Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
28 Октябрь 2020, 11:25

Медицина инспекторҙары тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең оператив ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров эпидемияға ҡаршы көрәш өсөн һәр ойошмаға медицина инспекторы тәғәйенләргә йөкмәткән. Уҡыу йылы башында мәктәптәрҙә инспекторҙар тәғәйенләнгәнлектән, уҡыу йорттарында вирус йоҡтороусылар һаны кәмерәк.

Учреждение йәки предприятиеның теләгән бер хеҙмәткәре медицина инспекторы булып тәғәйенләнә ала. Ул эш урынында бар эпидемиологик нормаларҙың үтәлешен контролдә тота.
Мәсетле районында 94 ойошма үҙҙәрендә 104 медицина инспекто- рын тәғәйенләне лә инде. Мәҫәлән, Мәсетле районы буйынса Рәсәй Пенсия фонды идаралығы Эльзида Перевышинаны һайланы. Ул ошо учреждениела кадрҙар буйынса белгес булып 10 йылға яҡын эшләй.
– Минең өсөн эштә эпидемиологик нормаларҙы үтәү бик мөһим, сөнки өйҙә ирем Сергей, ике улым – Кирилл һәм Роман көтә. “Роспотребнадзор” идаралығы тәҡдимдәрен ҡулланған осраҡта ғына, коронавирус менән зарарланыу осраҡтарын кәметергә була, – ти Эльзида Рәфит ҡыҙы.
Ул Башҡорт дәүләт медицина университеты әҙерләгән “Медицина инспекторы” белем биреү сайтында дистанцион уҡыу үтә. Лекциялар һәм чек-биттәр эпидемиология кафедраһы, медицина-профилактика эше кафедраһы тарафынан әҙерләнгән.
Уға COVID-19 инфекцияһы менән көрәштә хеҙмәткәрҙәргә инструктаж үткәреү, уларҙың термометрияһын тикшереү, бинаны елләтеү һәм зарарһыҙландырыу саралары менән эшкәртеүҙе контролдә тотоу, отчет ебәреү, коронавирус буйынса мәғлүмәт стендтарын булдырыу бурысы йөкмәтелгән.
Киләсәктә республика хөкүмәте тарафынан медицина инспекторҙары өсөн, республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре, шулай уҡ ковид-госпиталдәрҙә эш тәжрибәһе булған медик-студенттар һәм ординаторҙарҙан консультация алыу өсөн колл-үҙәк булдырыу планлаштырылған.