Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
2 Сентябрь 2019, 14:00

Ихаталарҙы төҙөкләндереү барышы

Программаны бойомға ашырыу тулы көйгә бара

Был йәй тотош Башҡорт-останда төҙөлөш һәм ремонт буйынса бер үк ваҡытта бер нисә программа ебәрелгәйне.

Мәсетле районы хакимиәте кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға күп кенә республика программаларында ҡатнашыу буйынса әүҙем эш алып бара. Уларҙың береһе – “Башҡорт ихаталары”. Программаны бойомға ашырыуға сығымдарҙың иң ҙур өлөшөн республика үҙ өҫтөнә алды, бер өлөшөн – муниципалитеттар. Төҙөкләндереүгә сығымдарҙың тик бер процентын ғына халыҡ түләй.

Мәсетле районында быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тракт урамындағы ихата территорияһы (3, 9, 7, 11, 13, 14, 16, 16а, 18а, һәм 18а/1-се йорттар) төҙөкләндерелә. Ошо маҡсатҡа биш миллион һумдан ашыу бүленгәйне.

Мәсетле районы хакимиәтенең баш архитекторы Ирина Аҡбашева хәбәр итеүенсә, 28 авгусҡа ихатаның автомобилдәр һәм йәйәүлеләр йөрөй торған өлөшөнә бордюр таштары һалынған, ҡоймалар һүтеп алынған, кәртәләрҙе монтажлау бара.

Шулай уҡ программаға ярашлы киләһе йылдарҙағы эштәргә әҙерлек алып барыла. Яңыраҡ Ленин урамында йәшәүселәрҙең йыйылышы үткәрелде, унда буласаҡ проектҡа ҡарата бөтә тәҡдимдәр ҙә тыңланылды.

Өҫтәге һүрәттә: “Айрон” магазины эргәһендәге парковканан Тракт урамындағы күп фатирлы йорттарға тиклемге тротуар.