Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
6 Февраль 2020, 13:00

Ауылда өй һалырға субсидия бирәсәктәр

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларының үҫеше” Бөтә Рәсәй кәңәшмә-семинары уҙғарылды.

Сарала Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм башҡа етәкселәр, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең ауыл хужалығына идара итеү органдары вәкилдәре ҡатнашты.
- Башҡортостан сәнәғәт үҫешкән төбәктәрҙең береһе булып танылһа ла, аграр тармаҡтар ҙа беҙҙә алдынғы урындарҙы биләй, сөнки халыҡтың 40 проценты ауыл ерендә йәшәй, - тине Андрей Геннадьевич.
Кәңәшмә-семинарҙа ауылдағы бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа әйләндереү маҡсатында үҫтереү юлдары тикшерелде. 2020-2022 йылдарҙа Башҡортостанда ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 4,7 миллиард һум бүлеү ҡаралған, шуның кәмендә өс миллиард һумы федераль ҡаҙнанан биреләсәк. Был – ил төбәктәре араһындағы иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Әйткәндәй, был эш ошо аҡсаны үҙләштергәндән һуң да дауам итәсәк, сөнки өҫтәмә аҡса бүлеү күҙ уңында тотола. Был сумма субсидия биреү ысулы менән торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә, газ һәм һыу тәьминәтен булдырыуға, юл һалыуға йүнәлтеләсәк. Ауылдарҙы комплекслы үҫтереү сиктәрендә ете муниципаль районда 11 проектты тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола.