Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
8 Октябрь 2019, 14:00

Ирекмәндәр һанлы телевидениеға күсергә ярҙамлаша

14 октябрҙән Башҡортостан Республикаһы аналог тапшырыуҙарҙан һанлы телевидение-ға күсә.


Ул тапшырыу сифаты һәм аныҡлығы менән айырылып тора, абонент түләүе юҡ. Һанлы эфир телевидениеһының бурысы – илдең теләһә ҡайһы нөктәһендәге Рәсәй гражданына беренсе һәм икенсе мультиплекстағы 20: Беренсе канал, Рәсәй 1, Рәсәй 24, Рәсәй К, Матч, НТВ, 5 канал, “Карусель”, ОТР, ТВЦ, Рен, Спас, СТС, Домашний, ТВ-3, “Пятница”, “Звезда”, “Мир”, ТНТ, МузТВ телеканалдарын бушлай ҡарау һәм өс радиоканалды тыңлау мөмкинлеге биреү.

Ошо ваҡиға менән бәйле Оло йәштәгеләр көнө хөрмәтенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ләбип Зарипов (Оло Ҡыҙылбай ауылы) һәм Таиф Зарипов (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) район хакимиәтенән һәм “СВ-Компьютер” магазинынан бүләккә DVB-Т2 форматын тотоу-сы һанлы приставкалар алды.

Ветерандарға һанлы прис-тавкаларҙы тоташтырырға һәм көйләргә “һанлы” ирекмәндәр ярҙам итте. Ирекмәндәр отрядында – Йәштәр үҙәгенән һәм “Юнармия” хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенән 25 ирекмән. Барлыҡ үҫмер егеттәр ҙә махсус өйрәтеү үткән һәм был процестың үҙенсәлектәре менән таныш. Йәш кешеләрҙең маҡсаты – һанлы приставкаларҙы үҙ аллы урынлаштырыу-ҙа ҡыйынлыҡ килеп тыуған- дарға ярҙам итеү. Йәштәр өй- ҙәргә фәҡәт 8-800-347-00-55 төбәк “ҡыҙыу линияһы” йәки 8-800-220-20-02 федераль “ҡы-ҙыу линияһы” телефондары буйынса заявкалар бирелгән ваҡытта ғына бара. Уларҙың һәр береһенең ирекмән кенәгәһе һәм “цифровой волонтер” тип яҙылған бейджы бар.

Өйҙә спутник телевизион ҡорамалын алыу һәм ҡуйыу тәртибе хаҡында мәғлүмәтте 8-800-347-00-55 номеры (эш көндәрендә 9.00 – 18.00, тәнәфес 13.00 – 14.00) буйынса БР-ҙың Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса агентлығынан белергә була (шылтыратыу бушлай).

Республика бюджеты иҫәбенә һанлы приставкалар һатып алған өсөн компенсация алыу тәртибе тураһында белеү өсөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына 8 (347) 282-40-35 телефонына (эш көндәрендә 9.00 – 18.00, тәнәфес 13.00 – 14.00) шылтыратырға кәрәк.