Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
6 Август 2021, 10:20

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре бара

Йәй – тирә-яҡты тәртипкә килтереү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Мәсетле районының ауыл биләмәләрендә был йүнәлештә эштәр алып барыла. Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә, мәҫәлән, бихисап эштәр башҡарылған. Хакимиәт башлығы Раил Низамовтан был хаҡта һөйләп үтеүен һораныҡ.

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре бара
Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре бара

Ләмәҙтамаҡ ауылының Фрунзе урамында 1600 квадрат метр майҙан һәм Һабанаҡ ауылының Мәжит Ғафури урамында 1100 квадрат метр майҙан юл япмаһы ремонтланған. Эш-тәрҙе Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш ойошмаһы башҡарған.
– Был ремонтҡа аҡсаны район хакимиәте юл фондынан бүлде. Подрядсы ойошма уны ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарҙы, – ти Раил Юламан улы. – Артабан Ләмәҙтамаҡ һәм Һабанаҡ ауылдары халҡы үтенесе буйынса яһалма тигеҙһеҙлектәр булдырырға уйлайбыҙ. Дүрт ауылда барлығы 52 юл билдәһе һәм күрһәткестәр ҡуйыласаҡ.
Ауыл биләмәһе территорияһында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” төбәк проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Уның нигеҙендә Һөләймән башланғыс мәктәбенең ике кабинетында ете тәҙрә пластик тәҙрәгә алмаштырылған. Шулай уҡ проект буйынса Ләмәҙтамаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда эштәр алып барыла. Бында тәҙрәләрҙе һәм ишек яңаҡтарын алмаштырасаҡтар. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 415 мең һум аҡса бүленгән, район 40 мең һум бирә.
Ләмәҙтамаҡ ауылында бер нисә йыл күпер мәсьәләһе киҫкен тора – ул авария хәлендә ине. Былтыр документтары булмау һәм үҙгәртеп ҡороуға аҡса бүленмәү сәбәпле ремонт эштәре генә башҡарылды: күперҙең ситтәре һәм күпергә ингән урын нығытылды. Ошо көндәрҙә Ләмәҙтамаҡ ауылында Ләмәҙ йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау буйынса тендерҙы “Мостпроект-сервис” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең отоуы билдәле булды.
Санитар таҙартыу, юл һәм урам буйҙарында үләндәрҙе сабып сығыу, йәшелләндереү эштәре башҡарыу, урамдарҙы яҡтыртыу – был мәсьәләләр урындағы властың көн тәртибенән төшмәй. Төҙөкләндереү эштәрендә Һөләймән, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ һәм Һабанаҡ ауылдары халҡы ла ҡатнаша, әлбиттә. Әйтәйек, әле күптән түгел Ләмәҙтамаҡ ауылында халыҡтың тырышлығы менән мәсет территорияһы кәртәләнде. 4 августа ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре шәмбе өмәһенә сығып, беседканы буятҡан, уның тирә-яғын тәртипкә килтергән.

Автор:Айгуль  Шарапова