Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
2 Декабрь 2019, 17:00

Яңы йыл байрамдарына әҙерлеккә – айырыуса иғтибар

Йыл һайын районда Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары уңайынан халыҡтың ялын, балаларҙың һәм йәштәрҙең мәш-ғүллеген ойоштороуға йүнәлтелгән күп һанлы саралар ойошторола.

Район хакимиәтендәге һуңғы кәңәшмәлә 2020 йылды ҡаршылау уңайынан Яңы йылға әҙерлеккә төп иғтибар бүленде. 21 ноябрҙә “Башҡортостандың Мәсетле районы муниципаль районында яңы 2020 йылды байрам итеү тураһында” ҡарар ҡабул ителде. Яңы йыл байрам сараларын ойошҡанлы уҙғарыу маҡсатында ойоштороу комитеты составы раҫланды.

Район үҙәге һәм ауылдар майҙансыҡтарында шыршы, ҡар һәм боҙ ҡаласыҡтары, балаларға шыуырға тауҙар ҡуйыу буйынса эштәр 10 декабргә тиклем тамамланырға тейеш. Оло Ыҡтамаҡтағы үҙәк майҙанда боҙ ҡаласығын эшләйәсәк подрядсы билдәләнгән – Әжекәй ауылынан Фәнил Ғәтиәтуллин.

Яңы йыл уңайынан байрам каникулдары дауамында мәҙәниәт учреждениелары балалар һәм ололар өсөн төрлө саралар уҙғарасаҡ. Мәҫәлән, 25 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, етем һәм опекалағы балалар өсөн район шыршыһы уҙасаҡ. 26 декабрҙә шыршыға сәләмәтлек торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырыла. Был шыршы байрамдарында ҡатнашыусыларға Яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ.

Байрам атмосфераһы тыу-ҙырыу һәм халыҡты ижади эшкә йәлеп итеү маҡсатында район үҙәгендә ойошмаларҙы һәм улар-ҙың территорияларын иң яҡшы биҙәүгә конкурс үтәсәк. Сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүрештә хеҙмәтләндереү, торлаҡ-коммуналь, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған барлыҡ ойошмаларҙы унда ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Район етәкселегенең дөйөм бурысы – байрамдар мауыҡтырғыс, сағыу һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн бар көстәрен һалып, район халҡына сағыу байрам кәйефе бүләк итеү.