Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
28 Ғинуар 2022, 15:25

Йомғаҡ яһарға һәм бурыстар билдәләргә ваҡыт

Мәсетле районында хакимиәт тармаҡтарының 2021 йыл эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса кәңәшмә уҙҙы. Был – йыл һайын ғинуарҙа үткәрелгән сара. Район хакимиәтенең бүлек начальниктары, белгестәр, муниципалитет ойошмалары вәкилдәре башҡарылған эш тураһында отчет менән сығыш яһаны, проблемалар һәм мәсьәләләр менән таныштырҙы, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте һәм яңы отчет йылына пландар менән уртаҡлашты. Донъялағы ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл кәңәшмә онлайн ойошторолдо.

Йомғаҡ яһарға һәм бурыстар билдәләргә ваҡыт
Йомғаҡ яһарға һәм бурыстар билдәләргә ваҡыт

Социаль блок
Райондың социаль өлкәһенә РФ Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығы, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, Төньяҡ-көнсығыш халыҡ мәшғүллеге үҙәге бүлеге, “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге, опека һәм попечителлек буйынса сектор, балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия инә.
Мәсетле районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе Илнур Вәлиев үҙе етәкләгән бүлек эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
2021 йылда йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға бюджеттан 190 мең һум бүленгән.
Хакимиәттең структур бүлексәләре, район учреждениелары һәм предприятиелары араһында системалы ведомство-ара эш итеү программаны һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙың мөһим шарттарының береһе булып тора. Районда йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса эш ете өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса төҙөлә.
Районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, балиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш системалы характерҙа алып барыла һәм балалар, йәштәр менән социаль-психологик эш, тематик дәрестәр, класс сәғәттәре, профилактик әңгәмәләр, анкета тултырыу, фильмдар күрһәтеү һәм башҡа эштәр аша тормошҡа ашырыла. Психолог Гөлнара Шәйхелисламова аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, социаль имен булмаған ғаиләләр һәм профилактик иҫәптә торған үҫмерҙәрҙе бындай сараларға йәлеп итеү буйынса ярҙам күрһәтә. Ул балиғ булмаған балалар тәрбиәләүсе имен булмаған ғаиләләр менән профилактик эш алып барыу-ҙа ҡатнаша.
Шулай уҡ Йәштәр үҙәге әүҙемдәре төрлө сара, акция, форумдар ойоштороп ярҙам итә.
Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү йүнәлеше буйынса Еңеү көнө, белем биреү учреждениеларында гражданлыҡ-патриотик эш айлығы, мәктәп уҡыусылары араһында “Зарница” хәрби-спорт уйыны, Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көндәре үткәрелә.
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Бер кем дә онотолмаған” проекты нигеҙендә, иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнөндә мәрхүм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәренең ҡәберҙәрен төҙөкләндереү буйынса акция уҙҙы. “Бер кем дә онотолмаған” проекты буйынса электрон хәтер китабын тултырыу эше дауам итә, эштәр барлыҡ ауыл биләмәләрендә алып барыла.
Йәш ғаилә институтын нығытыу буйынса эш йәш ғаиләләргә торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам, ғаилә психологияһы мәсьәләләре буйынса консультация хеҙмәте күрһәтеү, йәш ғаиләләрҙең буш ваҡытын йөкмәткеле итеп ойоштороу аша тормошҡа ашырыла.
Районда 200 самаһы ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыр-тыуға мохтаж. “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы буйынса “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” ведомство маҡсатлы программаһы нигеҙендә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эштәр алып барыла. 59 йәш ғаилә сиратта тора. 2021 йылда күп балалы ике йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға дөйөм суммаһы 2048886 һумлыҡ субсидия бирелде. 2022 йылда план буйынса бер күп балалы ғаилә 1714797 һум аласаҡ.
Йәмәғәт ойошмалары Йәштәр үҙәге белгестәре етәкселегендә социаль проектлау буйынса “Үҫеш территорияһы” йәштәр форумы, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары лидерҙары һәм етәкселәренең “21 быуат лидеры” район конкурсы кеүек бик күп сараларҙы ойоштороусы булып тора. Йәштәр үҙәге белгестәре грант алыуға конкурста ҡатнашты: физик шәхестәр араһында бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы (һөҙөмтәһеҙ), “Рәсәй ирекмәне-2021” конкурсы (Анита Ғафарованың ғаризаһы юғары балл йыйҙы һәм 2022 йылда ҡатнашырға тәҡдим ителде).
