Автобус водителдәре булып Марат Сәләхов (Яңы Мишәр яғына) һәм Алмас Ғилметдинов (Тәкә яғына) эшләй.
Марат Сәләхов Көршәле ауылынан. Алдан ҡатыны Земфира менән Өфө ҡалаһында йәшәгәндәр. Унда Марат халыҡты ташыу менән шөғөлләнгән, үҙенең бер нисә автобусы булған.
Улдары Искәндәр һәм ҡыҙҙары Наҙгөл тыуғас, йәш ғаилә тыуған районына әйләнеп ҡайта. Земфира Яңы Мишәр ауылының балалар баҡсаһына мөдир, Марат “ӨфөЛайн” компанияһына водитель булып эшкә урынлаша.Тик компания эшмәкәрлеген туҡтатыуы хаҡында хәбәр итә. Марат күп уйлап тормай, үҙенә автобус һатып ала.
Бына инде айҙан ашыу ул Яңы Мишәр, Аҙанғол, Әбдрәхим, Айып ауылдары халҡын район үҙәгенә йөрөтә. Халыҡ маршруттың тергеҙелеүенә бик шат, сөнки ауылда күбеһе ололар йәшәй, шулай уҡ район үҙәгенә барып ҡайтыу өсөн бөтәһенең дә шәхси машинаһы юҡ.
Мәсетле районы хакимиәте тарафынан Абдулла, Ҡорғат, Октябрьск (Әләгәҙ ауылы аша) ауылдары яғына ла автомобиль транспорты менән пассажирҙар ташыу хоҡуғын тормошҡа ашырыуға конкурс иғлан ителгән ине. Әммә һорау һаман да асыҡ ҡала.