Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
17 Ғинуар 2020, 16:00

Хакимиәт башлығы Ростов ауыл биләмәһендә халыҡ менән осрашты

14 ғинуарҙа район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Ростов ауыл биләмәһенә юлланды.

Эшлекле сәфәр барышында Әнис Ҡасим улы мәктәп, клубтар, почта һәм ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан башҡа ойошмалар вәкилдәре менән осрашты. Ростов ауыл Советы хакимиәте башлығы Ирек Ғәлимов биләмәләге көнүҙәк проблемаларҙы атап үтте. Халыҡты эскелек, алкоголде йәшерен һатыу, эттәрҙең урамдарҙа күпләп йөрөүҙәре борсоуға һала. Ирек Ғәлимов был өлкәлә проблемаларҙы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнеүен һөйләп үтте.
Артабан район хакимиәте башлығы халыҡты ҡабул итте. Халыҡ Ишәле ауылынан балаларҙы “Тюльпан” балалар баҡсаһына йөрөтөүҙе тәьмин итеү, “Ишәле – Оло Ыҡтамаҡ” автобус маршрутын үҙгәртеү, “Оло Ыҡтамаҡ – Красноуфимск” автобус маршруты асыу, Күпер урамында юлдың бер өлөшөн ремонтлау һәм шәхси секторға газ үткәреү кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
– Ауыл биләмәһенең барлыҡ ауылдарында ла таксофондар ҡуйылған. Әммә Ишәлелә ул эшләмәй. Беҙ ул өлкәлә яуаплы ойошмаларға мөрәжәғәт иттек, әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙе ишетмәнеләр. Был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итһәгеҙ ине. Ауылда таксофон бик кәрәк, сөнки кеҫә телефоны бәйләнеше юҡ. Хәҙер бит таксофондарҙан илебеҙҙәге һәр телефонға бушлай шылтыратырға мөмкин, – тине мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе.
Артабан Әнис Әсәҙуллин Теләш ауыл клубында булды. Бында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса күп эштәр башҡарылған. Клуб “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проекты еңеүсеһе булған. Клуб мөдире Ринат Тәҡиуллиндың әйтеүенсә, грант аҡсаһына клубтың матди-техник базаһын яҡшыртырға: музыка ҡоралдары, заманса тауыш ҡорамалдары, сәхнә костюмдары, спорт инвентары һәм башҡа күп нәмәләр алырға планлаштыралар.
Учреждениеларҙың проблемалары ла юҡ түгел. Шуларҙың береһе – насар йылытыу сәбәпле торбаларҙы заманса радиаторҙарға алмаштырыу.
Эшлекле сәфәр барышында район хакимиәте башлығы урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулланыуҙағы “Теләш – Тәкә” автомобиль юлын ремонтлау барышы менән танышты.
Был көндә яңғыраған һорауҙарҙың күпселегенә район хакимиәте башлығы яуап бирҙе, ә эшләп еткереү талап ителгән мәсьәләләрҙе контролгә алды.