Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
22 Октябрь 2019, 17:00

Яңы фонарҙар ҡабынды

Урамдарҙы яҡтыртыу тормош сифатын яҡшыртыуҙа, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә мөһим фактор булып ҡала.



Районда уларҙың торошон яҡшыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. 2019 йыл башынан 209 яҡтылыҡ нөктәһе ҡуйылған. Был планлаштырылғандың 100 процентын тәшкил итә. Барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә тиерлек яңы фонарҙар ҡабынды. Ә Абдулла ауыл биләмәһендә яңы фонарҙар былтыр уҡ үҙ көстәре менән ҡуйылғайны. Фонарҙарҙың иң күбе – Оло Ыҡтамаҡ (70), Әләгәҙ (28), Дыуан-Мәсетле (21), Кесе Ыҡтамаҡ (20) ауыл биләмәләрендә.

Шулай уҡ быйыл 98 бағана ҡуйылған һәм алмаштырылған. 7,19 км оҙонлоғондағы кабелдәр монтажланды.

Был эштәр ауылдарҙы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу буйынса республика программаһы ярҙамында мөмкин булды. Уға ярашлы, республика һәм район бюджеттарынан 3,68 млн һум бүленгән.