Үрҙә әйтелгәндәрҙән тыш, районда балиғ булмағандарҙы эшкә урынлаштырыу һәм уларҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, йәштәр үҙидараһы, ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү, йәштәрҙең буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Мәсетле районы ирекмәнлек йүнәлеше буйынса Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт дәүләт комитеты үткәргән “Йыл ҡаҙанышы” конкурсында беренсе урын яуланы.
2022 йылда йәштәр сәйәсәте бүлеге үҙ алдына түбәндәге бурыстар ҡуя: йәштәр советы эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, студент йәштәр менән эште көсәйтеү, өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар өсөн район советы булдырыу, уның эшен ойоштороу; Йәштәр үҙәге ҡарамағындағы түңәрәктәр селтәрен киңәйтеү, Йәштәр үҙәге белгестәренә эш хаҡын арттырыу, йәштәр араһында күмәк спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар һанын арттырыу.
Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн районда 117 спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән 23 спорт залы, 71 яҫы ҡоролма (уйын спорт майҙансыҡтары, хоккей ҡумталары, футбол майҙандары), бер саңғы базаһы, бассейн, атыу тиры, урам тренажерҙары менән ете майҙансыҡ, өс универсаль майҙансыҡ, бер йүгереү юлы бар.
2021 йылда физкультура һәм спортты үҫтереүгә 527 мең һум бүленде: спорт сараларын уҙғарыу һәм ҡатнашыу-ға – 223,9 мең һум; спорт ҡорамалы һәм инвентары һатып алыуға 303,1 мең һум тотонолдо.
Уҙған йылда районда физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны 10496 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән 478-е – мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, 2399-ы – мәғариф учреждениелары, 150-һе – Оло Ыҡтамаҡ ауылы Дыуан күп профилле колледжы филиалы, 763-ө – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 6706-һы – башҡа предприятие һәм ойошмаларҙа.
2021 йылда 47 спорт сараһы уҙҙы. Пандемия сәбәпле планлаштырылған күп саралар үткәрелмәне.
Район үҙәгендә өҫтәмә спорт залына мохтажлыҡ, “Комета-спорт” саңғы базаһында һыу булмауы, ҡыш-ҡы осорға “Атлант” стадионына өҫтәмә эшсе ставкалары кәрәклеге кеүек мәсьәләләр билдәләнде.
2022 йылда ауыл биләмәләре, район ойошмалары, предприятиелар, учреждениелар араһында спартакиада һәм башҡа спорт сараларын тергеҙеү күҙаллана.
Мәсетле районындағы “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгенең 2021 йылғы эшмәкәрлеге тураһында етәксеһе Диана Мещерякова һөйләне.
Ойошма балиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, балиғ булмаған балалы, оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар, шул иҫәптән инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә социаль-психологик патронаж ойоштороу һәм уларға ярҙам; балиғ булмаған балаларҙың ҡараусыһыҙ һәм ҡарауһыҙ ҡалыуын иҫкәртеү; граждандарҙы социаль хеҙмәткә мохтаж тип таныу буйынса ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы эштәр башҡарған.
31 ғаилә социаль күҙәтеүҙә тора, уларҙа балиғ булмаған 100 бала тәрбиәләнә, бөтә ғаиләләр ҙә база кимәлендә. Ғаиләләрҙе күҙәтеү буйынса ведомство-ара эш төркөмө 31 тапҡыр кәңәшмәгә йыйылды. 2021 йылда ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булған 20 ғаилә иҫәптән төшөрөлгән.
Мәсетле районында ғаилә хеҙмәте уҙған йылдың 12 айында 486 кешегә социаль-хоҡуҡи ярҙам, 15 – социаль-психологик ярҙам һәм 1479 башҡа төр хеҙмәт күрһәтеп, 1980 кешене хеҙмәтләндергән.
Уҙған йылда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ике бала – Иҫке Балтас ауылына сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгенә, ике кеше – дөйөм типтағы интернат-ҡа, өс кеше психоневрология интернатына ебәрелгән; 97 кеше өйҙә социаль хеҙмәтләндереү алған; Башҡортостан Республикаһы социаль туризмы буйынса дүрт сертификат бирелгән.
