Газ үткәреү эштәре дауам итә

Социаль газ үткәреү газ селтәренән алып граждандарҙың ер участкалары сиктәренә тиклем бушлай газ үткәргестәр төҙөү һәм газға бушлай тоташтырыуҙы күҙ уңында тота.
– Шәхси йорттарға социаль ярҙам булараҡ газ үткәреү – ул физик шәхес йәшәгән торама пунктта газ селтәре һуҙылған һәм уның буйынса газ үткән, йорт уның милек хоҡуғында йәиһә закон менән ҡаралған башҡа хоҡуҡ буйынса был йортта урынлашҡан осраҡта, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға бәйле булмаған шәхси, ғаилә, йорт һәм башҡа ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн физик шәхестәрҙән аҡса алмайынса, газ ҡорамалын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙы (технологик тоташтырыуҙы) тормошҡа ашырыу, – тип һөйләй “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте филиалының Мәсетле комплекслы хеҙмәте начальнигы Ринат Ғарипов.
Өйгә газ үткәреүгә ғариза биреү өсөн түбәндәге документтарҙы килтерергә кәрәк:
- ғариза биреүсенең/вәкилдең шәхесен раҫлаусы документтың күсермәһе,
- шәхси иҫәптең страховка номеры,
- һалым түләүсенең номеры,
- милек хоҡуғын раҫлаған документ күсермәһе йәиһә закон менән ҡаралған башҡа хоҡуҡ (шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекты йәиһә бергә төҙөлгән торлаҡ йорттоң бер өлөшө),
- ғариза биреүсенең йорто урынлашҡан ер участкаһына милек хоҡуғын раҫлаған документтың күсермәһе,
- ситуация планы.
Мәсетле районында йорт территорияһы сигенә бушлай газ үткәреү эше тиҙләтелеп, президент программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Районға газ үткәреү былай ҙа әүҙем бара – һуңғы йылдарҙа районда торама пункттарҙа газ үткәреүселәр һаны бермә-бер артты. Мәсетле комплекслы хеҙмәте йорттарға газ үткәреү менән әүҙем шөғөлләнә, 2021 йылда 169 фатирға газ үткән. Бөгөнгө көндә газ менән тәьмин итеү хеҙмәте 20 объектты газ селтәренә тоташтырған.
Беҙҙең районда 49 ауылдың ҡырығы газ менән ҡуллана. Әлеге ваҡытта Тайыш ауылында зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу эштәре әүҙем бара, унда 1550 метрға зәңгәр яғыулыҡ үткәргес төҙөү планлаштырыла.
Йонос ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин әйтеүенсә, ауылға газ 2009 йылда уҡ үткән.
– Ул ваҡытта Урман һәм Урал урамдары норматив документтар буйынса торама пункттан ситтә урынлашҡан ине, шуның өсөн дә улар газ үткәреү планына инмәй ҡалды. Был урамдарҙы документ буйынса ауыл территорияһына индереү өсөн район хакимиәте һәм урындағы халыҡ менән берлектә ҙур эш башҡарылды: һәр йорттоң ер участкаһын межалау, иҫәпкә ҡуйыу, торама пункт эсенә күсереү. Бөтә этаптарҙы үткәс кенә газ үткәреү мөмкинлеге тыуҙы, – тип һөйләй Рәүеф Мөғин улы. – Урман урамында туғыҙ йорт хужалығы булһа, Урал урамында – дүрт. Улар-ҙың туғыҙы “Социаль газ үткәреү” программаһы буйынса ғариза биргән дә инде. Башҡалар ҙа унда ҡатнашырға иҫәп тота.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был программа газ селтәре үткән торама пункттарҙа урынлашҡан йорттарға ғына ҡағыла. Мәсетле районында был эштәргә түбәндәге ауылдар урамдары инә: Көршәле ауылында Гөршишмә, Йәштәр; Ясин ауылында – Йәшел сауҡалыҡ; Яңы Яуыш ауылында – Баҡса, Мәктәп; Иҫке Мишәр ауылында – Тау; Йонос ауылында – Салауат Юлаев, Совет; Тайыш ауылында – Урман, Урал, Зәки Вәлиди; Әбдрәхим ауылында – Ҡыҙыл Байраҡ; Дыуан-Мәсетле ауылында – Тау; Йыланыш ауылында – Яңы; Түбәнге Туҡбай ауылында – Дневаловка, Йәштәр, Яр буйы, Баҡса, Сосновка; Түбәнге Бобин ауылында – Мәктәп, Баҡса; Кесе Ыҡтамаҡ ауылында – Урман, Ленин; Һабанаҡ ауылында – Шишмә; Ҡаранай ауылында Яр буйы, Ерекле.
Газ менән тәьмин итеү селтәренә тоташтырыуға 86 йортта йәшәүсе кеше ғариза яҙып мөрәжәғәт иткән. Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыуға ғариза йыйыу эше әле лә дауам итә.
Халыҡҡа ер участкалары сиктәренә бушлай газ үткәреү өсөн “Газпром төбәк-ара газ” төркөмөнөң Берҙәм клиенттар үҙәгендә һәм дәүләт порталы аша ғариза бирергә мөмкин.

Лариса РИЗВАНОВА.

Фото

Автор:Лариса Михалькова