Унда электрон сират сис-темаһы, “Зона 24” эшләй, ә киңлек барьерһыҙ принцип буйынса ойошторолған.
– Үҙгәртеп ҡоролған офис бик ҡыҫҡа ваҡыт – ике ай эсендә ҡулланыуға тапшырылды. Ремонт берҙәм стандарт буйынса яһалған. Хәҙер яңы офиста мәсетлеләр һәм район ҡунаҡтары өсөн уңайлы. Бүлмәләр юҡҡа сыҡты, электрон сират һәм уңайлы навигация барлыҡҡа килде, – ти Һаҡлыҡ банкының Оло Ыҡтамаҡ бүлексәһе етәксеһе Алина Ғибәҙуллина. – Хеҙмәтләндереүҙең яңы моделенә ярашлы, электрон кассир-ҙар буйынса пилот проектты индереү менән, операционис-тар кассир булараҡ та хеҙмәтләндерә ала – был клиенттарҙың көтөү һәм хеҙмәтләндерелеү ваҡытын шаҡтай кәметә. Сөнки быға тиклем бары тик бер генә касса кабинаһы бар ине. Электрон кассирҙар беҙҙең ауылда Төньяҡ-Көнсығыш буйынса тәүгеләр булып индерелде. Шулай уҡ инженер системалары тулыһынса реконструкцияланды һәм хәүефһеҙлек системаһы модернизацияланды, IP-технологияһы индерелде. Тулыһынса заманса талаптарға яуап биргән пандус яһалды.
Ҡайтанан формалаштырылған офиста “Зона 24” эшләй, унда теләгән ваҡытта ҡулаҡса алырға, ЮХХДИ штрафтарын, коммуналь хеҙмәттәр өсөн, кредиттарҙы, шул иҫәптән башҡа банк кредиттарын түләргә һәм башҡа операцияларҙы яһарға мөмкин. Уларҙа һәр төрлө банк хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн – иҫәптәр асыу һәм аҡса күсереүҙәрҙән алып кредит һәм банк карталары әҙерләүгә тиклем кәрәкле нәмәләрҙең барыһы ла бар.
Клиенттар хеҙмәтләндереүҙең яңыртылған форматын баһалар һәм сервистың сифатлы яңы кимәленә эйә булыр, тип ышанабыҙ.