Мобиль бригада 50 тапҡыр саҡырған урынға сыҡҡан, шул иҫәптән граждандар йәшәгән урындарға 10 тапҡыр ашығыс сыҡҡандар, 198 тапҡыр социаль хеҙмәт күрһәтелгән. 1124-е – социаль бригада тарафынан, 215 тапҡыр социаль хеҙмәтләндереү күрһәтелгән. 86 торама пункт йәлеп ителгән.
“Ғаилә” үҙәге белгестәре райондың төрлө ойошмалары менән берлектә социаль әһәмиәтле сараларҙа ҡатнашты. Улар 12 ғаилә ялы, 24 ата-әсәләр клубы осрашыуы, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға йүнәлтелгән илленән ашыу башҡа сара үткәрҙе.
Алынған төрлө программалар ярҙамында йыл дауамында Мәсетле районында 55-тән ашыу ғаилә ауыр тормош хәленән сыға алды.
Мәғариф
Райондың мәғариф системаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән бүлек начальнигы Илдар Ғәлимов таныштырҙы.
2021 йылда районда бөтә фәндәр (рус теле, география, биология, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, химия, математика, әҙәбиәт, инглиз теле) буйынса уртаса тест балы 2020 йыл-ғы һөҙөмтәләрҙән юғарыраҡ. Берҙәм дәүләт имтиханының 11 күрһәткесенән биш фән (әҙәбиәт, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле, тарих) буйынса күрһәткестәр республиканыҡынан юғарыраҡ.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан райондың мәғариф бүлеге эшмәкәрлегенә юғары билдә ҡуйылды. “Заманса мәктәп” төбәк проекты нигеҙендә 2021 йылдың 1 сентябрендә Ләмәҙтамаҡ, Әләгәҙ һәм Оло Аҡа мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-ғилми йүнәлешле үҙәктәр асылды. “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты буйынса райондың өс мәктәбенә (Башҡорт гимназияһы, Оло Ыҡтамаҡ лицейы, Ҡорғат мәктәбе) заманса һанлы ҡорамалдар ҡуйылған.
“Ауыл ерендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу” федераль программаһы ярҙамында Яңы Мишәр мәктәбендә спорт залы ремонтланды. “Берҙәм Рәсәй” Бөтә
Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” программаһы нигеҙендә Айып мәктәбендә ҡыйыҡты һәм Абдулла мәктәбендә эвакуация ишеген алмаштырҙылар.
Әбдрәхим һәм Дыуан-Мәсетле мәктәптәре автобустар паркын яңыртыу һәм тулыландырыу маҡсатында яңы “ГАЗель” маркалы автобустар алды. 2020-2021 уҡыу йылында өҫтәмә белем биреү учреждениеларында 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге 974 уҡыу-сы шөғөлләнгән.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда кесе, урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн биш йүнәлеш буйынса 43 программа эшләй.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә былтырғы уҡыу йылында волейбол, баскетбол, мини-футбол, еңел атлетика, шахмат, бокс, көрәш, шайбалы хоккей, дзюдо, саңғы ярыштары, рус лаптаһы, өҫтәл теннисы кеүек 12 спорт төрөндә 763 уҡыусы шөғөлләнгән. 2021 йылда 170624 һум дөйөм суммаға спорт инвентары һатып алынған. Шулай уҡ “Атлант” стадионында 60 мең һумға хоккей ҡумтаһын яҡтыртыу тергеҙелгән.
2021 йылда 452 уҡыусы һәм 49 педагог үҙҙәренең физик әҙерлеген тикшергән.

Һаулыҡ һаҡлау
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов 2021 йылда Мәсетле районы һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеге йомғаҡтары, шулай уҡ тармаҡтың 2022 йылға бурыстары хаҡында һөйләне.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына 80 койка-урынлыҡ тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар, 35 койка-урынлыҡ көндөҙгө стационар, сменаһына 490 кеше ҡабул итерлек поликлиника, өс табип амбулаторияһы (сменаға 120 кеше ҡабул итерлек), 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм һигеҙ йорт хужалығы инә.
Медицина хеҙмәте күрһәтеү эше менән 43 сертификатлы табип һәм 162 урта белемле медицина хеҙмәткәре шөғөлләнә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында урта медицина персоналының дөйөм һанынан 28 белгес, шул иҫәптән 22 фельдшер, бер акушер, биш шәфҡәт туташы эшләй. 2021 йылда “Ауыл фельдшеры” төбәк программаһы буйынса ике фельдшер (Һабанаҡ һәм Һөләймән фельдшер-акушерлыҡ пункттары) һәм “Ауыл фельдшеры” федераль программаһы буйынса Йонос фельдшер-акушерлыҡ пунктына бер фельдшер эшкә ҡабул ителгән.
