Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
24 Ғинуар 2022, 16:05

Ауыл фельдшеры һәр ваҡыт эргәлә

Районыбыҙҙа гәзит биттәрендә хөрмәтләп телгә алырлыҡ ауыл уңғандары күп. Уларҙың күптәре, тыйнаҡлыҡ һаҡлап, тормошонда гәзиткә яҙырлыҡ ғәҙәти булмаған бер нәмә лә юҡ, тип иҫәпләй. Әммә ысынында һәр кем үҙенең ҡабатланмаҫ ғүмер юлы, шатлыҡ һәм борсолоуҙары, еңеү һәм еңелеүҙәр менән тулы тормошта йәшәй. Йыш ҡына изге һөнәр вәкилдәре үҙҙәре тураһында һөйләп бармай.

Ауыл фельдшеры һәр ваҡыт эргәлә
Ауыл фельдшеры һәр ваҡыт эргәлә

Иҫке Мишәр фельдшер-акушерлыҡ пунктының хөрмәткә лайыҡ фельдшеры Зөлфиә Дәүләтшина халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Ул 2008 йылда Белорет медицина колледжына уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң, артабанғы яҙмышын һаулыҡ һаҡлау менән бәйләп, тыуған яғына ҡайта.
Уның медицина өлкәһендәге карьераһы 2011 йылда, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлегенә акушерка булып эшкә урынлашҡас, башлана.
– Мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ һайлаған эш менән шөғөлләнеү – минең өсөн ҙур бәхет, – тип һөйләй Зөлфиә Дауыт ҡыҙы. – Ул ваҡытты һағынам һәм башланғыстарыма ярҙам иткән коллективҡа рәхмәтлемен.
2018 йылда бала табыу бүлексәһе ябыласағы хаҡында хәбәр сыға, ә шул ваҡыт Иҫке Мишәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында вакансия барлыҡҡа килә. Зөлфиә Дәүләтшина хеҙмәт эшмәкәрлеген шунда фельдшер вазифаһында дауам итергә була һәм бөгөн дә һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
Ауыл фельдшеры күп табип һөнәрҙәрен берләштерә. Ауыл халҡы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, киҫкен респиратор сирҙәр, киҫкен респиратор-вируслы инфекциялар, терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары һәм башҡалар буйынса мөрәжәғәт итә. Ул диспансерлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша, оҙаҡ һәм йыш сирләүселәрҙе асыҡлай, диспансер иҫәптә торған ауырыуҙарға, дауалау-профилактика учреждениеларына ваҡытында йөрөүҙәрен контролдә тота. Коронавирус инфекцияһына ғына түгел, башҡа ауырыуҙарға ла ҡаршы вакцина яһауҙың мөһимлеге тураһында әңгәмәләр үткәрә.
Зөлфиә Дәүләтшина түҙемле, кешеләргә иғтибарлы, хәлде дөрөҫ баһалай һәм тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белә. Фельдшер халыҡтың һаулығы хаҡында хәстәрлек күрә, уның өсөн иң мөһиме – сирҙәр тураһында ваҡытында иҫкәртеп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалыу. Ә үҙе арыуын, тойғоларын һәм ҡурҡыу күрһәтмәй.
2019 йылда фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы бинаға күсте. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә шарттар булдырыл-ған.
– Фельдшер-акушерлыҡ пунктында процедура, пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәләре бар, – тип һөйләй Зөлфиә Дәүләтшина. – Бөтә ҡорамалдар ҙа яңы һәм заманса. Яңыраҡ ноутбук бирҙеләр, мин уны үҙләштерә башланым.
Пациенттар уны намыҫлы һәм яуаплы белгес тип ҡабул итә, фельдшер эшенә һәм кешеләрҙе дауалауға бар күңелен һала. Ауыр хәлдә квалификациялы фельдшер ярҙам күрһәтә белә. Һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, көн-төн тип тормай, бөтә шәхси эштәрен ҡалдырып, пациенттары янына ашыға. Ә үҙе – тыйнаҡ кеше. “Әгәр берәй кемдең ғүмерен, һаулығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә алғам икән, тимәк, хеҙмәтем бушҡа булмаған, һәм мин тормошомда дөрөҫ аҙым яһағанмын”, – ти ул.
Дәүләтшиндар ғаиләһе Яңы Яуыш ауылында йәшәй. Ире Линар менән ҡыҙҙары Камила һәм Наҙгөл тынғыһыҙ ауыл уңғанының тормошон биҙәй.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова