Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
21 Сентябрь 2021, 12:00

Махсус һыҙаттар водителдәрҙең һиҙгерлеген арттырасаҡ

Кропачево-Мәсәғүт-Әчит автомобиль юлының иң хәүефле участкаларының береһендә – Оло Ыҡтамаҡҡа ингән юлда – йәнә юл-транспорт ваҡи-ғаһы булды. Аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлдө.

Махсус һыҙаттар водителдәрҙең һиҙгерлеген арттырасаҡ
Махсус һыҙаттар водителдәрҙең һиҙгерлеген арттырасаҡ

Мәсетле юл эшселәре был участкала юлдың дүрт яғынан да асфальтҡа ваҡ ҡырсынташ менән битум эмульсияһынан торған тауышлы һыҙаттар эшләп сыҡты. Әммә улар оҙаҡ хеҙмәт итә алмай, шуға күрә киләсәктә уларҙы, баш ҡаланан махсус техника килтереп, термопластикка алмаштырыу планлаштырыла. Тауышлы һыҙаттарға сыҡҡан водитель автомобиль тәгәрмәсенә йоғонто тоя һәм, сигнал алғас, тормоз педаленә баҫып, тиҙлекте кәметә.
Ошо көндәрҙә был хәүефле юл сатын Башҡортостан Республикаһы автомобиль юлдарында һәләк булыусылар менән юл-транспорт ваҡиғалары сәбәптәрен бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар әҙерләү буйынса ведомство-ара комиссия вәкилдәре тикшерҙе. Был участканы хеҙмәтләндереүсе подрядсы ойошма булып торған Мәсетле юл төҙөү-ремонтлау идаралығы юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе: “Туҡтамайынса хәрәкәт итеү тыйыла” тигән юл билдәһен юл сатына яҡыныраҡ ҡуйырға, участканы яҡтыртырға, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәү өсөн камера ҡуйырға.
Һуңғы ҡарар ведомство-ара комиссияныҡы буласаҡ: улар ваҡиға урынын ентекләп тикшергәндән һуң ҡарар сығара.
Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында автомобиль юлдарында һәләк булыусылар менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса саралар күреү йәһәтенән комиссиялар төҙөүсе тәүге төбәктәрҙең береһе булып тора. Бындай ведомство-ара килешеүгә 2019 йылдың мартында республика етәкселеге күрһәтмәһе буйынса ҡул ҡуйыл-ған. Ведомство-ара комиссия составына Башҡортостандың Транспорт министрлығы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы идаралығы, юл хужалығы идаралығы, юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге, проект институттары һәм подрядсы ойошмалар вәкилдәре инә.

Фото

Махсус һыҙаттар водителдәрҙең һиҙгерлеген арттырасаҡ
Махсус һыҙаттар водителдәрҙең һиҙгерлеген арттырасаҡ
Махсус һыҙаттар водителдәрҙең һиҙгерлеген арттырасаҡ
Махсус һыҙаттар водителдәрҙең һиҙгерлеген арттырасаҡ
Автор:Айгуль  Шарапова