Районда 16 табип етешмәй. Бөгөнгө көндә дүрт участка терапевы, дөйөм практика табибы, табип-невролог, психиатр-нарколог, табип-офтальмолог, табип-отоларинголог, табип-инфекционист, табип-рентгенолог, медицина профилактикаһы буйынса табип, табип-фтизиатр, балалар стоматологы, ике анестезиолог-реаниматолог талап ителә.
Урта медицина персоналы дефициты өс кеше тәшкил итә. Торлаҡ булмауы – учреждениены белгестәр менән тәьмин итеүҙең төп проблемаларының береһе булып ҡала.
Кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн районда Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Рәсәйҙең башҡа юғары медицина уҡыу йорттарында абитуриенттарҙы маҡсатлы ҡабул итеү ойошторолған.
Уҙған йылда “Дауалау эше” (8), “Педиатрия” (5), “Стоматология” (1) һөнәрҙәре буйынса маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр төҙөлгән.
Медицина кадрҙарын йәлеп итеү һәм беркетеү буйынса саралар планы әҙерләнгән. Йәш белгестәргә окладтан 5 процент күләмендә түләү формаһында социаль ярҙам саралары, мәктәпкәсә учреждениеға баланы урынлаштырыуҙа ярҙам итеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү, торлаҡ алыу өсөн ҡуртым түләүҙәре сығымдарын компенсациялау ҡаралған.
2021 йылда үҙәк район дауаханаһына 21647 кеше беркетелгән, уларҙың 10941-е – эшкә һәләтле йәштәге халыҡ, 4782-һе – балалар, 4250-һе – бала табыу йәшендәге кешеләр.
2021 йылда районда тыуым күрһәткесе (1000 кешегә) 8,4 процент тәшкил иткән – 190 бала. 2021 йылда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо нигеҙендә бала табыу бүлеге ябылған.
2021 йылда халыҡтың тәбиғи үҫеше 9,0 процент (2020 йылда – 8,1), сабыйҙар үлеме 10,05 процент (ике бала) тәшкил иткән.
Үлем структураһында былтыр беренсе урында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары торған – дөйөм күрһәткестән 33,4 процент, икенсе – тын алыу органдары ауырыуҙары (18,4 процент), өсөнсө – тышҡы сәбәптәр (7,5 процент).
Эшкә яраҡлы йәштәге халыҡтың үлеме буйынса ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары беренсе урында тора, икенсе – йәрәхәт, ағыуланыу һәм тышҡы сәбәптәр тәьҫире, өсөнсө – яман шеш.
2021 йылда әсәләр үлеме, элекке йылдарҙағы кеүек үк, теркәлмәгән.
Башҡарылған иҫкәртеү сараларының сифатын күтәреү стратегияһын билдәләү һаулыҡ һаҡлау эшенең мөһим йүнәлеше – халыҡты диспансеризациялау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу.
2021 йылда район халҡының айырым төркөмдәренән 3867 кеше диспансеризация үтергә тейеш булған. Диспансеризацияның беренсе этабын 2988 кеше үткән, 173 сир асыҡланған.
Диспансеризация йомғаҡтары буйынса һаулыҡтың беренсе төркөмөнә – 219 кеше (сәләмәт, хроник сирһеҙ), икенсе төркөмгә – 172 кеше (хәүеф факторҙары булған кешеләр, 5,8 процент), өсөнсө төркөмгә – 2597 кеше (хроник сирле кешеләр, 86,9 процент) ҡарай.
Тикшереү барышында 173 ауырыу осрағы асыҡланған, шуларҙың 36-һы – ҡан әйләнеше, 33-ө – эндокрин системаһы сирҙәре, бишәүһе – ҡал-ҡан биҙе, һөт биҙҙәре, бөйөр, тире һәм йыуан эсәк яман шеше.
2021 йылда район халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип бригадаһының күсмә эше әүҙем алып барылды. Шәхсән иҫкәртеү, халыҡты ҡан әйләнеше системаһының төрлө ауырыуҙары (инфаркт, инсульт һәм башҡа) булғанда тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ҡағиҙәләренә өйрәтеү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу мәсьәләләре буйынса консультация биреү эштәре әүҙем барҙы.
COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫкәртеү һәм кәметеүгә күп көс йүнәлтелде.
