Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
20 Ноябрь 2019, 13:00

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре өсөн “түңәрәк өҫтәл”

Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр һәм опекундар өсөн традицион “түңәрәк өҫтәл” булды.


Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сараны асып, барыһын да асыҡ диалогка саҡырҙы. Шулай уҡ ул Наталья Бауэр һәм Оксана Азимова йөҙөндә ата-әсәләр комитетына рәхмәт белдерҙе, сөнки уларҙың тырышлығы менән районда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн киң күләмле саралар үтә.

“Түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Дыуан районы буйынса филиалы директоры Людмила Новикова һәм социаль ярҙам саралары тәғәйенләү бүлеге начальнигы Валентина Русакова булды.

– Мәсетле районында – 1055 инвалид һәм инвалид бала тәрбиәләүсе 55 ғаилә ай һайын коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ала. Йыл башынан ошо маҡсатта республика бюджетынан инвалидтарға 8 млн һәм инвалид бала тәрбиәләүселәргә 500 мең һум бүленде, – тине Людмила Геннадьевна.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 2-се район-ара инспекцияһы өлкән белгесе Илгизә Шафиҡова ошо йылдан инвалид балаһы булған ғаиләләрҙең транспорт һалымынан азат ителеүе хаҡында мәғлүмәтләндерҙе. Закон двигатель ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге автомобилдәргә ҡағыла.

– Ә һалым түләп өлгөргәндәргә нимә эшләргә? – тип һораны сарала ҡатнашыусыларҙың береһе.

– Был осраҡта һалым органдарына ғариза бирергә кәрәк буласаҡ һәм бер ай эсендә аҡсағыҙҙы кире һеҙҙең иҫәпкә күсерәсәктәр, – тине Илгизә Шафиҡова.

Артабан һәр вәкил инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға күрһәтелеүсе дәүләт хеҙмәттәре тураһында ентекләп һөйләне. “Түңәрәк өҫтәл” барышында һаулыҡ һаҡлау, ер участкалары һәм торлаҡ биреү, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға шифахана-курорт дауалауына, әлеге категория граждандарына тейешле льготалар һәм түләүҙәр, социаль хеҙмәттәр тураһында һәм балаларҙың ялын ойоштороуға ҡағылышлы һорау-ҙар яңғыраны. Шулай уҡ райондың бөтә эш биреүселәренең дә инвалид бала тәрбиәләүсе хеҙмәткәргә ҡарата хеҙмәт килешеүе шарттарын үтәмәүе тураһындағы мәсьәлә күтәрелде. “Түңәрәк өҫтәл” һуңында Гөлназ Халиҡ ҡыҙы 3 декабрҙә, Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн байрам үтәсәге тураһында иҫкә төшөрҙө.

– Сараға мөмкин тиклем күберәк ата-әсәләр йәлеп ителһен ине, – тине ул.

Ата-әсәләр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды, уларҙың бер өлөшөн артабан хәл итеү өсөн яҙып ҡуйҙылар.

“Түңәрәк өҫтәл”де район хакимиәте, “Ғаилә” район-ара үҙәге һәм ата-әсәләр комитеты ойошторҙо.