Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
5 Сентябрь 2019, 18:12

Яңы Мишәрҙә граждандарҙы ҡабул итеү

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Яңы Мишәр ауылында граждандарҙы ҡабул итте.

Ҡабул итеү барышында ауылда яңы производство, атап әйткәндә, икмәк бешереү цехы булдырыуға, ауыл эсе юлдарына, күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ йорттар һалыуға бушлай ер участкалары бүлеү тәртибенә, шулай уҡ ауыл халҡына бирелеүсе пай ерҙәренең сифатына ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде.

Һәр бер мәсьәлә ентекле тикшерелде, Әнис Ҡасим улы граждандарға әйтелгән проблемаларҙы хәл иткәндә эҙмә-эҙлеклелек кәрәклеген аңлатты. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла иғтибар бүленде һәм тейешле ярҙам күрһәтелде. Ҡабул итеүҙә күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе район хакимиәте башлығы шәхси контролгә алды.

Граждандар мөрәжәғәттәре менән эш – Мәсетле районы хакимиәте эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Был халыҡтың килеп тыуған киҫкен социаль, иҡтисади, хоҡуҡи һәм хатта көнкүреш проблемаларына оператив яуап ҡайтарырға мөмкинлек бирә.