Башҡортостан Республикаһында беренсел медицина-санитар ярҙамын камиллаштырыу, ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу өсөн “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үҙҙы, унда 578 кеше, шул иҫәптән 139 бала ҡаралды.
“Беренсел звеноны яңыртыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2021 йылда Тәкә ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, Әләгәҙ табип амбулаторияһында капиталь ремонт башҡарылды, рентген кабинеты йүнәтелгән һәм унда “РИМ” рентген диагностика комплексы ҡуйылған, өс “Лада Ларгус” автомашинаһы (махсус ҡорамал менән йыһазландырылған һәм инвалид коляскаһында бер кешене йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән) һатып алынған, “А” класлы ҡалдыҡтар өсөн яңы корпус-ара контейнер майҙансығы (япма аҫтында, ҡаты түшәлгән, кәртәләнгән) ҡуйылған, ҡапҡаслы дүрт контейнер, шулай уҡ 60 шәхси компьютер һатып алын-ған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса хирургия бүлексәһенең операция блогына наркоз аппараты һәм операция өҫтәле ҡайтарылған, фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн 15 ноутбук алынған.
Эшҡыуарлыҡ
Мәсетле районы эшҡыуарлығының 2021 йылғы эшмәкәрлегенә район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре һәм иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов йомғаҡ яһаны.
Эшҡыуарлыҡ район иҡтисады үҫешендә, халыҡтың тауар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин ителеүҙә ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелеүендә мөһим роль уйнай. Бәләкәй һәм урта предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар – ойошмаларҙың район әйләнешенең 28,8 процентын, тейәп оҙатылған тауарҙарҙың 35,6 процентын тәьмин итә. Райондың тулайым төбәк продуктында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары индергән өлөшө – 40 проценттан ашыу.
2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, һалым инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына индерелгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 492 берәмек тәшкил итә, шул иҫәптән 11 бәләкәй предприятие, ике урта, 479 микропредприятие. 2021 йылда район биләмәһендә 107 яңы эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән.
Махсус һалым режимын ҡулланған физик берәмектәр һаны “Һөнәри килемгә һалым” (үҙмәшғүлдәр) 511 берәмек тәшкил итә. Райондың бәләкәй һәм урта предприятиеларында мәшғүлдәрҙең уртаса исемлек иҫәбе – 2,3 мең кеше. Бәләкәй предприятие хеҙмәткәрҙәренең 25 проценттан ашыуы – райондың сауҙа тармағында, 40 проценттан ашыуы ауыл хужалығында мәшғүл.
2021 йылда Мәсетле районының тупланма бюджетына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һалым керемдәре 37,628 миллион һум тәшкил иткән (НДФЛ-ды иҫәпкә алмайынса).
Район хакимиәтенең эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлеге “Эшҡыуар сәғәте” форматында бойомға ашырыла, 44 кәңәшмә уҙған, уның барышында 69 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәре, шул иҫәптән 51 инвестиция проекты ҡаралған, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу буйынса 18 мәсьәлә тикшерелгән.
30 проект буйынса мөрәжәғәт иткән 69 ҡарар ҡабул ителгән һәм тамамланған, 21-е тормошҡа ашырылыу өҫтөндә.
“Эшҡыуарҙар сәғәте”нә мөрәжәғәт иткән өс ойошма – “Ҡуштау”, “Юлдаш” һәм “Тигранакерт” – ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын (СПоК) ойошторған, алты дәғүәсегә “Агростартап” программаһы буйынса грант ярҙамы күрһәтеү конкурсында ҡатнашыуға документтар әҙерләүҙә методик һәм консультация ярҙамы күрһәтелгән.
Эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә 2021 йылда 34 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылған, инвестициялар күләме 104,1 миллион һум тәшкил иткән, 35 эш урыны булдырылған. Шул проекттарҙың 15-е ауыл хужалығы өлкәһендә, алтыһы – сауҙа, берәүһе – урман етештереү, дүрте – етештереү, етеһе хеҙмәттәр өлкәһендә.
2021 йылдың иң ҙур проекттары булып Оло Ыҡтамаҡ ауылында офис бинаһы (ШЭ С. А. Скрябин) һәм “Атлант” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы базаһында мал һәм ҡош салыу, беренсел эшкәртеү цехы, “Атлант” ауыл хужалығы ҡулланыусылар тәьминәт-һатыу кооперативы, шулай уҡ Ишәле ауылында икмәк-ҡалас изделиелары етештереү буйынса модулле мини-пекарня (ШЭ Ф. И. Тәхәүетдинова) иҫәпләнә.
