Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
27 Август 2019, 16:00

Яңы автобустар ҡайтты

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан Хөкүмәте “Баш-автотранс” дәүләт унитар предприятиеһын уртаса һәм бәләкәй һыйҙырышлы автобустар менән тәьмин итеү буйынса эштәрҙе үтәүҙе дауам итә.

Предприятие автопаркына 238 яңы автобус ҡайтарылды. Уларҙың асҡыстары “Башавто-транс”тың бөтә 16 филиалы директорҙарына ла тапшырылды. Улар иҫәбендә Мәсетле районын хеҙмәтләндереүсе Мәсәғүт автотранспорт предприятиеһы.

Уға яңы биш Ford Transit автобусы бүленде. Шуларҙың өсәүһе “Ҡарағай – Өфө” ҡала-ара рейсына (Оло Ыҡтамаҡ ауылы автовокзалынан 9.15, 14.50 һәм 17.30 сәғәттәрҙә ҡуҙғала) йәлеп ителгән. Яңы машиналар тауға күтәрелгәндә һәм кинәт тормозға баҫҡанда ярҙам итеү системаһы, водитель яғынан хәүефһеҙлек мендәре, кондиционер, вентиляция, ГЛОНАСС навигация системаһы, тахограф, электрон табло һәм башҡалар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, яңы пассажир ташыусы машиналарға тирә-яҡ мөхитте зарарлы йоғонтонан һаҡлаусы юғары сифатлы двигателдәр ҡуйыл-ған.

Республикала дәүләт унитар предприятиеһының элекке ҡеүәтен ҡайтарып ҡалырға ғына түгел, ә төбәктең бөтә алыҫ райондарын даими транспорт бәйләнеше менән тәьмин итергә ниәтләйҙәр. Бөтәһе “Башавтотранс” автопаркында 550 яңы һәм заманса автобустар һатып алынасаҡ.