Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
29 Ғинуар 2020, 13:00

Социаль әһәмиәттәге бурыстарҙы гранттар ярҙамында хәл итергә мөмкин

24 ғинуарҙа Оло Ыҡтамаҡта “СОНКО 2.0 – муниципалитеттарға” программаһының “Муниципалитеттарҙа социаль проекттар аша социаль ин-вестициялар һәм муниципаль фандрайзинг” проект семинары уҙҙы.

Унда район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Зилә Рәхимҡолова, партияның урындағы бүлексәһе секретары Альберт Сәғҙәтов, кураторы Флүр Дусмөхәмәтов, эксперт Регина Хәйруллина, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнашыусылары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, китапханалар, клубтар, музейҙар, балалар һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Семинар коммерция менән шөғөлләнмәгән ойошмалар грант, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы линияһы буйынса финанслау алыуға заявкалар төҙөгәндә һәм биргәндә дөрөҫ эш итеүгә йүнәлтелгән.
– Мәсетле районында коммерция менән шөғөлләнмәгән ойошмаларҙың грант алыу өсөн конкурстарҙа ҡатнашыу юлы менән инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе бер-аҙ бар, – тине үҙ сығышында Әнис Ҡасим улы. – Мәҫәлән, нәҡ грант ярҙамында “Мәсетле оҫтаханаһы”, “Әй ауазы” ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы, “Баҫҡыстар” проекты буйынса буласаҡ мәктәпкә барыу-сыларҙы уҡытыу ойошторолдо, республикала тәүге ҡумыҙ музейы асылды.
Ауыл халҡы тормошон яҡшыртыу маҡсатында инвестициялар йәлеп итеү – бәләкәй территорияларҙы үҫтереүҙә мөһим инструмент. Был өлкәлә тәжрибәле эксперт Регина Хәйруллина ошо хаҡта һүҙ алып барҙы. Ул Мәсетле районының әүҙем эш итеүселәрен республика һәм федераль кимәлдәге конкурс-тарҙа ҡатнашыу нескәлегенә төшөн-дөрҙө. Регина Римил ҡыҙының әйтеүенсә, проект уңышлы килеп сыҡһын өсөн уның социаль әһәмиәттә булыуы һәм дөрөҫ итеп күрһәтелеүе мөһим. Ул заявканы дөрөҫ итеп бирергә өйрәтте, нимәләргә иғтибар итергә кәрәклеген билдәләне, ниндәй хаталарға юл ҡу- йырға ярамағанлығын әйтеп үтте.
Семинарҙың практик өлөшөндә ҡатнашыусылар бер нисә командаға бүленде һәм һәр команда проект өсөн үҙ идеяһын тәҡдим итте. Проекттың маҡсатын, бурысын күрһәтергә, бюджетын һәм партнерҙарын билдәләргә кәрәк ине. Командалар балалар менән ата-әсәләр ялы, ололарға көнкүрештә ярҙам, балалар менән шөғөлләнеү идеяларын тәҡдим итте. Уларҙың һәр береһе буйынса баһалар бирелде, ыңғай яҡтары һәм етешһеҙлектәре билдәләнде. Тәҡдимдәр бик тә ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле.
Регина Хәйруллинаның билдәләп үтеүе буйынса, мәсетлеләр әүҙем тормош позицияһына эйә, шуға күрә был һәм башҡа социаль әһәмиәттәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу бик тә мөмкин. Республика һәм федераль кимәлдәге гранттар йәлеп итеү Мәсетле районында социаль әһәмиәтле бурыстарҙы хәл итеү мөмкинлеген киңәйтәсәк.