Эшҡыуарҙар көсө менән район территорияһында һигеҙ эре инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Инвес-тицияларҙың дөйөм күләме 600 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Был – ағас эшкәртеүҙе ойоштороу, иген киптереү комплекстары, магазиндар төҙөү, стационар булмаған сауҙа объекттары ойоштороу.
2021 йылда район хакимиәте эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы ҡушма финанслауға конкурста ҡатнашты, уның һөҙөмтәләре буйынса районға республика бюджетынан 1,410 миллион һум һәм Мәсетле районы бюджетынан 1,0 миллион һум аҡса бүленде.
Бизнесҡа ярҙам күрһәтеүҙең муниципаль сараларынан тыш, район эшҡыуарҙары бәләкәй бизнес микрокредит компанияһы хеҙмәттәре менән файҙалана, 2021 йылда уның менән ете эшҡыуар ҡулланған.
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша яңы эш башлаған 17 эшҡыуар бизнес асыуға финанс ярҙамы алды.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында социаль эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә республика конкурсы уҙҙы, унда райондың ике предприятиеһы финанс ярҙамы алды.
78 ауыл хужалығы кооперативы БР Ауыл хужалығы министрлығы аша финанс ярҙамы алды, өс эшҡыуар – белем биреү программалары формаһында.
Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы арттырыу маҡсатында 2022 йылда бәләкәй хужалыҡ формаларына ярҙам күрһәтеү буйынса республика грант программаларында ҡатнашыу өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр – шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге эшҡыуарҙар иҫәбенән исемлек төҙөлгән.
Район эшҡыуарҙары хәйриә акцияларында, район хакимиәте, дини ойошмалар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙҙәре лә ойоштороусы һәм ирекмәндәр булып сығыш яһай.
Мәҙәниәт
Мәсетле районы мәҙәниәт учреждениеларының 2021 йылдағы эшмәкәрлегенә район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов йомғаҡ яһаны.
Ул кадрҙар менән тәьмин ителеш тураһында һөйләне һәм уҙған йылда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” федераль программаһы эшләй башлауын билдәләне. Уның ярҙамында белгестәр 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк алыу мөмкинлегенә эйә.
2021 йылда “2013-2020 йылдарға “Мәҙәниәт һәм туризмды үҫтереү” Рәсәй Федерацияһы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу шарттарын тәьмин итеү” ярҙамсы программаһы нигеҙендә төрлө техник ҡорамалдар һатып алынған.
”Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса Әжекәй ауыл клубы бинаһында тәҙрәләр алмаштырылған, Туҡбай ауыл клубына капиталь ремонт эшләнгән. Һайлаусыларҙың наказы буйынса Әләгәҙ ауыл клубы ҡыйығына капиталь ремонт, Йонос ауыл клубы бинаһы тәҙрәләрен һәм Ләмәҙтамаҡ ауыл клубы бинаһының тәҙрәләрен, ишек яңаҡтарын алмаштырыу буйынса капиталь ремонт эштәре финансланған.
Президенттың мәҙәни башланғыстар фондынан грант ярҙамы алған “Милли кейем – быуаттар мираҫы” проектын ғәмәлгә ашырыу барышында ике тегеү һәм бер оверлок машинаһы һатып алынған, өс комплект сәхнә костюмдары тегелгән.
Балалар сәнғәт мәктәбе эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында директор Лариса Фәрхетдинова һөйләне.
Белем биреү процесын 23 уҡытыусы тормошҡа ашыра. Ошо осорҙа биш уҡытыусы БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған.
Уҙған йылда 92-нән ашыу уҡыусы конкурс лауреаттары һәм дипломанттары булды. “Һынлы сәнғәт” бүлеге 12 күргәҙмә ойошторған, унда 120 кеше ҡатнашҡан.
2021-2022 уҡыу йылында мәктәп тарихында иң ҙур сығарылыш көтөлә – 45 уҡыусы.
“Мәҙәниәт инфраструктураһын үҫтереүҙең сифатлы яңы кимәлен тәьмин итеү” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан субсидиялау программаһы буйынса мәктәпкә алты миллион һум бүленгән. Ошо суммаға музыка ҡоралдары һәм нота әҙәбиәте алыу өсөн ғариза төҙөлгән.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА,
Наталья РУСИНОВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова