Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
5 Февраль 2020, 14:48

Балаларға – сифатлы һөт ризыҡтары

Һөт кухняһы продукцияһын мәсетлеләр ҙә алыу мөмкинлегенә эйә

Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән Башҡортостанда һөт кухнялары тергеҙелә. Совет осорондағы һөт кухняларын иҫенә төшөрөп, былтыр февралдә социаль селтәрҙә үҙенең сәхифәләрендә әсәләрҙән хәҙерге республикала һөт кухнялары кәрәкме икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Ата-әсәләр менән аралашыу барышында асыҡланыуынса, улар яҡшы сифатлы ысын һөт урынына сабыйҙарын киптерелгән һөт ҡатышмалары менән туҡландырыр-ға мәжбүр. Уларҙың өҫтәленә һөт түгел, пальма майы ҡушылған киптерелгән һөттән арзан ризыҡ килеп эләгә. Сифатлы һөт продукцияһы табып булмай. Шунлыҡтан күпселек һөт кухняларын тергеҙеү яҡлы сығыш яһаны.

Был йүнәлештә республикабыҙҙа эш тулы көсөнә бара. Бер йыл эсендә тиерлек Белоретта, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьск ҡалаһында заманса цехтар асылды. Оҙаҡламай тағы ла берәүһе Сибайҙа эшләй башлаясаҡ. Был цехтарҙа көн һайын урындағы фермерҙарҙан алынған иң юғары сифатлы 15 тонна һөт эшкәртәләр. Улар-ҙан яҡшы сифатлы продукция сығарыла. Бер ниндәй ҙә химия юҡ, тик тәбиғи әсеткеләр. Цехтарҙан продукцияны барлыҡ ауыл-ҡалаларға илтәсәктәр. Балаларҙы натураль һөт продукцияһы менән тәьмин итеү буйынса бындай ҙур күләмле программа Рәсәйҙә бер ҡайҙа ла юҡ.

Ата-әсәләргә һөт ризыҡтарын 68 таратыу нөктәһендә бирәсәктәр: “һөт кухня-һы”ның үҙ нөктәләрендә, шулай уҡ поликлиника һәм дарыуханаларҙа.

Хәҙер 7,2 мең сабый бушлай һөт ризыҡтары ала. Ул һорап мөрәжәғәт итеүселәргә бирелә, шуға күрә алыусылар һаны даими арта бара. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 26,2 мең бала бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы.

“Һөт кухняһы” проектын ғәмәлгә ашырыуға 183,9 млн һум йүнәлтелгән. Уҙған йылда 242 тонна һөт эшкәртелгән, 1,2 млн порция сығарылған. Әҙер продукция льготалылар-ға бирелеүҙән тыш, сауҙа нөктәләре аша ла һатыла.

Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур эш башҡарылған. Төбәк етәксеһе төньяҡ-көнсығыш райондар-ҙы продукция менән тәьмин итеү өсөн Дыуан районының Мәсәғүт ауылында ла һөт кухняһы эшен йәйелдерергә тәҡдим итте.

Башҡортостандың “Һөт кухняһы” учреждениеһы вәкиле Сәйҙә Суворова аңлатыуынса, Мәсетле районын техник хеҙмәтләндереүҙе (килешеүҙәр төҙөү, һөт ризығы алыусыларҙы базаға индереү, халыҡ менән эш итеү) Нефтекама ҡалаһындағы бүлексә ғәмәлгә ашыра. Беҙҙең райондың “Һөт кухняһы” етештереү үҙәге майҙансыҡтарынан алыҫ урынлашыуы һәм продукцияның оҙаҡ һаҡлана аламауы һөҙөмтәһендә, әлеге мәлдә район халҡы башҡа етештереүселәрҙең оҙағыраҡ һаҡланған һөт ризыҡтары менән тәьмин ителә. Продукция аҙнаһына бер тапҡыр килтерелә.

Бөгөн районда продукция 31-се дарыуханала таратыла (“Башфармация” ДУП-ы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 25). Документтар ҡабул итеү һәм бушлай һөт продукцияһын таратыу шишәмбе һәм йома 14 сәғәттән 19-ға тиклем бойомға ашырыла.

“Һөт кухняһы” дәүләт учреждениеһы етештергән продукцияны төньяҡ-көнсығышта тулы ҡеүәһенә етештереү асылғандан һуң ғына алыу мөмкин буласаҡ.


Бушлай һөт алыуға кемдәрҙең хоҡуҡтары бар?

Ярҙам аҙ тәьмин ителеүселәр категорияһына ҡараған йөклө, бала имеҙгән ҡатындарға, өс йәшкә тиклемге балаларға (рәсми килем йәшәү минимумынан (айына 10186 һумдан) кәм булғандарға) күрһәтелә.

Ниндәй документтар кәрәк?

Сауҙа буйынса республика дәүләт комитеты иҫәпләүҙәренсә, был төр ярҙамды 26 мең ғаилә алыу хоҡуғына эйә. Әммә әлегә ете мең ғаилә генә үҙенең законлы хоҡуғы менән файҙаланған. Һөт йыйылмаһын былай ғына килеп алып булмай – уны таратыу пунктына килергә һәм ғариза яҙырға кәрәк. Үҙегеҙ менән түбәндә һаналып үткән документтарҙы килтерергә:

- паспорт, балалар өсөн – тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхә һәм күсермә, паспорттың бар биттәре лә), йәшәгән урын буйынса теркәлеү тураһында белешмә (республикала теркәлеү мотлаҡ, белешмәне ауыл хакимиәтендә алырға була. Белешмә ҡағыҙының ғәмәлдә булыу ваҡыты уны алғандан һуң 10 көн), аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарауҙы раҫлаусы белешмә;

- йөклө ҡатындарға үрҙә һаналған документтарға өҫтәп – табип-гинекологтан иҫәптә тороу тураһында белешмә (тапшырған көнгә тиклем өс айҙан да һуңға ҡалмай), бала имеҙгән ҡатындар өсөн – табип-педиатрҙан бала имеҙеүегеҙ йәки ҡушып имеҙеүегеҙ тураһында белешмә (тапшырған көнгә тиклем өс айҙан да һуңға ҡалмай), 3 йәшкә тиклемге балаларға – балаға махсус аҙыҡ алыу кәрәклеге тураһында табиптан белешмә (бер йәшкә тиклемге балаларға ашатыу характерын күрһәтергә, белешмә тапшырған көнгә тиклем алты айҙан да һуңға ҡалмай), һеҙҙең ата-әсә булыуығыҙҙы раҫлаусы документтар (паспорт, атайлыҡты билдәләү тураһында таныҡлыҡ – төп нөсхә һәм күсермә).

Документтарҙы биреү урынына – “Башфармация” предприятиеһының Мәсетле районындағы дәүләт дарыуханаһына килергә һәм бланк тултырырға. 20 эш көнөндә һеҙҙең заявканы ҡараясаҡтар, тултырасаҡтар, һәм барыһы ла дөрөҫ булһа, килешеүгә ҡултамға ҡуйырға саҡырасаҡтар.

Шулай уҡ барлыҡ һорауҙар буйынса Өфө ҡалаһындағы “Һөт кухняһы” дәүләт учреждениеһына мөрәжәғәт итергә. Тел. 8 (347) 218-16-35. Электрон почта: [email protected].