Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
6 Декабрь 2019, 14:20

Йәштәрҙең һәм етем балаларҙың торлаҡ проблемаларын хәл итеү – өҫтөнлөклө йүнәлеш

Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – дәүләт алдында торған мөһим социаль бурыстарҙың береһе. Был йүнәлештә Мәсетле районында планға ярашлы эш алып барыла. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов район Советының сираттағы ултырышында ошо хаҡта һөйләне.

2014 йылдан “Башҡортос-тан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһының “Башҡортостан Республикаһында ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” программаһы эшләп килә. Ул ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Әлеге мәлгә уның буйынса 53 таныҡлыҡ тапшырылған.
2019 йылда 12 ғаиләгә торлаҡтарын һалып бөтөрөүгә сертификаттар тапшырылды, уларҙың дүртәүһе – граждандар категорияһы буйынса, һигеҙе йәш ғаиләләр, йәш белгестәр категорияһына ҡарай. Улар агросәнәғәт комплексы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә хеҙмәт итә. Субсидияларҙың дөйөм күләме 12498343 һум тәшкил итте. Был программаның өҫтөнлөктәренең береһе – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары асыу юлы менән агросәнәғәт комплексында шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырып, ауыл ерендә яңы эш урындары булдырыу. Программа ғәмәлгә ингән мәлдән алып район территорияһында 14 крәҫтиән (фермер) хужалығы асылған.
Азамат Мөхәмәтхаяз улының аңлатыуынса, программала ауыл ерендә социаль өлкәлә (төп эш урыны) йәки агросәнәғәт комплексында хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгән йәки шәхси эшҡыуарлыҡ алып барған 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр (йәш ғаиләнең бер ағзаһы булһа ла) ҡатнаша ала.
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан тороп ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү һәр ваҡыттағыса мөһим йүнәлеш булып ҡала. 2007 йылдан 110 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән, шуларҙың 13-ө – быйыл. Бөгөн 13 муниципаль контракт төҙөлгән.