Бөтә яңылыҡтар

Теләш ирекле янғын һүндереү дружинаһы

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп, тотороҡло ямғырлы көҙ урынлаш- ҡанға тиклемге осор янғын хәүефе менән янай.

Теләш ауылының битараф булмаған халҡы янғындар мәсьәләһенә бик етди ҡарай. 2014 йылда улар ирекле янғын һүндереүселәр дружинаһы төҙөгән.
Үҙ көстәре менән ЗиЛ-130 янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы бокс төҙөйҙәр, ике ҡаҙанлыҡта һыу алыу урындарын яйға һалалар һәм депо менән йәнәш өҫтәмә гидрант урынлаштыралар. Барыһы ла фәҡәт халыҡтан йыйылған аҡсаға тотола.
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы янғын һүндереү часында дүрт ирекмән: Фәнил Рамазанов, Вадим Сөнәғәтов, Урал Айсин, Ринат Әсмәндиәров практик күнекмәләр менән махсус программа буйынса уҡыу үтте.
Бөгөн улар Ростов ауыл советындағы ғына түгел, ә яҡын-тирәләге ауылдарға ла янғындарға сыға. Ҡор-ғат, Юлай, Тимербай ауылдары халҡы 8 (34770) 2-70-63 телефоны буйынса дружинаны саҡыра ала.
Дружинала өлкән итеп яуаплы Фәнил Рамазанов тәғәйенләнгән. Ауылдаштары уға ихтирам менән ҡарай. Элек ул “Коммунист” колхозында тракторсы булып эшләгән, хәҙер – ҡаҙанлыҡта оператор. Көс-дәрте ташып торған ир бер юлы янғын депоһын да күҙәтеп тора. Алмашсылары менән бергә барыһын да тулы тәртиптә тоталар. Иҫәп журналын да теүәл алып баралар. Янғын машинаһы сәғәт кеүек эшләй: ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер. Ирекмәндәр өсөн махсус кейем бар. Һыу алыу урындарына, гидранттарға барыу урындары таҙартылған һәм асыҡ. Дружина өйҙәр, сүп-сар, ҡоро үлән янғындарына күп тапҡырҙар сыҡҡан.
Һеҙ ни өсөн янғын дружинаһына инергә булдығыҙ, тигән һорауға Фәнил Рамазанов:
– Кешеләр бәләгә тарығанда, янғын сыҡҡанда, нисек битараф ҡалаһың? – тип яуап бирҙе.