Бөтә яңылыҡтар

Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Дыуан-Мәсетле һәм Яуыш ауыл биләмәләрендә, Яңы Мөслим ауылында граждандарҙың сираттағы йыйылышы уҙҙы. Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, муниципаль район Советы вәкилдәре, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, үҙәк район дауаханаһы, киң мәғлүмәт саралары, башҡа ойошма һәм учреждение вәкилдәре ҡатнашты.

Тәүҙә, ғәҙәттәгесә, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары Айрат Фазылов һәм Рөстәм Әхмәтйәнов ауыл халҡы алдында эшләнгән эштәрҙе барлап сыҡты. Район етәкселеге сарала ҡатнашыусыларҙы төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы.
Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһендә 1567 граждан теркәлгән, шуларҙың 1367-һе урында даими йәшәй. Айрат Фазылов ауыл биләмәһендә демографик хәлдең борсоуға һалыуын билдәләне:
– Бер нисә йыл дауамында үлемдең тыуымдан күберәк булыуы күҙәтелә. 2020 йылда 13 бала тыуҙы, ә шул уҡ ваҡытта 18 кеше баҡыйлыҡҡа күсте, – тине ул.
2020 йылда Туҡбай ауылының Салауат Юлаев урамында, Бурансы ауылының Йәштәр урамында, Дыуан-Мәсетле ауылының Баҡса, Комсомол, Урман, Ҡайынлыҡ, Тау урамдарындағы юлдарға капиталь ремонт яһалды. Дыуан-Мәсетле ауылы Комсомол урамындағы асфальт юл япмаһы яңыртылды. Шул уҡ ауылда Болон һәм Тыныслыҡ урамдарындағы өйҙәргә газ үтте. Эшләмәгән яҡтыртыу приборҙарын тергеҙеү һәм яңыһына алмаштырыу буйынса эш даими алып барыла. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса Еңеү паркының ҡоймаһы яңыртылды. “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса мәктәптең икенсе ҡатындағы иҙәнгә ремонт яһалды, ишектәр һәм электр үткәргес яңыртылды. Ауылдаштары Флүр Ибраһимов ярҙамы менән социаль ярҙам программаһы фондынан хоккей ҡумтаһы, спорт инвентары һәм ноутбук һатып алынды.
Ағымдағы йылда ауыл биләмәһендә Дыуан-Мәсетле ауылындағы Йәштәр, Тыныслыҡ, Болон, Әй урамдарын тәртипкә килтереү, 14 контейнер һәм ете бункер һатып алыу, контейнер майҙансыҡтары булдырыу, Дыуан-Мәсетле һәм Ғүмәр ауылдарындағы рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмдәрен бөтөрөү, Ғүмәр ауылында Әй йылғаһы ярын нығытыу, урамдарға өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйыу эштәре планлаштырыла.
Етәкселәрҙең сығыштары тамамланғандан һуң, ауыл халҡы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Уларҙың күбеһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле. Шулай уҡ ҡаты көкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, шәхси йорт урамында сүп-сар яндырыу, район сигендә беренсе коммунарҙарға стела ҡуйыу, йәш белгестәрҙе төрлө программалар буйынса әҙерләү, буш торған йорт ихаталарын төҙөкләндереү кеүек мәсьәләләр тикшерелде.
Бер нисә йыл рәттән Дыуан-Мәсетле ауылы халҡын ауыл клубының торошо борсой. Был йүнәлештә эштәр башланып тороуы ҡыуаныслы. 2022 йылда яңы клуб һалыу планлаштырыла.
Ә бына Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә демографик хәлдең яҡшырыуы күҙәтелә: 2020 йылда тыуым үлемдән ике тапҡырға күберәк.
Былтыр Иҫке Мишәр ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса модулле ФАП ҡуйылған, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса клубҡа капиталь ремонт эшләнгән. Ауыл Советы депутаты Рәмил Камаловтың башланғысы менән һәм халыҡтың бағыусылыҡ ярҙамында ауылға ингән ерҙә арт-объект ҡуйылған.
Яңы Яуыш ауыл клубында тәҙрә һәм ишектәр алмаштырылған, Тыныслыҡ урамында майҙансыҡ кәртәләп алынып, 200 төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Рәйес Хәлиловтың тәҡдиме һәм бағыусылыҡ ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына паркта тыл эшсәндәре хөрмәтенә стела асылған.
Юл хужалығына килгәндә, был маҡсатта ауыл биләмәһе бюджетында 102807 һум ҡаралған.
– Ҡар күп яуған ваҡытта бар урамдарҙы ла бер юлы таҙартыу мөмкин түгел. Шуға күрә бындай һауа торошонда граждандарҙы сабыр итергә саҡырам, ҡар таҙартыу техникаһы бер юлы бөтә урамдарҙы ла таҙарта алмай, ә шулай ҙа беҙ эштәрҙе тиҙ арала башҡарып сығырға тырышабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр ауыл биләмәһе территорияһында юлдарға капиталь ремонт яһалманы, – тип билдәләне Рөстәм Әхмәтйәнов.
Сығышы һуңында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы 2021 йылға бурыстар билдәләне: төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу эштәрен дауам итеү мөһим, биләмә территорияһында тәртип һаҡлау, автомобиль юлдарын ремонтлау һәм тейешле торошта тотоу.
Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә халыҡ йыйылыш эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтте, һорауҙарын бирҙе, үҙ тәҡдимдәрен һәм кәңәштәрен еткерҙе. Ветеринария хеҙмәте белгестәренә һорауҙар күп йыйылған: малдарҙы тамғалау, прививка ҡуйыу, хеҙмәткә хаҡтар. Шулай уҡ халыҡты ер биреү тәртибе, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа малдарҙы тотоу шарттары, медицина уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлтмә биреү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Граждандар шулай уҡ тапшырған һөткә хаҡтың бер нисә йыл бер кимәлдә ҡалыуына бәйле һорау бирҙе.
Яңы Мөслим ауылында 2020 йылғы эшмәкәрлек тура-һында отчет менән Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов сығыш яһаны. Ул Яңы Мөслим ауылында “Тыуған урам” программаһы нигеҙендә Яр буйы, Совет һәм Октябрьск урамдарына өлөшләтә ремонт эшләнеүе хаҡында хәбәр итте.
Ауыл биләмәһе территорияһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар һалыу өсөн 62 контейнер һатып алынған һәм урынлаштырылған, 10 май-ҙансыҡ эшләнгән, 50-нән ашыу юл билдәһе, һигеҙ автомобиль юлы участкаһына тиҙлек режимын теркәп барған фото-видео камераһы урынлаштырылған.
2020 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Көньяҡ” микрорайонының төп өлөшөндә урамдарҙы яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртылған. Әжекәй һәм Яңы Мөслим ауылдарында ла ғаризалар буйынса ошондай уҡ эштәр башҡарылған. Барлығы 120 бағана һәм 200-ҙән ашыу энергия һаҡлаусы лампа ҡуйылған.
“Таҙа яр” Бөтә Рәсәй акцияһында халыҡ әүҙем ҡатнашҡан, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 300-ҙән ашыу ағас ултыртылған.
Яңы Мөслим ауылында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы сиктәрендә Фазыл шишмәһе территорияһы төҙөкләндерелде, пляж эшләнде һәм унда ҡояштан һаҡланыу өсөн зонттар ҡуйылды.
Яңы Мөслим ауылында МТС операторынан интернет һәм кәрәҙле бәйләнеш вышкаһы ҡуйылды. Ауыл халҡы 4G тиҙлекле интернет һәм телефон бәйләнеше менән тәьмин ителде.
Яңы Мөслим ауылы халҡы, тармаҡ вәкилдәре сығышынан һуң, мәғариф өлкәһе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыу, юлдарҙы ремонтлау мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Буш мәҙәниәт йорто бинаһы ауылдың йәмен ебәреп тора һәм хәүефле лә. Клубҡа яңы бина мәсьәләһе лә әле хәл ителмәй ҡала.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, бындай йыйылыштарҙың баш-ҡарылған эштәрҙе ентекле анализлау, урындағы үҙидара эшендәге ыңғай мәлдәрҙе тейешенсә баһалау, мәсьәләләр-ҙе артабан хәл итеү юлдарын табыу өсөн яҡшы мөмкинлек икәнлеге билдәләнде.
Лариса РИЗВАНОВА.
Һүрәттә: Яңы Мөслим ауылы халҡы әңгәмәгә әүҙем ҡушылды.