Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
30 Ноябрь 2021, 12:35

Яҡшы бәйләнеш булдыралар

Рәсәйҙә интернетҡа инеүҙе тәьмин иткән бик күп провайдерҙар бар. Берәүҙәр, хаҡ планкаһын күтәрмәҫкә тырышып, интернетҡа тоташыуҙа юғары тиҙлек тәҡдим итһә, икенселәр ҡағыҙҙа ғына юғары тоташтырыуҙы вәғәҙә итә.

Яҡшы бәйләнеш булдыралар
Яҡшы бәйләнеш булдыралар

Мәсетле районының күп кенә торама пункттарында сымлы интернет бар, әммә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй тиҙлектә йәиһә билдәле урында ғына эшләй. Был мәсьәләне сигнал көсәйтеүсе 2G, 3G һәм 4G LTE селтәрҙәре эшен яҡшыртҡан электрон ҡорамал ярҙамында хәл итергә мөмкин.
Бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡан “SV102.RU” магазины (СВ-Компьютер), яңы мобиль бәйләнеш вышкаһы урынлаштырылғандан һуң да, сифатлы элемтә һәм интернет менән ҡулланыу мөмкинлеге биргән ҡорамалдар тәҡдим итә.
Мобиль элемтәне көсәйтеү өсөн ике төп вариант бар: маршрутизатор һәм тауыш йәиһә интернет бәйләнеш репитеры.
Модем ҡуйылған маршрутизаторға 3G/4G элемтәһе аша интернетҡа инеү мөмкинлеге биргән теләгән операторҙың сим картаһын ҡуйырға мөмкин. Был осраҡта бөтә ғаилә ағзаларына аҡса сығымдарын кәметеп, бер сим карта интернеты менән ҡулланыу мөмкинселеге бар. Әгәр өйҙә 3G/4G сигналы көсө етмәһә, был модем урамда торған 3G/4G сигналы булған мобиль бәйләнеш вышкаһына йүнәлтелгән антеннаға тоташа.
Тауыш йәиһә интернет бәйләнеш репитеры – тышҡы һәм эске антенналы ҡоролма. Был типтағы ҡорамал ҡулланыусының өйҙә тауыш репитеры йәки интернет менән бәйләнеш сигналы түбән булғанда, урамдағы антеннанан сигнал алырға һәм уны өйгә тапшырырға мөмкинлек бирә.
Ике ҡорамал да тауыш һәм интернет бәйләнештәре тейешле кимәлдә булмаған осраҡта мобиль элемтә һәм 3G/4G сигналын көсәйтә һәм интернет йәки тауыш элемтәһе менән мәсьәләне тотороҡло итеп, уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирә.
Улар ярҙамында сигналды йорт ҡыйығында ғына түгел, ә тәҙрә йәиһә йорт ихатаһында, шулай уҡ өй эсендә ышаныслы тоторға мөмкин. Был ҡорамалды һатып алғанда һеҙ ғаилә бюджетына ҙур файҙа килтереп кенә ҡалмайһығыҙ, ҙур тиҙлекле интернетҡа эйә булаһығыҙ.
Элемтә стандарттары нескәлектәрен үҙ аллы асыҡлай алаһығыҙ йәиһә бының өсөн “SV102.RU” магазинына мөрәжәғәт итегеҙ. Квалификациялы белгестәр ҡорамалды “дөрөҫ” урынға ҡуйырға, лимитһыҙ тариф билдәләргә ярҙам итер.
Магазин Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-909-351-02-07, 8 (34770) 2-04-44.

309022009900046 һанлы ОГРН.
Реклама нигеҙендә.

Автор:Лариса Михалькова