Бөтә яңылыҡтар

Граждандар сходы әүҙем бара

19 февралдә Кесе Ыҡтамаҡ һәм Ҡорғат ауыл советтарында район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, бүлектәр начальниктары, белгестәр, Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтарының райондағы территориаль бүлектәре начальниктары, ойошмалар, учреждениелар етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында граждандар сходы уҙҙы.

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе
Ауыл биләмәһе башлығы Степан Гуштюк әйтеүе буйынса, уҙған йыл ҡатмарлы булды, шуға ҡарамаҫтан, һынауҙар үтелде. Ауыл биләмәһендә игенселек менән шөғөлләнгән, һөт тоҡомло һыйыр малы һәм сусҡа үрсеткән “Ленинский” ауыл хужалығы кооперативы, унан башҡа сәнәғәт ихтыяждары һәм эсеү өсөн һыу менән тәьмин иткән “Инеш” ҡулланыусылар кооперативы уңышлы эшләп килә.
2020 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауылында капиталь ремонттан һуң 13 урынға иҫәпләнгән “Дюймовочка” балалар баҡсаһының иң кескәйҙәр төркөмө асылды. “Демография” милли проекты нигеҙендә спорт ҡорамалдары, йомшаҡ инвентарь, аш-һыу бүлмәһе йыһаздары һәм мебель һатып алынған. Учреждение биләмәһендә ышыҡ япма ҡуйылған, ҡоймалар ремонтланған һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн майҙансыҡ эшләнгән. Ҡыҫҡаһы, кескәйҙәр өсөн бөтә шарттар бар.
Уҙған йылдың иң сағыу хәлдәренең береһе – Кесе Ыҡтамаҡ ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы нигеҙендә “Тормош матур, уны заяға уҙғарма” тип аталған байрам. Унда боронғо кәбеҫтә тоҙлау йолаһы күрһәтелде. Сара йыр-моң менән оҙатылып бар-ҙы.
Ауыл халҡы өсөн бер юлы ике медицина учреждениеһы асылыуы оло бүләк булды. Яңы ФАП-тар халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек биргән заманса медицина техникаһы менән йыһазландырылған, инструменттар, мебель алынған.
Кесе Ыҡтамаҡ ауылында Крещениела диндарҙарға ҡойоноу өсөн урын булдырылды. 18 ғинуарҙан 19-ына ҡарата төндә Бурһыҡ йылғаһында 60-тан ашыу кеше изге һыуҙа ҡойондо.
Халыҡ өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, төҙөкләндереү кимәлен күтәреү һәм Мәсетле районы ауылдарының тышҡы йөҙөн эстетик формалаштырыу маҡсатында ауыл биләмәһе территорияһында Эстетика йылына бағышланған саралар уҙҙы. Шул нигеҙҙә 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандар иҫтәлегенә һалынған һәйкәлгә ремонт яһалды. “Таҙа яр” акцияһы ойошторолоп, йылға һәм күл буйҙары таҙартылды. Һәр аҙнаның йомаһында өмәләр уҙҙы, тирә-яҡ тәртипкә килтерелде. Йыл дауамында бөтәһе 30 өмә ойошторолдо. Кесе Ыҡтамаҡ ауыл халҡы ҙур теләк менән “Йәшел Башҡортостан” һәм “Йәшел Рәсәй” акцияһына ҡушылды. Һөҙөмтәлә 75 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Акцияла 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Реаль эштәр” проекты буйынса Кесе Ыҡтамаҡ клубының ҡоймаһы ремонтланды, 2021 йылда Түбәнге Бобин ауылының Ҡояшлы урамында балалар майҙансығына ҡоролмалар һатып алыу планлаштырыла.
2020 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы сиктәрендә Түбәнге Бобин мәктәбе тәҙрәләре алмаштырылды. 2021 йылда проектта ҡатнашып мәктәптең иҙән, ишек яңаҡтары һәм яҡтыртыу системаһына капиталь ремонт яһау өсөн заявка әҙерләнә.
2021 йылда Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдары араһындағы 1700 метр юлға асфальт түшәү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығы булдырыу, сүп-сар өсөн бункер һатып алыу, санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү, Кесе Ыҡтамаҡ ауылы Тракт урамында тротуар һалыу планлаштырыла.
Йыйылышта ауыл халҡы сүп-сар йыйыу, эсәр һыу менән тәьмин итеү, клубты ремонтлау, Оло Ыҡтамаҡ ауылында дауахананың артабан төҙөлөүенә, лабораторияның эш режимына, берәҙәк эттәр мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
Ҡорғат ауыл биләмәһе
Ауыл советы хакимиәте башлығы Илфат Мәүликаев билдәләүенсә, ауыл биләмәһе территорияһында Илдус һәм Рәдиф Зиялтдиновтарҙың ике крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Улар иген культуралары үҫтереү, мал аҙығы әҙерләү, ит тоҡомло малдар үрсетеү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ ағастан төҙөлөш материалдары етештергән “Алтынград” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшмәкәрлеген алып бара.
Малсылыҡ һәм үҫемлекселек өлкәһендә продукция етештереү менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре араһында 280 гектар ерҙән иген һәм мал аҙығы культураларын сабып алған Рөстәм Камалов (“Рәдиф Зиялтдинов” КФХ-һы) үҙйөрөшлө сапҡыс оператор-ҙары араһында өсөнсө урын яуланы һәм район хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды, Алик Зиялтдиновҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелде.
2020 йылда Ҡорғат ауылының Аръяҡ урамында балалар майҙансығы ҡуйылды, урам яҡтыртҡыстары ремонтланды, утыҙ фонарь ҡуйылды, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск янында гранит плитканан тротуар һалынды һәм бәләкәй ҡапҡа ҡуйылды.
Юл хужалығы өсөн бүленгән аҡсаға Тимербай ауылында автобус туҡталышы эшләнде, Колхоз һәм Урал урамдары юлдарында ям эштәре башҡарылды.
2020 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса Ҡорғат мәктәбендә тәҙрәләр алмаштырылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты иҫәбенә балалар баҡсаһы өсөн япма эшләнде. Аҡа йылғаһы аша күпер төҙөү эше тамамланды.
2021 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы иҫәбенә Тимербай ауылында шишмәнең тирә-яғын төҙөкләндереү ҡаралған. Санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөргә, Аҡа йылғаһы аша аҫылмалы күпергә капиталь ремонт эшләргә кәрәк, емерелеп ултырған эйәһеҙ йорттар мәсьәләһен дә хәл итеү мөһим.
Халыҡ административ бинаны һыу менән тәьмин итеү, газ кертеү, кәрәҙле элемтә, район дауаханаһында табиптарҙың ҡабул итеүенә, ФАП-ты ремонтлауға, унда дарыуҙар һатыуға, өйҙәрҙе йылытыу өсөн урман бүлеүгә бәйле мәсьәләләрҙе күтәрҙе.