Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл биләмәһенә – янғын һүндереү автомобиле

Ауыл биләмәләрендә ян-ғын һүндереү автомобилдәренең иҫке булыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Улар колхоз заманынан ҡалған техника.

Ауыл биләмәһенә –  янғын һүндереү автомобиле
Ауыл биләмәһенә – янғын һүндереү автомобиле

Ауылдарҙа янғын хәүефһеҙлеге проблемаһы райондың барлыҡ ауыл хакимиәте етәкселәрен борсой. Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә үткән йыйылышта ауыл халҡы янғын автомобилен һатып алыуға аҡса йыйырға килеште. Уларҙың тәҡдимен урындағы эшҡыуарҙар хупланы, ә иң күп сумманы Мәсетле районы хакимиәте һәм “Ленинский” йәмғиәте бүлде.
Ошо көндәрҙә ауыл биләмәһе хакимиәте “ЗИЛ 130АЦ30” янғын һүндереү техникаһын һатып алды.
– Беҙҙең ауыл советы район үҙәгенән алыҫ булмаһа ла, янғын һүндереү автомобиле беҙгә бик кәрәк,– тип һөйләй биләмә башлығы Степан Гуштюк. – Бындай техника менән ауылдарҙы оло бәләнән, иң мөһиме, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыу, янғынды үҙ аллы һүндереү мөмкинлегенә эйә буласаҡбыҙ. Яңы техника ауыл халҡында алдағы көндәргә ышаныс тыуҙыра.
Киләсәктә гаражда ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Кәрәкле табличкаларға заказ бирелгән.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА